Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәме әле лә тел осонда...
Тәме әле лә тел осонда...Мөрсәк – Ҡарлыман мәмерйәhе ышығында hаҡланып ҡалған бәләкәй генә ауыл. Уға Мөрсәлим ҡарт нигеҙ hалған, тиҙәр. 1920 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 65 йортта 299 кеше йәшәгән. Һүрәттәге инәйҙәр тап ошо ауылға hуғыш йылдарынан hуң килен булып төшкән. Күптән түгел генә улар ауылымдың йәме ине…

Ҡәhәрле hуғыштан hуң был килендәрҙең тормошо еңелдән булмаған. Яҙын бысраҡ кисеп, ҡышын көрт йырып, ун ике саҡрым ер үтеп, Ҡырмыҫҡалынан икмәк ташығандар. Донъям теүәл булhын тип, колхозда бил бөккәндәр. Ҡалын ҡар аҫтынан шәкәр сөгөлдөрөн көрәк менән ҡаҙып алып тапшырғандар. Ошондай этлектәр күреп тә, уларҙың кешелекле булып ҡалыуы hоҡландыра ғына.
Һулда ултырған Сәлимә әбей балалары менән Үзбәкстандан ҡайтты. Баҫалҡы, тыныс холоҡло ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыраҡ ерҙән ҡайттым тип аптырап ҡалманы, бер кемгә лә бәлә hалып ултырманы. Балаларын абруйлы урындарға эшкә урынлаштырҙы. Ә үҙе бына тигән итеп йорт hалып инде. Урам тултырып мал-тыуар ҙа үрсетеп ебәрҙе. Йыл һайын ҡаҙ бәпкәләре алып, уларҙы сабый ҡараған кеүек тәрбиәләй ине. Мин ауылға ҡайтҡан hайын, минең турала гәзиттә уҡып барыуын әйтеп, хәл белергә инә торғайны.
Ә уртала ултырғаны – Хәлиҙә әбей. Мин бәләкәй саҡта атайым тракторсылар бригадиры булып эшләне. Көн hайын тигәндәй атын егеп, колхоз буйлап әле теге, әле был запчасты юллап йөрөнө. Мин дә уға ултырып, барыһын да күҙәтеп киләм. Күрше ауыл урамдарын ҡарау бигерәк тә ҡыҙыҡ була торғайны. Бына бер заман, запчасть эҙләп, атайым менән Алайғырға юлландыҡ. Көн эҫе, арыттырҙы. Шунда ҡаршыбыҙға Ғәли ағай килеп сыҡты. Беҙҙе өйөнә саҡырҙы. Йорттарына ингәс, атайымдың артынан ғына атлап барам. Ят ер, таныш түгел, бар урын да таҙа, йыйыштырылған. Бына шунда Хәлиҙә әбейҙе беренсе тапҡыр күрҙем.
Инәй йүгерә-атлай самауыр ҡуйҙы, өҫтәлгә барыһын да ултыртты. Сәй ҡайнағансы ашап ал тип, ҡомалаҡ әсеткеhендә ҡабартылған, йомшаҡ тәмле еҫле икмәкте ҡулыма тотторҙо. Минең әсәйем дә ошондай хуш еҫле икмәк бешерә ине. Шул ваҡыт Ғәли ағай урынынан тороп, икмәгемде семтеп алып, тоҙ hипте. Шул тәм hаман телемдең осонда, бик тәмле булды ул.
Һүрәттәге өсөнсө ҡатын – әсәйем. Минең ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешем. Бала сағымдан алып hуңғы көндәренә тиклем үҙен түгел, мине ҡайғыртты, бошондо, хәсрәтләнде. Бер ваҡытта ла һыр бирмәне, өндәшмәне, ауыртыу-һыҙланыуын күрһәтмәне, тешен ҡыҫып булһа ла түҙҙе. Әсәйҙәрҙән ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡтыр ул был донъяла. Бәүелткән дә, яратҡан да, күҙ йәштәрен hөрткән дә, тынысландырған да – ул. Уға ҡарап һәр ваҡыт һоҡландым. Беҙҙән башҡа донъя мәшәҡәттәре, баҡсаhы, мал-тыуары, ҡош-ҡорто... Нисек барыһына ла өлгөргән икән? Ә хәҙер ул юҡ. Күңелебеҙҙә тултыра алмаҫлыҡ бушлыҡ ҡалдырып, арабыҙҙан китте. Күҙҙәрем тулы йәш, hағынам әсәйемде. Ятҡан урындарың тыныс, ауыр тупрағың еңел, урының йәннәттә булһын.
Иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен белегеҙ әсәйҙәрҙең.

Ҡырмыҫҡалы районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95