Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылы һүҙгә һәр кем мохтаж
Йылы һүҙгә һәр кем мохтажКүп тиҫтә йылдар буйына халыҡты социаль яҡлау, шул иҫәптән өйҙә хеҙмәтләндереү функцияларын беҙҙең илдә фәҡәт дәүләт органдары башҡарып килде. Бөгөн иһә яңы иҡтисади шарттарҙа сифатлы ярҙам күрһәтеүгә ихтыяж арта бара. Шуға күрә инвалидтарҙың һәм өлкән йәштәгеләрҙең тормошон еңеләйтеү, уларға уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға ирешеү өсөн был өлкәгә дәүләттеке булмаған ойошмалар йәлеп ителә.

Ошо проектты республикала тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡта халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эләктереп ала. Шулай итеп, 2014 йылдың июлендә ҡалала “Ветеран” халыҡты социаль хеҙмәтлән­дереү коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы барлыҡҡа килә. Бөгөн өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өс бүлектә 110 социаль хеҙмәткәр 1200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
Дәүләттеке, коммерцияға ҡарама­ған ойошма... Нисек кенә атама, был эште башҡарған кешеләр иңендә ҙур хеҙмәт ята. Кешене тәрбиәләү бит робот һымаҡ уның иҙәнен йыуыу, өҫтөн алмаштырыу, дауаханаға йөрөтөүгә генә ҡайтып ҡалмай, оло кеше бигерәк тә йылы һүҙгә, әңгәмәгә мохтаж. Шуға бындай хеҙмәттәшлек барыбер ҙә күңел талабына барып тоташа. Һеҙ һүрәттә күргән Фәймә Ҡәйепҡолованы инәй-бабайҙар бигерәк тә ана шул йылы һүҙе, үҙҙәрен аңлағаны өсөн ярата.
– Фәймә Фәрит ҡыҙы быйылғы йылдың иң яҡшы социаль хеҙмәткәре булып танылды, – тип маҡтап телгә ала ойошма етәксеһе Лилиә Атйетә­ро­ва ла. – Биш йыл эсендә ул баҡҡан кешеләр тарафынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетәбеҙ.
Фәймә ханымдың Стәрлетамаҡта төпләнеүенә лә оҙаҡ түгел, быға тиклем ғаилә Ейәнсура районында йәшәгән. Тик ауылда мәктәп ябылып, хеҙмәт урынһыҙ тороп ҡалғас, Ҡәйепҡоловтар ҡалаға күсенеп китә. Шул мәлдән алып ул үҙен ололарҙы тәрбиәләүгә бағышлай ҙа инде.
– 15 инәй-бабайым бар, күберәге шулай ҙа гүзәл заттар. Оло кешеләр бит, килеп ингәс тә иң башта хәл­дәрен һорашам, тормош тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Үпкәләп тә китәләр, шунан арҡанан һөйөп оҙатып ҡала­лар, – тип эше менән таныштыра Фәймә Фәрит ҡыҙы. Күрәһең, социаль хеҙмәткәр булыу өсөн физик эшкә маһир ғына түгел, психолог та, донъя­уи хәлдәр тура­һында хәбәрҙар ҙа булырға тейешһең.
Ғәҙәттә, беҙ социаль хеҙмәткәр тип нәҡ ололарҙы ҡараған белгесте күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит улар инвалидтар, балалар менән дә эшләй. Фәймә Ҡәйепҡолова, мәҫәлән, өс бала ҡарай.
– Ҡайһы бер малай-ҡыҙҙарым әле балалар баҡсаһына бармаған, ҡайһыларын ата-әсәләре сирләп киткән саҡтарында күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡалдыра. Балалар менән эшләүе, әлбиттә, яуаплыраҡ – бер аҙымын да иғтибарҙан ысҡындыр­май­һың, – ти ул эш үҙенсәлеге хаҡында.
...Йәмғиәттә әлмисаҡтан бындай һөнәр эйәләренә мохтажлыҡ булған һәм буласаҡ та. Башҡалар ҡурҡҡан, сирҡанған, иренгән, ваҡыттарын бүлә алмаған эштәрҙе атҡарыуҙы үҙ бурысы итеп алған социаль хеҙмәт­кәрҙәргә шул уҡ йәмғиәттең дә йылы һүҙе күберәк булһын ине. Йылы һүҙгә һәр кем мохтаж бит.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 407

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 116

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 34

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 32

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 46

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 58

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 42

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 79

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 67

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 42

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 67

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 63