Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уларға нимә кәрәк?
Уларға  нимә кәрәк?“Ир-егеткә нимә кәрәк икән ул? Аптырарһың, бөхтә итеп кейенгән, матур ҙа, тәрбиәле лә, бер, хатта ике юғары белемле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ донъя тулы. Тик ниңәлер уларҙың янында булған ир-егет йә “төшөрөргә” ярата, йә “һулға” саба, йә йүнһеҙ. Бына, Сания, беҙҙең подъезды ғына ал, шулай түгелме ни? Ир-егеткә нимә кәрәк, йә, әйт миңә?”

Подъезд алдында ҡолаҡҡа салынған ошо һөйләшеү оҙаҡ ҡына тынғы бирмәне. Ысынлап та, күҙ күрке булыр матур заттар ҙа, борҡотоп тәмәке тартҡан ҡыҙҙар ҙа, үҙ иштәрен таба алмай йөрөгән буйҙаҡтар ҙа, яман ҡылыҡтары менән дан алған йүнһеҙҙәр ҙә етерлек шул һәр ерҙә. Шулай ҙа әлеге үҙенең әхирәтенә биргән оло кешенең һорауын иғтибар үҙәгенә алайыҡ әле. Ысынлап та, беҙ киноларҙа күреп, китаптарҙа уҡып күҙ алдына килтергән идеаль мөнәсәбәттәргә ҡоролмаған шул донъя. Тормош булғас, төрлөһө була. Тик ниңәлер ауыр таяҡтың ҡаты осо ҡатын-ҡыҙ башына, уларҙың иңенә төшөүсән. Һылыу­ҙан-һылыу кәләш алып, уның ҡәҙерен белмәгән ир-егет юҡ түгел шул. Мәсьәләнең сәбәптәрен асыҡлау өсөн ошо яҙмаға күҙ һалайыҡ әле.
“Ир-егеткә нимә кәрәк? Ирем өйләнешкәндә был һорауға яуапты бик аңлайышлы итеп бирҙе. “Лена, беләм, һин бер ҡасан да иң яҡшы ресторандарҙағы шеф-поварҙар кеүек ашарға бешерергә өйрән­мәйәсәкһең. Тәмле аҙыҡты мин үҙем дә һатып ала алам. Һәм өйҙө лә иң яҡшы клининг компанияһы ише йыйыштыра алмаҫһың, ваҡытың етмәҫ. Өйҙәге таҙалыҡты мин һиңә һатып алырмын. Уйлап ҡараһаң, бөгөн түшәк бүлешеү өсөн дә өйләнешеү мөһим шарт түгел бит... Эйе, ғаилә ҡороп, мөнәсәбәттәр төҙөү өсөн улар ҙа кәрәк, әммә иң мөһиме – ул икенсе әйбер. Бәлки, уны һүҙ менән генә аңлатып булмаҫ та кеүек. Нисек әйтергә белмәйем, ул, моғайын, тойғо йә торош­тор... Мөхәббәтте, йылылыҡты тойоу... Илһамланыу, һинең яныңда булыуҙан батырлыҡ ҡылырға әҙер тороу торошо... Шулар бар икән, башҡаһын бергәләп тә хәл итә аласаҡбыҙ. Булмаһа, бер ниндәй тәмле аш та, өйҙәге таҙалыҡ та, түшәк бүлешеү ҙә артыҡ мөһим түгел...”
Ире Валерийҙың әйткәндәрен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп яҙған авторҙың һүҙҙәренән беҙ нимә аңлай алабыҙ һуң? Уйлап ҡараһаң, бәхетле мөнәсәбәттәр өсөн был донъяла ҡатын-ҡыҙҙың нимәнелер иҫ китмәле матур итеп эшләүе түгел, ә әйләнә-тирәне йылылыҡ, йәм, мөхәббәт менән тултыра алыуы, нимәнелер эшләү түгел, ә булыу, йәғни ниндәй торошта йәшәүе мөһимерәк.
Ҡыҙҙар, бына хәҙер тирә-яғы­ғыҙға күҙ һалығыҙ әле. Һеҙ үҙе­геҙҙең киңлекте нисек матур­лайһығыҙ. Нур, яҡтылыҡ, мөхәббәт, шатлыҡ, яҡшылыҡҡа урын бармы унда? Әлбиттә, был тәьҫирҙе күңел менән тойоу һәм яуап табыу ҡыйын булмаҫ. Әгәр ҙә юҡ икән, уйланырға урын бар.
Шулай ҙа ғаилә мөнәсәбәт­тәрендәге хәл ителәһе мәсьәлә бер яҡлы ғына түгел. Был осраҡта ир-егеттәр ҙә ҙур роль уйнай. Егеттәр, һеҙ ҡатын-ҡыҙҙарығыҙ мөхәббәтле торошта булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тип уйланып ҡарағанығыҙ бармы? Уның матур торошта булыуы өсөн үҙегеҙгә яуаплылыҡ ала алаһығыҙмы? Көн һайын яратҡан кешегеҙҙең кәйе­фенә иғтибар итәһегеҙме, уйла­наһығыҙмы? Тап бөгөн ҡатынығыҙ ысын мәғәнәһендә үҙен гүзәл зат итеп тойһон өсөн нимә эшләнегеҙ? Уйланайыҡ әле...
Шулай итеп, ир-егеткә нимә кәрәк? Ғаиләлә улар нимә эҙләй? Тәү сиратта мөхәббәт, әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙ йылылығы һәм мөхәб­бәте – серлелек, мөғжизәләр тыуҙырыусы оло хис. Әлбиттә, мөхәббәт ике яҡлы, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың да көткәне – мөхәббәт. Ошо тойғо алға әйҙәй, йәшәтә. Быры тик ҡатын-ҡыҙ менән ир-егет кенә мөхәббәтте барлыҡҡа килтерә һәм бәхетле итеп йәшәтә ала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар...

Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар... 17.12.2018 // Йәмғиәт

Ошо ялда Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы янғын тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Ут һүндереүселәр...

Тотош уҡырға 21

Сибай – Баймаҡ юлында фажиғә

Сибай – Баймаҡ юлында фажиғә 17.12.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Хәсән ауылы янында юл-транспорт һәләкәте теркәлә. Ике еңел автомобиль бәрелешә,...

Тотош уҡырға 37

Сүп-сарға хаҡ төшкән!

Сүп-сарға хаҡ төшкән! 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн күп фатирлы йортта...

Тотош уҡырға 36

Биш йорт барыһына ла етмәй

Биш йорт барыһына ла етмәй 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабргә тиклем республикала алданған өлөшсөләр өсөн биш күп фатирлы яңы йорт тапшырылырға...

Тотош уҡырға 22

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята 17.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33...

Тотош уҡырға 58

Урманда аҡса тапҡан

Урманда аҡса тапҡан 17.12.2018 // Йәмғиәт

Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай,...

Тотош уҡырға 109

15 йәшлек әсәне кем ала?

15 йәшлек әсәне кем ала? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә....

Тотош уҡырға 95

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған 17.12.2018 // Йәмғиәт

Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә...

Тотош уҡырға 51

Яҙыусы... дауаханала эшләй

Яҙыусы... дауаханала эшләй 17.12.2018 // Йәмғиәт

"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр...

Тотош уҡырға 72

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар....

Тотош уҡырға 50

Иң һылыу ҡыҙ кем?

Иң һылыу ҡыҙ кем? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы...

Тотош уҡырға 37

Ҡыш бабайҙар яуы килә...

Ҡыш бабайҙар яуы килә... 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр...

Тотош уҡырға 34