Күңелебеҙҙә – һәр саҡ ҡояш

1-06-2018, 00:03 // Йәмғиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Бөгөн – Халыҡ-ара_балаларҙы_яҡлау_көнө

Күңелебеҙҙә – һәр саҡ ҡояшКүк йөҙөн болот ҡаплаған һалҡын көндә йән йылыға иҙрәй, яҡтылыҡҡа күҙ сағыла аламы? Әлбиттә! Яныңда балалар шау-гөр килһә, күңел күге гелән ҡояшлы. 1 июнь алдынан, күркәм йолаға ярашлы, редакцияға хеҙмәттәштәребеҙҙең мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙары килеп еткәс, был хаҡлыҡҡа йәнә бер ҡат инандыҡ.
Балалар баҡсаһында ла бер-береһенән айырылмаған әхирәттәр Әҙилә Усманова менән Фатима Аҡъюлова, тәүгеләрҙән булып килеп етеп, етәкләшеп бүлмәләр буйлап һаулыҡ һорашып сыҡты. Рәсем төшөрөргә яратҡан ҡыҙсыҡтар бүләккә сағыу һүрәттәрен дә алып килгән икән. Иркә, наҙлы ҡыҙҙар йыр-бейеүгә лә әүәҫ. Вәт, оҫта үҙҙәре!
Биш йәшлек Әҙилә Әһлиуллина иһә – торғаны “ут”. Киләһе йыл мәктәпкә барырға әҙерләнгән ҡыҙ шиғырҙы күп белеүен, оҫта йырлауын тағы бер ҡат күрһәтеп алды. Балалар баҡсаһында үткәрелгән “Барыһынан да шәберәк” проектында еңеү яулаған ул!
Ике йәшен яңы тултырған Сабина Ғимаева, бындай сарала тәүгә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, аптырап ҡалманы. Үткер, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙсыҡ таныш түгел донъяны йүгереп йөрөп өйрәнде. Юлиә менән Камила Миңғәлиевалар иһә фотоға төшкәндән һуң ауылға йыйыныуҙарын һөйөнсөләне.
Бер башҡа үҫкән, етдиләнгән Азамат Абдуллин, сабыйҙарҙың сыр-сыу килгәнен йылмая биреберәк ҡарап торҙо ла, йәнә һүрәт төшөрөүен дауам итте. Балалар баҡсаһын тамамлап, Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына барырға йыйынған ағай кешенең шаярып йөрөргә ваҡыты бармы һуң? “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеү яулаған, спортҡа шәп малай уҡыуға бөгөндән әҙер.
...Күмәкләп фотоға төшкәндә күңелле шау-шыу айырыуса ҡыҙҙы. Әммә бер нисә секундҡа булһа ла тын ҡалып, фотоаппаратҡа ҡарап ҡул болғарға өлгөрҙө балалар. Күңелдәргә улар ҡундырған ҡояш әллә күпме уңышҡа, еңеүҙәргә юл ярасаҡ әле!