Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Келәүсиндәрҙең ырыҫлы йортонда
Келәүсиндәрҙең ырыҫлы йортондаТөрөмбәт ауылында йорт һалып гөрләтеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе Келәүсиндәр. Миҙәхәт ағай менән Миңйыһан апай бынамын тигән күркәм йорт күтәреп, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, ауылдаштарына ла, туғандарына ла матур өлгө күрһәтеп йәшәй.

Икеһе лә, оҙаҡ йылдар данлы “Өршәк” колхозында эшләп, бөгөн хаҡлы ялға сыҡҡан. Миҙәхәт ағай һөнәре буйынса – механизатор, техниканы унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Миңйыһан апай иһә ошо уҡ колхозда ашнаҡсы булып эшләгән. Улар икәүләп Ирғәт, Илдар, Ирина исемле ул һәм ҡыҙҙарын үҫтереп, уларға матур тәрбиә һәм белем биргән.
Ауылдаштары өсөн, ҙур ғаилә булараҡ, күркәм үрнәк улар. Абруйлы апай-ағайҙы һәр саҡ ихтирам итәләр. Ғөмүмән, Келәүсиндәр күп Төрөм­бәттә, Миҙәхәт ағайҙар торған ауыл яғында бер урам булып ултырған улар. Һәммәһе лә матур итеп донъя көтә.
Оло улдары Ирғәт күптән башлы-күҙле, айырым йорт һалып сыҡҡан. Атаһынан техника серҙәренә төшө­нөп үҫкән эшлекле егет үҙ эшен дә ошо юл менән бәйләгән, трактор алып, ауылдаштарына, фермер хужа­лыҡтарына баҫыу эштәрендә ярҙам итеп аҡса эшләй. Ҡатыны Әлфи­нур менән дүрт бала тәрбиә­ләйҙәр. Килен ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, хужабикә лә ашнаҡсы булып эшләгән. Бөгөн декрет ялында. Уларҙың оло ҡыҙҙары Алһыу Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курсында белем ала. Азалия менән Илнар – ауыл мәктәбендә, береһе – һигеҙенсе, икенсеһе дүртенсе класта уҡый, бәләкәй Әҙиләгә иһә ике генә йәш. Бөтә балалар ҙа йыр-бейеүгә әүәҫ, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөйҙәр. Һәр йәһәттән бәләкәйҙәргә ата-әсәһе һәм оло апайҙары өлгө, сөнки Алһыу мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған.
Келәүсиндәрҙең ырыҫлы йортондаКеләүсиндәрҙең уртансы улы Илдарҙың да үҙ ғаиләһе бар. Ул Наумкинда мал ҡараусы булып эшләй. Ҡатыны Ғәлиә менән Юлиә һәм Илмир исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Әлегә улар атай нигеҙендә донъя көтә. Берҙәм булғас, эш тә алға бара, балалар тауышы гөрләп торған йортта йәшәүе лә күңелле, ти Келәү­синдәр. Ауыл ерендә мал тотмайынса йәшәп буламы һуң, ҙур ғаилә күпләп мал аҫрай, йылҡы көтә, йыл һайын 100-ҙән ашыу баш ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Йорттарына ла газ үткәрелгән.
Юлиә лә ағай-апайҙарына оҡшап йыр-бейеүгә әүәҫ, мәктәптә үткәрел­гән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, һүрәт төшөрөргә ярата. Дүрт йәшлек Илмир ҙа апаһынан ҡалышмай, һәр ергә өлгөрә, шуҡ һәм шаян.
Балалар тауышынан гөрләп торған йортта ырыҫ та, бәхет-шатлыҡ та, ҡыуаныстар ҙа бергә килә. Ошондай йәмле, татыу ғаиләгә ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел. Бар балаларын үҙҙәренә тартып, дәртләнеп донъя көтә Миңйыһан менән Миҙәхәт Келәүсиндәр. Булмыштары, тормоштары дәртле, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ауыл концерттары, төрлө байрам саралары уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ә төрлө өмәләр – Келәүсиндәрҙең йолаға әйләндергән эштәренең береһе.

Ауырғазы районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 8

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 76

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 66

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 113

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 147

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 63

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 76

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 51

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 85

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 82

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 47

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 52