Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҮҘЕ ҠОЛАҒАН ИЛАМАЙ
Күрәҙәселәргә ихтыяж арҡаһында законһыҙ бизнес “сәскә ата”

ҮҘЕ ҠОЛАҒАН ИЛАМАЙНиһайәт, Рәсәй Дәүләт Думаһы мистик хеҙмәт күрһәткән күрәҙәсе, экстрасенс, астрологтарҙы рекламалаған ҡанун проектын тикшереүгә кире әйләнеп ҡайтты. Проект “Реклама тураһындағы” законды айырым статья менән тулыландырыуҙы күҙ уңында тота. Ул сихырсылар эшмәкәрлеген нисек көйләүҙе тәфсирләп аңлата. Был башланғыс парламент иғтибарына 2010 йылда уҡ тәҡдим ителгәйне, әммә ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һаман ҡаралмай.

Проекттың мәғәнәһе шунан ғибәрәт: экстрасенстар һәм сихырсыларҙың урыны тик махсус ток-шоу программаларында булырға тейеш. Тамашасы үҙе мөғжизә көҫәй. Тимәк, уның быға хоҡуғы бар, әммә уны был күренештең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен, дөрөҫ булмауын иҫкәртәсәктәр. Йәнәһе, был – алдаҡ, ышаныу-ышанмау үҙегеҙҙең ихтыярҙа.
Күрәҙәселәрҙе рекламалау төнгө эфирҙа ғына – киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем барасаҡ. Экранда мотлаҡ “күңел асыу рекламаһы” тигән яҙыу пәйҙә буласаҡ. Баҫма матбуғатта бындай рөхсәт тик рекламанан торған һәм махсус баҫмаларға ғына биреләсәк. Шулай уҡ 18+ билдәһе менән.
Ысынлап та, был өлкә ил иҡтисадында ғәйәт ҙур урынды биләй. “Интерфакс” агент­лығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй халҡы экстрасенстарға һәм сихырсыларға йылына 30 миллиард доллар тирәһе аҡса са­рыф итә. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, сит илдә юғары сифатлы медицина ярҙамына – 17 миллиард ҡына. Ләкин күп осраҡта ул “күләгәлә” ҡала, сөнки медицина эшмә­кәрлеге күп закондар менән көйләнһә, “тыл­сымсылар”ҙыҡы бер нисек тә контролдә тотолмай. 2011 йылда “Рәсәй Федерацияһында граждандар һаулығы нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә ингәйне. Тик ул халыҡ табип­та­рының эшмәкәрлеген генә күҙ уңында тотоп, уларҙы лицензия буйынса эшләргә мәжбүр итә. Ә сихырсылыҡ, боҙомдо бөтө­рөү, әруахтар йәнен саҡырыу һәм башҡа тылсым халыҡ медицинаһына ҡағылмай.
Әлбиттә, “Росздравнадзор” ҡара­ма­ғында Диагностикалау һәм дауалауҙың традицион алымдары федераль ғилми клиника-тәжрибә үҙәгенең Сертификатлау буйынса бүлеге бар. Унда дауалаусыны табиптар һәм ғалимдар тикшереп, ғәҙәти булмаған һәләттәре хаҡында сертификат бирәләр, исем-шәрифен махсус реестрға индерәләр. Әммә был үҙәккә мөрәжәғәт итеү ирекле, теләмәһәң, һине бер кем дә мәжбүрләмәй.
Махсус сертификатһыҙ, урындағы власть органдарынан лицензия алып ҡына ла бер ниндәй сикләүһеҙ эшләргә мөм­кин. Хаҡын түләйһең дә вәссәләм. Үҙҙәре әйтеүенсә, “тылсым” – ул мөғжизә һәм бер ниндәй ҙә ер ҡанундарына буйһонмай.
Ысынлап та, бындай хеҙмәт тәҡдим итеү­се клиенттарына бер ҡасан да рәсми документтарын күрһәтмәй, килешеү төҙө­мәй, түләү тураһында квитанция тултырып бирмәй. Ярҙам өмөт итеп барған кеше лә талап итмәй. Әлбиттә, бындай дауалаусы хатаһы менән табип хатаһы – ике төрлө мәсьәлә. Ләкин ошондай “тылсымсылар”ға йөрөп, аҡсаһын һәм ваҡытын сарыф итеп, күп сирлеләр ауырыуын аҙҙырып ебәрә бит. Мәҫәлән, Рәсәй онкология үҙәге мәғлү­мәттәре буйынса, яман шештән яфала­ныу­сыларҙың яртыһы тәүҙә халыҡ табиптарына күренә, уларҙың күрһәтмәһе­нә таянып дауалана. Һөҙөмтәлә медицина дауалауында алтынға бәрәбәр ҡиммәтле осор үткәреп ебәрелгән була. Күрәҙәсе­ләр­­гә йөрөгән кешеләрҙең дөйөм Рәсәй ҡа­тын-ҡыҙҙары һанының – 67, ир-егеттә­ре­нең дүрт процентын тәшкил иткәнен күҙ уңында тотҡанда, был – ҙур хәүеф. Әйт­кәндәй, тотороҡһоҙ, етешһеҙ тормошта йәшәгәндә, яҡшылыҡҡа, яҡты көнгә өмөт өҙөлгәндә “мөғжизә”гә ышаныусылар һаны арта. Халыҡтың биштән бер өлөшө йон­доҙ­намәләргә һәм ырым­дарға табына, яртыһы тиерлек паранормаль күренештәргә ышана.
Бындай хәл айырыуса беҙҙең илгә хас. Юғары технологиялар һәм компьютерлаш­тырыу заманына ҡарамаҫтан, экстрасенс­тар һаны артҡандан-арта. Бөтә донъя һау­лыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттә­ре­нән күренеүенсә, Рәсәйҙә бөтәһе 800 мең тирәһе халыҡ дауалаусыһы йәшәй. Ә табиптар һаны шунан саҡ ҡына күберәк. Уның ҡарауы, уларҙың табышын сағыштырып та булмай.
Юғары көскә эйә булған кешеләрҙе кемдер алдаҡсы тип һанаһа, кемдер уларҙың ярҙамын тойоп, йәне-тәне менән яҡлаша. Әлбиттә, шул рәүешле йыш ҡына табип, психолог, финанс ярҙамын бер юлы алырға мөмкин бит.
Киләсәкте күҙаллау, боҙомдо бөтөрөү сеанстары күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Юғиһә телевидениенан барған “Экстрасенстар алышы” кеүек ток-шоуҙар шул тиклем популярлыҡ яуламаҫ ине.
Хатта ҡайһы бер бындай оҫталар реалист кешеләрҙе, академиктарҙы, власть әһелдәрен дә ышандырып ҡуя. Мәҫәлән, 2010 йылда “Таҙа һыу” маҡсатлы федераль программаһы ҡабул ителгәйне. Уғаса Рәсәйҙә эсәр һыуҙың сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табылғайны. Уны яҡшыртыр өсөн торлаҡ йорттарҙы һәм йәмәғәт учреждениелары биналарын академик Виктор Петриктың мөғжизәле фильтрҙары менән йыһазландырыу планлаштырылды. Программа ул саҡтағы Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов тарафынан хупланып, бер нисә йылға иҫәпләнгәйне. Йыл һайын был киң ҡоласлы эш өсөн ғәйәт ҙур бюджет аҡсаһы – 2020 йылға тиклем барлығы 15 триллион һум тотонолорға тейеш ине.
Һөҙөмтәлә аҙаҡтан тарихта “Петрикгейт” тип аталасаҡ яңғырауыҡлы ғауға тыуҙы. Петриктың уйлап табыуҙары фәнни яҡтан бөтөнләй нигеҙләнмәгән, йәғни алдаҡ, тип танылды, ил властары бюджет ойошмаларында уның фильтрҙарын ҡуйыуҙан баш тартты. Ләкин 674 объект улар менән йыһазландырылып өлгөргәйне. Күпме ҡаҙна сығымы китте икән быға?..
Был янъялда хатта Рәсәй Фәндәр академияһының исеме лә бысранды. Ә бит уның президиумы ҡарамағында Ғилми тикшеренеүҙәрҙе боҙоп күрһәтеү һәм ялған фәнгә ҡаршы көрәш комиссияһы эшләй. Уның бурысы – паранормаль, аномаль күренештәргә, сит планета кешеләре бар­лы­ғына, традицион булмаған медицинаға, шикле энергия сығанаҡтарына ышаныуҙы халыҡ алдында тәнҡитләү. Ғилми тикшере­неү­ҙәргә һәм проекттарға аҡса дәүләт ҡаҙ­наһынан бүленә, шуға күрә был комиссия тәҡдим ителгән эште ентекләп тикше­рергә тейеш. Халыҡ аҡсаһын сираттағы “мәңгелек двигатель” уйлап сығарыуға тотонмайҙармы?
Ни ҡөҙрәт менәндер Виктор Петрик чинов­никтарҙы ла, академиктарҙы ла алдауға өлгәшә. Бәлки, уның да Алан Чумак, Анатолий Кашпировский һымаҡ кешеләрҙе ышандырыу һәләте – “тылсымы” барҙыр?..
Бына ошо хәл һәм “мөғжизә эйәләре” донъяһындағы аҡса әйләнешенең күләме экстрасенстарға йөҙәр меңләгән кешенең мөрәжәғәт итеүен, улар араһында ышаныу­сан пенсионерҙарҙың һәм тәжрибәһеҙ йәш ҡыҙҙарҙың ғына түгел, олпат һәм хәлле клиенттарҙың да – эшҡыуарҙарҙың, предприятие етәкселәренең, ижад әһел­дәренең булыуын иҫбатлай. Тәүгеләре аңлашыла, ә байҙар һәм уңышлы граждандар ни өсөн был юлға бара һуң? Эшҡыуарҙар, ғәҙәттә, даланға ышана, өмөтләнә, конкуренттарҙан ҡурҡа. Ҡайһы берҙә бит белемеңә лә, кәрәкле холоҡ сифаттарыңа ла ҡарамайынса эшең барып сыҡмай ҙа ҡуя. Ә “тылсымсы” фатихаһы менән юлың уңа. Унан бит әле улар ҙа кеше – ауырыйҙар, насар ғәҙәттәрҙән, яңғыҙлыҡтан арынырға, яратҡан кешеһен ҡаратырға теләйҙәр... Бәлки, был психологик ярҙам һөҙөмтәһе генәлер, тик уларҙың көсөнә инаныу артабан үҙенекен итә – аҡса һанамаған йүнсел, ғәҙәттә, дуҫлыҡты нығытырға ынтыла. Икенсенән, был өлкә лә – үҙенә күрә бер бизнес. Ә балыҡсы балыҡсыны алыҫтан күрә тигәндәй, эшлекле кешеләр бер-береһен ихтирам итә.
Быныһы – миҙалдың бер яғы. Ә бит ҡайһы бер кешеләр һуңғы тинен ошо күрәҙәселәргә тотона. Мәҫәлән, йыш ҡына матбуғатта, виртуаль киңлектә ошондай хәбәрҙәр осрай:
“Ике мутлашыусы, һиңә боҙом һалынған, шуны бөтөрәбеҙ тип, пенсионер ҡатындың 74 мең һум аҡсаһын үҙләштерә...”
“Һөйгәнеңде ҡайтарам” тигән хәбәргә ышанып, йәш ҡатын сихырсыға йөрөүгә байтаҡ аҡса түгә. Һөҙөмтәлә ире барыбер ғаиләнән китә, “тылсымсы” ла һыуға батҡандай эҙһеҙ юғала...”
“Кейәүгә сыҡмаған ҡарт ҡыҙ һуңғы сиктә яңғыҙлыҡтан арыныр, киләсәген белер өсөн күрәҙәсегә бара. Бөтәһе лә яҡшы булырына инаныс алып, йыш ҡына әхирәттәрен дә шунда йөрөргә өгөтләй...”
Пенсионерҙарҙың бындай тоҙаҡҡа йыш эләгеүе аңлашыла: оло кешеләр юғары тиҙлектә үҙгәргән заманға яраҡлашып өлгөрмәй, яңы технологиялар менән таныш түгел, шуға ла яттарға тиҙ ышанып бара. “Алдашма, урлашма, изгелек ит” тигән элекке совет тәрбиәһе лә уларҙың ҡанына һеңгән. Ә тормошта әле үҙ урынын тапмаған йәш кешеләр инде икеләнеүсән, инфантиль була. Башкөллө “мөхәббәт упҡынына” сумғандарҙың иһә күҙенә аҡ-ҡара күренмәй. Күп халыҡ менән осрашҡан экстрасенстар кеше психологияһын энәһенән ебенә тиклем өйрәнеп бөтә. Йылы һүҙ ҡуша, һәр кемдең дә яҙмышына тап килерлек бер-ике осраҡты һиҙеп әйтеп һала һәм... клиентты тоҙағына эләктерә.
Минең үҙемә ике-өс йыл элек оло йәштәге бер ағай шундай бәләгә тарығанын һөйләне. Телевизорҙан бар сирҙәрҙән ҡотолдорам тигән реклама яҙмаһын күрә лә аҡсаһын хәбәр ителгән иҫәпкә күсерә. Бер аҙҙан Мәскәүҙән шәхсән шылтыратып, эш уңһын өсөн йәнә ниндәйҙер сумма ебәреүен үтенәләр. Торған һайын һораған аҡса күләме үҫә бара. Һаҡлыҡ банкында сираттағы тапҡыр ошо ғәмәлде башҡарғанда ағай бер ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп китә. Ни өсөн аҡса күсергәнен дә әйтә. Теге ханым әңгәмәсеһенең мутлашыуға күҙен асырға теләп, был схеманың алдаҡ булыу ихтималын белдерә. Шул хәлдә лә ағай иғәнәне күсерә. Һәм тағы бушҡа ғына. Көтөп-көтөп тә теләгенә ирешә алмағас ҡына алданғанын аңлай. Барлығы 300 мең һумға яҡын күләмдә зыян күрә. Оялып, балаларына уны ун тапҡырға кәметеп әйтә. Миңә килгәндә дөрөҫлөк эҙләп йөрөүе ине. “Полицияға мөрәжәғәт итегеҙ”, – тиеүҙән башҡа ни әйтәһең инде. Үҙе ҡолаған иламай ҙа бит... Иң ғәжәбе ул ағайҙың: “Ә бит мин бөтөнләй ҙә аңһыҙ кеше түгелмен. Заманында партияның район комитетының беренсе секретары булып эшләнем. Аңын-тоңон айырмаған ҡарт-ҡоро бигерәк йыш ошолай алданалыр инде”, – тиеүе булды.
Башлыса парламентарийҙар бына ошондай алдашыуҙың ҡорбаны булған граждандарҙы ҡурсаларға ынтыла ла. Билдәле депутат Виталий Милонов бындай эшмәкәрлекте бөтөнләй тыйырға, ә ошо рәүешле дауалау һәм сихырсылыҡ өсөн яза булдырырға тәҡдим иткәйне. Уның коллегаһы Владимир Петров иһә, был “бизнес”ты ныҡлап йүгәнләргә кәрәк, ти. Экстрасенстарҙы махсус иҫәпкә алып, махсус лицензия һатып алырға мәжбүр итергә өндәй. Ысынлап та, был “күләгәле” иҡтисад өлкәһендәге аҡса әйләнешен күҙ алдына килтергәндә, ҡаҙнаға күпме һалым иғәнәһе инәсәк!
Эйе, йәмғиәтте шикле “дауалаусы­лар”ҙан арындырыр кәрәк. Әммә ысынлап һәләтле им-томсолар, күрәҙәселәр, астрологтар, ноҡот-кәрт һалыусылар ҙа бар бит. Уларға һәр кем тиерлек мөрәжәғәт иткәне бар. Мәҫәлән, йыш ҡына ошолай була: ауылда кемдеңдер малы юғала. Кеше эҙләй-эҙләй ҙә, тапмаһа, ноҡот йә кәрт һалыусыға бара. Һыйыры йә башмағы тереме, артабан эҙләү кәрәкме-юҡмы? Был һорауына ул яуап ала, ҡайһы берҙә хатта ниндәй урындан эҙләргә кәрәклеген дә ишетеп ҡайта.
Күрәҙәселәр йәмәғәтселеккә файҙа ла килтерә. Атап әйткәндә, уларҙың тәртип һаҡлау органдары менән йыш хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында хәбәрҙәр йөрөй. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ауыр, буталсыҡ енәйәттәрҙе асыуҙа ярҙам итәләр, имеш. Быныһы ла барҙыр. Ҡайһы саҡта шаһиттар уларҙың гипнозы аҫтында ниндәйҙер деталде иҫенә төшөрә. Ә тикшереү эшендә һәр бер дәлил мөһим. Халыҡ әйтмешләй, батып барғанда һаламға булһа ла йәбеш.
Хатта юғары вазифалы кешеләрҙең – дәүләт башлыҡ­тарының экстрасенс хеҙмәттәренән файҙаланыуы тураһында ишетелеп ҡала, ләкин был хаҡта рәсми раҫ­лау юҡ. Элегерәк Болгария етәксеһе Титоның мәшһүр күрә­ҙәсе Ванга менән кәңәшләшеп эшләүе билдәле. Джуна Давиташвили телевидениелағы бер интервью­һында Леонид Брежневты һәм уның яҡындарын дауа­ла­ғанын һөйләгәйне. Тарихта йәнә Вольф Мессинг исем­ле кешенең уйын уҡыған, гипноз алымдарын оҫта ҡулланған көслө совет экстрасенсы булғаны тураһында ла мәғлүмәт күп.
Беҙҙең илдең закон сығарыусылары бына ошондай аңлатып булмай торған, серле хеҙмәт баҙарын көйләүҙе ун йылға тиерлек кисектерә килде. Ысынлап та, ҡанунда бөтәһе лә асыҡ, теүәл, аңлайышлы булырға тейеш. Ә “мөғжизәләр донъяһы” – күҙгә күренмәҫлек, тел менән аңлатып булмаҫлыҡ тылсым. Тарихи күҙлектән ҡарағанда уларҙың эшмәкәрлеге күп халыҡтарҙа хатта мәҙәни күренеш!
Бына был осраҡта ла белгестәрҙең фекере бер төрлө түгел. Закон проектында ҡулланылған “астролог”, “сихырсы”, “диагностика һәм кешегә тәьҫир итеү”, “аңла­тып булмай торған, мистик йүнәлештәге эшмәкәрлек” кеүек төшөнсәләр үҙенең йөкмәткеһенең билдәһеҙлеге менән эште ауырлаштыра, шәхсән баһалау характерына эйә. Ә бының хоҡуҡи икеләнеүҙәргә килтереүе мөмкин. Әйтеүемсә, закон бөтәһенә лә яҡшы аңлашылырға тейеш.
Әлбиттә, “тылсымсылар”ға ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шулай уҡ уларҙан алданыу ҙа. Бында иң мөһиме – кешенең шәхсән тәжрибәһелер. Миңә килгәндә, им-томсолар менән дә, күрәҙәселәр менән дә осрашырға тура килде. Иҫ-аҡылды ҡоротоп, уларҙың күрһәткән хеҙмәтенә йәбешеп ятмағанда ла, урын-ваҡыты менән ярҙамдары тойолдо.
...2001-2002 йылдар тирәһе. Яңы йыл байрамына Сибайға ҡәйнәмдәргә ҡунаҡҡа киттек. Бәләкәй улыбыҙ ҙа беҙҙең менән. Ниәтебеҙ – дүрт-биш көн туғандар янын­да булып килеү. Ҡалаға барып етеүгә, ҡәйнәм кис­кеһен бер еңгәйебеҙҙең ҡунаҡҡа саҡырғанын хәбәр итте. Аштан оло булыуы оят тип, күмәкләп киттек. Унда еңгәйҙең тол апаһы ла бар ине. Беҙҙең баланы яратып-яратып алды. Улыбыҙ йүнләп ашаманы ла, һут эсеп, печенье кимереп көлә-көлә бүлмәләр буйлап йүгереп йөрөнө. Ҡунаҡтан ҡайтҡас, төн уртаһында ул тиктомалдан сәсрәп ауырып китте. Эсе китте, ҡоҫто... Өйҙәге, дарыухананан һатып алған бер таблетка ла ярҙам итмәне. Иртәгәһенә ирем, ҡарап тороп баланы һәләк итәбеҙме ни, ҡайттыҡ Өфөгә, тине. Яңы йылды ла ҡаршы алмай, кире юлға сыҡтыҡ. Ә уныһы минең тыуған ауылым аша үтә. Иремдең ай-вайына ҡара­май, атай йортона һуғылып китергә ризалаштырҙым. Өйҙөң ишеген асып инеүгә күтәреп килгән улыбыҙҙы иҙән уртаһына баҫтырҙыҡ. Шунда ҡаршыбыҙҙа бер ят ҡатындың торғанын абайланыҡ. Флорида тип таныштырҙы үҙен. Беҙҙә сит кеше ҡайғыһы юҡ ине, ҡабаланып сисенә башланыҡ.
– Аһ, был баланы ныҡ ҡына күҙ тейҙереп алып килә ятаһығыҙ бит, – тине ул ҡапыл. Шунда уҡ, беҙҙең ауыҙ асҡанды ла көтмәй, дауам итте: – Кисә ҡунаҡҡа барғанһығыҙ. Унда ҡыҫҡа сәсле ҡараҡай ғына ҡатындың күҙе ҡаты булған. Шуның күҙе тейгән. Әйҙәгеҙ, өшкөрәм.
Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, һүҙһеҙ генә уның артынан эйәрҙек. Төпкө бүлмәлә шырпы яндырып, доғалар уҡып, һыулы стаканға ташлағас, сығарып кеше аяғы һил булған урынға түгергә ҡушты. Шулай эшләнек тә. Ни күрәбеҙ, улыбыҙ күҙ алдында һауыҡты. Өфөгә ҡайтыу онотолоп, әсәйҙәрҙә күңелле ял иттек, ҡунаҡ булдыҡ...
Законға, әле үк булмаһа ла, киләсәктә еренә еткереп эшкәртелеп, төҙәтмәләр индерелер, ләкин был үҙенсәлекле тылсым эйәләренең эшмәкәрлеген тыйыу мөмкин түгел. Улар ҡаты режимлы совет осоронда ғына түгел, ундайҙарҙы тереләй яндырған дәүерҙә – Урта быуаттарҙа ла булған. Һәр кемдең үҙ һәләте, шөғөлө – кемдер йырлай, кемдер бейей, кемдер күрәҙәлек ҡыла. Ә бәғзеләр аҡса түләп был хеҙмәттән ҡуллана.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35