Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешене хеҙмәт йәшәтә
Кешене хеҙмәт йәшәтә Тормошта төрлө һөнәр эйәләре бар. Һәр хеҙмәт төрө ҡатмарлы ла, үҙенсәлекле лә. Замандың йылъяҙмаһын шул осорҙа йәшәгән һәм эшләгән һөнәр кешеләре яҙа. Ә бына уҡытыусы булып эшләү, балаларға аң-белем, тәрбиә биреү – икеләтә яуап­лы бурыс. Киләсәк быуынға арналған ғүмер, улар өсөн сарыф ителгән хеҙмәт алтынға бәрәбәр, минеңсә, сөнки һәр төрлө шөһрәтнамәләр, наградалар ваҡыт үтеү менән онотола, ә халыҡ хәтере мәңгелек. Был – хеҙмәт кешеһе өсөн иң ҙур баһа.

Ауылда үҙенең ябай хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған шәхестәребеҙ бихисап. Ауырғазы районының Семёнкин ауылында йәшәгән апайым Сәлимә Ишморатованы ла шул исемлеккә индерергә була. Утыҙ биш йыл ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышланы ул.
Сәлимә Ғәзизйән ҡыҙы 1958 йылдың йәмле майында гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Яңы Усман ауылында донъяға килгән. Ғаиләлә дүрт малай, алты ҡыҙ араһында иң өлкәне булараҡ, ул бәләкәйҙән яуаплы булып үҫә. Уҡыуға булған көслө ынтылышы Ишембай ҡалаһындағы 2-се мәктәп-интернатҡа алып килә. 1975 йылда, урта белем алып, Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә.
Хеҙмәт юлын 1982 йылда Илеш районының Бишҡурай ауылында башлап ебәрә. Өс йыл шунда балаларға немец теленән белем бирә.
Артабан уны яҙмыш елдәре Ауырғазы районының Мәҫәле ауылына илтә. Яңы урында ең һыҙғанып эш башлай ул. Киң эрудициялы, тәрән белемле уҡытыусыны биш йылдан һуң директор итеп ҡуялар. Һәр эште еренә еткереп, ал-ял белмәй эшләй.
1992 йылдан шул уҡ райондың Семёнкин мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итте. Үҙенә лә, уҡыусыларына ла талапсан булыуы уңыштарға алып килде. Күп тапҡыр улар район, республика олимпиадаларында призлы урындар яуланы.
Һөнәренең оҫтаһы, ныҡыш, телгә маһир Сәлимә Ғәзизйән ҡыҙын 1996 йылда директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, ә 1999 йылдан директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыр һәм яуаплы эште ихлас йөрәктән, ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарҙы ул. Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эштәре менән берлектә хужалыҡ, финанс мәсьәләләрен хәл итеү, ҙур коллективҡа етәкселек итеү, әлбиттә, күп көс, энергия талап итә. Был вазифала ул 2007 йылға тиклем эшләне. Икенсе юғары белем алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алыуға өлгәште. Оҙаҡ йылдар туған телгә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу өсөн күп эшләне, йәш быуынға белем һәм тәрбиә бирҙе. 2009 йылда районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә еңеү яуланы, шул уҡ йылда республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнашып, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеп сыҡты. Уның емешле педагогик хеҙмәте республика грантына лайыҡ тип табылды. Сәлимә Ғәзизйән ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас та, яратҡан эшен бер нисә йыл дауам итте. Үҙенә килгәндә, ауылдаштарына, туғандарына ҡарата һәр саҡ ярҙамсыл, иғтибарлы, ихлас, туған йәнле кеше ул. Юныс еҙнәбеҙ менән гөрләтеп донъя көтөп, өс балаға ғүмер бирҙеләр. Әле лә тормошта уларға аяҡҡа баҫырға ярҙамлашып йәшәйҙәр. Емертеп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, кинәнеп мул тормошта йәшәйҙәр.
Өлгөр хужабикәнең аш-һыуы ла телеңде йоторлоҡ. Ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй ул! Ҡунаҡсыл да – йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Буш ваҡыттарында телевизор-радио яңылыҡтарын тыңларға, китап, гәзит-журнал уҡырға ярата. Йыл да матбуғат баҫмаларына яҙылмайынса ҡалмай. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, район гәзиттәрен алдыра һәм ҙур кинәнес менән уҡып бара. Мәҙәниәт, матбуғат, сәнғәт, тарих менән ҡыҙыҡһына – бер нәмәгә лә битараф түгел.
Үҙебеҙҙең районда сыҡҡан “Бөрйән ҡыҙҙары” исемле китапта Сәлимә Ғәзизйән ҡыҙының эшмәкәрлегенә лә лайыҡлы баһа бирелгән.
Кешене был донъяла маҡсат, яратҡан эш, татыу, матур ғаилә йәшәтә. Ҡараңғы төндәрҙе ҡояшлы көндәр алмаштыра. Ошоға барлыҡ булмышы менән инанған апайыбыҙ — бөгөн дә яратҡан мәктәбендә көтөп алынған хөрмәтле ҡунаҡ. Уның ярҙамына, кәңәшенә, белеменә мохтаж булған уҡыусылары, коллегалары һәр байрамда уны ашҡынып көтә.
– Етәкселек эшемде, һәр дәресемде күңел күҙлеге аша үткәреп, кешеләрҙән фәһем, өлгө алып эшләнем, тормош аҡылын туплап башҡарған хеҙмәтемдән оло ҡәнәғәтлек табып йәшәнем һәм әле лә шулай дауам итәм, – ти ул.
Ошо көндәрҙә ҡәҙерле апайыбыҙ үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Кеше матур эше менән. Йәшәйешкә йәм биргән ошондай күркәм заттар барҙа тормош йәмле, йәнле. Хеҙмәттә үткән ғүмер – алтын ғүмер.

Бөрйән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 8

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 76

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 66

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 113

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 147

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 63

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 76

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 51

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 85

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 82

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 47

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 52