Балам, тип үҙәк өҙөлә...Дүшәмбелә бөтә ил буйлап Берҙәм дәүләт имтихандары биреү башланды. Ул – сығарылыш класы уҡыусылары ғына түгел, уларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре өсөн дә ярайһы уҡ ҙур һынау.

Алдан уҙғарылған һынау имтихандары ваҡытында ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаһының муйынындағы аманат итеп таҡҡан сылбырын һалыуын, кейгән кейемен күтәреп күрһәтеүен, аяҡ кейемен сисеүен, бәҙрәфтән тиҙерәк сығыуын талап итеүҙәре тураһында зарланғанын ишетергә тура килде. Дөрөҫмө былар?
Ысынлап та, БДИ-ның үҙенең ҡәтғи тәртиптәре бар. Уның талаптарына күнергә лә, өйрәнергә лә кәрәк. Имтихан тотоу былай ҙа еңел эш түгел, шуға өҫтәп, мотлаҡ ҡағиҙәләрҙе үтәү – икеләтә һынау, өҫтәмә баҫым. Ә балаларҙы быға әҙерләп, тынысландырып, оҙатып ебәреү – ошо мәлдә ата-әсәнең төп бурысы.
Нимәләргә айырыуса иғтибар итергә һуң? Иң беренсе, үтә күренмәле тоҡсайға һалып рөхсәт ителгән генә әйберҙәрҙе биреп ебәрергә: паспорт, ике ҡара гель ручкаһы, линейка, ябай калькулятор, транспортир, дарыуҙар, тышлығы сиселгән шоколад һәм һыу.
Металл детекторы аша тикшереүҙе, ғәҙәттә, хурлыҡлы ғәмәл тип һанаһалар ҙа, шунһыҙ булмай. Балаға бының кисектергеһеҙ эш икәнен аңлатырға кәрәк. Аэропорттарҙа, ҡайһы бер тимер юлы вокзалдарында, күмәк күңел асыу сараларында ишектән ингәндә һаҡсыларҙың шулай ҡыланыуы – ғәҙәти күренеш. Был процедураны үтеүе еңелерәк булһын өсөн биҙәүестәр таҡмаҫҡа, ҡул сәғәтен өйҙә ҡалдырырға, тимер өлөштәре булған кейем кеймәҫкә.
Ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта, шпаргалка, сымһыҙ телефон һәм башҡа тыйылған техник саралар ҡулланғанда уҡыусы БДИ-нан ситләтелә. Уға һынауҙы ҡабаттан тоторға рөхсәт ителмәйәсәк, башҡарған эше тикшерелмәйәсәк. Әгәр бала үҙен насар тойоп, был турала хәбәр итһә, медицина ярҙамы күрһәтелеп, имтихандың өҙөлөүе тураһында акт төҙөлә һәм резерв көндә ҡабаттан БДИ тапшырыу мөмкинлеге бирелә.
Өҫтә һанап үтелгән низағтарҙа кем хаҡлы һуң? Дөрөҫөн әйткәндә, муйындағы сылбырҙы металл детекторы аша үткәндә һалып, киренән кейергә була. Өҫ һәм аяҡ кейемен күтәреп, сисеп күрһәтмәһәң дә хаҡлыһың. Кәрәкһә, бәҙрәфтә күпме кәрәк, шунса булырға мөмкин. Әммә былар бөтәһе, ойоштороусыларға ҡаршы­лашыу осраҡтары ла, һынау биреүсегә өҫтәмә иғтибар йәлеп итәсәк. Имтихан буйы уны ике-өс кеше даими күҙәтәсәк, янында ураласаҡ. Ә был, үҙ сиратында, нервы көсөргәнешлегенә килтерәсәк, тулҡынланыуҙы көсәйтәсәк. Кәрәкме шундай борсолоу? Әлбиттә, юҡ.
Тимәк, барыһына айыҡ аҡыл менән ҡарап, балаңа төплө аңлатыу бурысын аныҡ һәм теүәл башҡарғанда, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Ә ғәзизең өсөн үҙәк өҙөлөүе – маңлайға яҙылған яҙмышың...