Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ауыл күркеТормош бит ул аҡҡан һыу кеүек: бала саҡ, йәшлек, унан инде ҡартлығы ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Һөйләйәсәк — геройҙарым – Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән Нурбикә менән Инсаф Ҡәнәфиндәр.


Ҡәнәфиндәрҙең бергә йәшәүенә 45 йыл да булып киткән. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерҙе аҙ тип әйтеп булмай. Күптәргә өлгө булып, бынамын итеп гөрләтеп донъя көткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Ҡәнәфиндәр нисек танышып киткән һуң?
Яҙмыш йәштәрҙе 1969 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға килгәс осраштыра. Математиканан имтихан биргән көндә танышып китә улар. Егет менән ҡыҙ, уңышлы һынау тапшырып, студент булыу бәхетенә өлгәшә. Сентябр­ҙең тәүге көндәрендә үк уларҙы — 30 ҡыҙҙы һәм алты егетте – сыуаш ауылына колхозға эшкә ебәрәләр. Нәҡ шул ваҡытта Баймаҡ һылыуы Нурбикә үҙенең егәрлелеге, сибәрлеге менән егеттең күңелен арбай ҙа инде.
Колхозда саҡта егеттәр һалам эҫкертләй, ә ҡыҙҙар иген елгәрә. Йәштәр бер ай самаһы эштә сынығып, дәртле студент тормошонда ҡайнап, дуҫлыҡ­тарын мөхәббәт хисенә әүерел­дереп, яңынан уҡырға ҡайта. Егет менән ҡыҙҙың ауылда башланған һөйөүе дауам итә, улар киноға йөрөй, буш ваҡыт­тарын бергә үткәрә.
1970 йылда Инсаф ағайҙы армияға алалар һәм Мәскәү өлкәһенә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Айырылып тороу ике аралағы хистәргә тағы ла нығыраҡ ялҡын өҫтәй. Ике яҡтан да мөхәббәт хаттары яуа. Ҡышҡы каникул мәлендә Нурбикә апай Мәскәүгә Ленин мавзолейын күрергә барыуы тураһында хәбәр итә. Ваҡыт еткәс, ул апаһынан аҡса алып тороп, һөйгән егете янына юллана. Инсаф ағай Нурбикә апайҙы Мәскәү, Ҡыҙыл майҙан, үҙенең һалдат тормошо менән таныштыра. Өс көн бергә булғандан һуң, ике аралағы тойғоларҙы тағы ла нығыраҡ ышаныслыраҡ итеп, ҡыҙ кире ҡайтып китә. Тарих ҡабатлана тигәндәй, ҡасандыр, 1943 йылда, Инсаф ағайҙың әсәһе лә взвод командиры, ѲӨфөѳ янында һалдаттарҙы пехотаға әҙерләгән ире янына барып, аҙна буйы уның эргәһендә булып ҡайтҡан була.
1972 йылдың декабрендә армиянан ҡайтҡас, Инсаф Хәсән улы Шығай мәктәбендә уҡытыу­сы булып эш башлай. Улар Нурбикә IV курсты тамамлар алдынан гөрләтеп туй яһай. Шулай итеп, ике йәш белгес ауыл мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона. 1974 йылда Нурбикә Әнүәр ҡыҙы математика, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта. Йәш ҡыҙ­ҙарҙы хеҙмәткә, аш-һыу, бәй­ләм-сигеү, тегеү серҙәренә өйрәтеү уға бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Ҡасандыр ул уҡытҡан, бөгөн үҙҙәре өләсәй булған ҡыҙҙар уға әле лә үҙ рәхмәтен белдереүҙән туҡта­май.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы 38 йыл математиканан белем биреп, 2012 йылда хаҡлы ялға сыға.
Ә Инсаф ағай иһә, 41 йыл ғүмерен балаларға арнап, 2013 йылда пенсияға китә. Шулай ҙа ул буш ятмай, Шығай ауыл Советы буйынса “Росгосстрах” бүлегендә агент булып эшләй, райондың “Урал” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә. Быйыл ул Аҙналы ауылында Ҡәнәфин­дәрҙең Шәжәрә байрамын да ойоштора. Бының өсөн әллә күпме архив юлын тапарға тура килә уға. Һөҙөмтәлә туғанда­рының, биш олатаһының шәжәрәһен төҙөй.
Бәхетле пар дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн оло ҡыҙҙары Айгөл Межгорье ҡалаһында акушер булып эшләй. Сөмбөл ике юғары белемгә эйә. Социаль педагог һәм кадастр инженеры һөнәрен үҙләштергән. Өсөнсө ҡыҙҙары Гөлдәр — Белореттағы “Связной” магазины етәксеһе. Кинйә ҡыҙ Гөлсөм Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында иҡти­садсы булып эшләй, БДУ-ның математика факультетын, Аграр университеттың иҡтисад факультетын тамамлаған.
Нурбикә апай менән Инсаф ағай икеһе лә хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғылары. Инсаф Хәсән улы мәктәптә эшләгән осоронда профсоюз эшен дә алып бара. Мәғариф идаралығының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, Рәсәй профсоюз­дарының 100 йыллыҡ юбилей миҙалы менән бүләкләнгән. Нурбикә Әнүәр ҡыҙы ла, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырмай. Шығай ауыл клубы­ның “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы. Ҡорама ҡорау, һаҡал, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алып бара. Был йүнәлеш буйынса ул Өфөлә уҡып ҡайтып, махсус сертификатҡа ла эйә булған. Уның ҡул эштәре һәр ваҡытта ла мәҙәниәт усағын биҙәп тора.
Ял көндәрендә, байрамдарҙа уларҙың өйҙәре шау-гөр килгән бәхетле тауышҡа күмелә. Нур­бикә һәм Инсаф Ҡәнәфин­дәрҙең татыу, тынғыһыҙ тормош юлы бөгөн күптәргә матур өлгө булып тора. Уларға артабан да ғүмер юлын бергә уҙып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәргә насип булһын.

Белорет районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35