Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет сере – эшһөйәрлек
Бәхет сере – эшһөйәрлекТырыш, маҡсатҡа ынтылыу­сан йәш ғаиләләр әҙ түгел арабыҙҙа: матур итеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, хеҙмәттә лә ал бирмәйҙәр... Иҫке Собханғол ауылынан Айгөл һәм Марсель Миңлеғоловтарҙың да бәрәкәтле тормошта йәшәүе – егәрле, эшһөйәр булыуҙары һөҙөмтәһе.


Килдеғол егете Марсель, һөнәрселек училищеһын тамамлап, Ҡыпсаҡта шәхси эшҡыуарҙа эшләгәнендә буласаҡ йәмәғәте Айгөлдөң күңелен яулай. Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. Бөгөн Миңлеғоловтар өс балаға атай-әсәй: беренселә уҡыған Мәҙинә һәм дүрт йәшлек Нурзидә ете айлыҡ ҡустылары Мансур менән мәж килә. Математикаға барымы көслө Мәҙинә, дәрестәрҙән тыш, сәнғәт мәктәбендә рәсем төшөрөү серҙәренә төшөнә, Нурзидә шиғыр ятлауға әүәҫ. Ғаилә менән бас­сейн­ға, катокка йөрөйҙәр, Шүлгән­гә сәйәхәт ҡылалар, Өфөгә барып, Салауат Юлаев һәйкәлен күреп, ял парктарында каруселдәрҙә әйләнеп ҡайталар.
Балаларҙың тыуған көндәрен үткәреү – ғаиләнең күркәм тради­цияһы. Былтыр Ҡорбан байрамын да матур итеп билдәләгәндәр – Ҡыпсаҡҡа барып, туғандарҙың балаларын, олатай-өләсәйҙең күрше-тирәһендәге балаларҙы йыйып, уйындар ойоштороп, бүләктәр өләшеп, Үҙән буйын гөрләткәндәр.
– Беҙҙе нисек тәрбиәләгәндәр, беҙ ҙә балаларҙы шулай тәрбиә­ләргә тырышабыҙ. Маҡтап та, кәрәк икән, әрләп тә алабыҙ, – ти атай менән әсәй икеһе бер тауыш­тан. Бала тәрбиәләүҙә генә түгел, ғөмүмән, бер-береһен аңлау, бер-береһенә хөрмәт менән ҡарау ярылып ята Марсель менән Айгөлдөң мөнәсәбәттәрендә.
– Иптәшем холҡоноң бөтә яҡтары ла оҡшай: тырыш, эшлекле, ышаныслы ғаилә башлығы, техниканы яҡшы белә, бүләктәр өләшергә ярата. Балалары өсөн өҙөлөп торған атай ул – Мәҙинәгә дәрес әҙерләшә, бәләкәстәрҙе ҡараша, – ти Айгөл ире хаҡында.
– Айгөл дә тырыш, матур итеп донъя көтә, аш-һыуға оҫта. Ҡайтыуыма һәр ваҡыт ашарға бешкән була, – ти йылмайып аҙ һүҙле ғаилә башлығы.
Ысынлап та, хәләл ефетенән уңған Марсель: “Землемер” предприятиеһында эшләп, декрет ялына сыҡҡан хужабикә ғаиләһен тәмле торттар, бәлештәр менән һыйлай, өй икмәгенән, һалмалы һурпанан өҙмәй. Үҙе әҙерләгән ҡайнатма-салаттары яҙға тиклем етә. Сәскә-гөлдәр үҫтерә, ҡул эшенә маһир: сигеү сигә, ҡыҙҙарына биҙәүестәр әҙерләй, бәйләм бәйләй, түшелдерек тә эшләп ҡуйған.
Һыйыр тотоп, баҡса үҫтереп, үҙҙәренә етәрлек ит, һөт ризыҡ­тары, йәшелсә, картуф етештереп ала Миңлеғоловтар. Ҡаҙ ҙа көт­кәндәре булған, быйыл брой­лер­ҙар менән йомортҡа һала торған тауыҡтар алырға ниәтләй­ҙәр. Баҡсаларында ҡарағат, алма­ғас, ағас еләге, крыжовник үҫә, эргәлә генә турғай еләге ишелеп уңа. “Иптәшем еләк йыйырға, ба­лыҡ тоторға ярата, күмәкләп емеш-еләккә йөрөйбөҙ”, – ти Айгөл.
Өйләнешкәс, Баҙал биҫтәһенең Азатлыҡ урамындағы бәләкәй йорттарына тәүге ғаилә булып сыға ғаилә. Урамда юл да, һыу ҙа юҡ, электр үтмәгән…
Шишмәнән һыу ташып, ҡурсау­лыҡ аша ут һуҙып көн итәләр тәү­ге осорҙа. Бөгөн иһә үҙ көстәре менән һалып ингән 13,5 х 9 метр ҙур­лыҡтағы газлы-һыулы иркен йортта йәшәйҙәр. Район мәғариф бүлегендә водитель булып эшләп йөрөгән Марсель өйҙәренә һыуҙы үҙе үткәргән, иретеп-йәбештереп ҡапҡалар, мунса мейесе эшлә­гән. Заманса бар уңайлыҡтары булған, зауыҡ менән йыһазлан­дырылған йорттары Баҙалда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында өлгөлө тип баһа­ланып, бүләкле лә булған йәш ғаилә.
Бына шулай һәр көндөң ҡә­ҙе­рен белеп, тырышлыҡтары менән бәхеттәрен бөтәйтеп йәшәй эш­һө­йәр Миңлеғоловтар. “Бала­ларыбыҙҙы кеше итәйек тип ты­рышабыҙ. Уларҙың үҫкәнен күреп, ҡыуанып ултырырға яҙһын, донъя­лар имен торһон”, – тигән изге теләктә улар.

Бөрйән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 407

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 116

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 34

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 32

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 46

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 58

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 42

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 79

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 67

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 42

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 67

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 63