Кама буйы халҡы ҡарыулы

30-05-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Кама буйы халҡы ҡарыулыБашҡортостан – үҙенсәлекле төбәк. Республикабыҙҙың тәбиғәте һәм халыҡтың көнитмеше – быға асыҡ дәлил. Ҡайҙалыр уңғандар сәсеүгә төшкәндә, икенсе яҡта баҫыуҙа һаман да ҡар иремәй ята. Мәҫәлән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, малдары ишле, йәшелсәселектә лә, иген үҫтереүҙә лә һынатмайҙар.


Дөрөҫ, республикабыҙҙа һәр райондың үҙенә генә хас эш үҙенсәлектәре бар, һәр береһе ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшә, ҡаҙаныштары менән маҡтана ала. Краснокама уңғандары тураһында ла шулай маҡтау һүҙҙәрен еткерге килә.
Район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктең социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, һәр йәһәттән дә үҫеш күҙәтелә. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙерге тормошто элекке йылдарҙағы менән сағыштырырмын тимә. Әйтәйек, бынан бер нисә йыл элек ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеүгә аҙна ваҡыт үтһә, әле уны бер көн эсендә асыҡларға мөмкин.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә баҫым яһау, ауыл хужалығы кооперативтарын һаҡлап ҡалыу төньяҡ-көнбайыш төбәкте иҡтисади йәһәттән һауыҡтырыуҙың бер эш ысулы икәнен аңлап, уй-ниәттәрҙе бойомға ашыра етәкселек.
Мәғлүм булыуынса, төньяҡ-көнбайыш – өлөшләтә аграр биләмә. Шуның өсөн иң беренсе сиратта ауыл хужалығына йөҙ менән боролоу зарур. Үҫемлекселеккә килгәндә, яңы технологияларҙы индереү, уңышҡа көслө тәьҫир иткән мелиорацияны әүҙем ҡулланыу, сәсеү әйләнешен боҙмау отошло, тигән фекерҙе яҡлайҙар бында.
Ит һәм һөт етештереү – ауыл хужалығының төп тармаҡтары. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә етерлек: сәсеүлек майҙансыҡтары йәйелеп ята, мал аҙығын етерлек әҙерләргә мөмкин. Әйткәндәй, сәсеүҙе уңышлы тамамлағандар.
– Төп бурыс – халыҡҡа эш урындары булдырыу, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу, – ти Рәзиф Мөхәмәтнур улы.