Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һеҙ – “дальнобойщик”?
Һеҙ – “дальнобойщик”?Ҡарап тороуға ҡаҡса ғына ағайҙың ҡасандыр “дальнобойщик” булғанына ышанғы ла килмәй. Буйға ла оҙон түгел бит әле, уның ҡарауы, ҡарашы бөркөттөкө шикелле, күҙҙәре янып тора. Эш һис кенә лә буйҙа түгел, ә йөрәктә шул.

Белмәй тороп, әҙәм балаһына баһа бирергә ярамай, ти торғайны туғаным. Хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Кеше бит ҡарбуз түгел, уны ярып ҡарау мөмкин түгел.
Мәснәүи Ибраһимов – сығышы менән Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылынан. СССР-ҙың халыҡ депутаты Миңлехәләф Мостафа улы Сафин да сығышы менән шунан. Раздолье ауылы биләмәһендәге бер хужалыҡты етәкләгән уҙамандың яҡташтарын, тимәк, фекерҙәштәрен эргәһенә туплауы берәүгә лә сер түгел. Бына шул ваҡытта Мәснәүи тигән егетте лә үҙенең янына саҡырған.
– Беҙҙә, Асҡын тарафтарында, халыҡ тырыш һәм егәрле, шул уҡ ваҡытта батыр ҙа, – тип башланы һүҙен Мәснәүи Мәүләүи улы. – Ә инде Краснокамаға килгәс, бында ла кешеләрҙең донъя көтөргә көслө ынтылышын күреп, шул тиклем ныҡ ҡыуандым. Ошо күркәм сифаттарын тоймаһам, кем белә, бәлки, был яҡтарҙа төпләнеп ҡалмаған булыр инем. Әле һис кенә лә үкенесем юҡ, киреһенсә, шатланам.
Мәснәүи ағай хужалыҡта шофер булған һәм бер көн, барыһын да аптыратып, ил буйлап сәйәхәт итергә сыҡҡан. Сәйәхәт түгел инде, Нефтекама заводы етештергән өр-яңы машиналарҙы СССР-ҙың, һуңынан инде Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгенә ташымаған. “КамАЗ”-ға заказдар шул хәтлем күп килгән, тауарҙы бушатып ҡайтып килгәнендә сираттағыһын әҙерләп ҡуйғандар. Йәш саҡ – дәртле саҡ, тигәндәй, ни ҡушһалар, шуны үтәгән, һис кенә лә ризаһыҙлыҡ белдермәгән. Әҙме-күпме донъяһын рәткә килтереп алғас, тағы ла хужалыҡҡа эшкә алғандар.
Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, тыныс ҡына аҡҡан йылға ла бер боларып алғандай, тормошоңда үҙгәреш­тәргә юл ҡуйыуҙың бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ. Айырыуса кинофильм­дарҙан ҡарағанда, дальнобойщиктар ярһыу йәки дыуамал тигән фекер күңелдә ҡала. Был ысынлап шулаймы икән? Ҡаршымдағы ағайға һораулы ҡарашымды төбәйем.
– Төрлө саҡ иҫкә төшә инде, һағындыра ла, һиҫкәндерә лә тигәндәй, – ти Мәснәүи Ибраһимов. – Әммә һәр хәл-ваҡиғанан оҫта сыға белеү һәр кемдең шәхсән һәләтенә бәйле. Бер мөһим әйберҙе билдәләр инем – “тимер ат”ың иң беренсе төҙөк һәм йүгерек булырға тейеш. Улай түгел икән, тимәк, хәлкәйҙәрең мөшкөл һинең. Былай туҡланыу проблемаһы юҡ, аҙым һайын кафелар осрағанда, асығыу ят күренеш. Илебеҙҙең киңлегенә иҫем китте, халыҡтың ихласлығына һөйөндөм.
– Һеҙ байтаҡ ваҡыт машинанан төшмәй гел юлда йөрөгәнһегеҙ, ә хәҙер хужалыҡтан да ситкә сыҡмайһығыҙ. Ултыраҡ тормош ялҡытманымы? – тип һорайым унан.
– Илгиҙәрлек ваҡытлыса ғына булып алды. Мин – ауыл малайы, ер эшен бәләкәйҙән күреп үҫтем. Орлоҡ, баҫыу, ҡамыл, тупраҡ, икмәк ише килешле әйтелешле һүҙҙәрҙе китаптан ғына уҡып үҫмәнем, ә көн һайын тигәндәй осраштым улар менән, шуға күрә эшемде яратам, иртә менән машина янына талпынып киләм, – тине ул.
Әҙәм балаһы бәхетте үҙе булдыра, тибеҙ. Юҡҡа ғына эшкә ашҡынып барыусыны, өйөнә йүгереп ҡайтыусыны бәхетлегә һанамайҙар.
Әйткәндәй, Мәснәүи Мәүләүи улы ғаиләһенән дә уңған. Һөйөклө ҡатыны Флидә ханым менән ике баланы башлы-күҙле иткәндәр. Бөгөн Филиә менән Эльвир икеһе лә юғары белемгә эйә, ҡыҙҙары – педагог, улдары – юрист.
– Асҡын – тыуған төйәгем, Өфөлә ваҡытлыса йәшәп алдым, Краснокамала төпләндем. Шулай күсенеп йөрөмәһәм, тотош илебеҙҙе арҡырыға-буйға киҫеү тәтер инеме? Юҡтыр, – тине хушлашҡанда Мәснәүи Ибра­һимов.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 51

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 36

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 39

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 39

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 99

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 79

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 43

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 45

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 155

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 33

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 36

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 34