Исеме үҙгәрһә, есеме лә үҙгәрә

13-06-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Исеме үҙгәрһә, есеме лә үҙгәрәАлексей Кудриндың Стратегик үҫеш үҙәге иҡтисадсылары ла, Рәсәйҙең Финанс министрлығы ла “йәшәү минимумы” тигән төшөнсәне “ҡулланыусы ҡаҙнаһы”на алмаштырырға тәҡдим итте. Бындай үҙгәреүҙән ни фәтүә булыры ябай халыҡҡа ҡараңғы. Ә ысынында кем отор һуң?

Былай аталды ни ҙә, тегеләй аталды ни, беҙгә барыбер кеүек. Исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәҫ әле, тибеҙ. Юҡ икән шул.
Баҡтиһәң, социаль ярҙам һәм түләмдәр алған кешеләр бынан зыян күрәсәк. Ә социаль ярҙам күрһәткән дәүләт һәм урындағы ҡаҙнаға файҙа ғына буласаҡ. “Ҡулланыусы ҡаҙна”һына күскәс, “нормативтан тыш милек” төшөнсәһе иғтибар үҙәгенә сығасаҡ. Ҡайһы бер эксперттар был төшөнсәгә дача өйөн (йәнәһе, төп торлаҡ түгел), автомобилде, 20 һарыҡтан, алты сусҡанан, 40 йорт ҡуянынан, 50 тауыҡтан, 20 умартанан күберәкте тәшкил иткән шәхси хужалыҡты һәм башҡаларҙы индерергә тәҡдим итә. Хатта кемеһелер туғандарҙың мөлкәтен дә иҫәпкә алырға өндәй. Йәғни граждан “нормативтан тыш милек”кә хужа булһа, уға социаль ярҙам күрһәтелмәйәсәк. Тимәк, был яңы алым буйынса кеше ярлы һаналмаясаҡ. Шул рәүешле чиновниктар ил Президентының ярлылар һанын кәметеү талабына өлгәшмәксе.
Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, дачаһы булған кеше ярлы түгел һымаҡ. Ләкин ундағы йорттоң иҫке генә булыуы ла ихтимал бит. Өй бар, ә дарыуға һәм аҙыҡ-түлеккә ҡулаҡса барыбер юҡ!
Әлеге йәшәү минимумы ла ысынбарлыҡта бик түбән. Хаҡтар ябай ғына аҙыҡ-түлек йыйылмаһын күҙ уңында тота. Унан тыш, кейемгә, йыһазға, юл хаҡына, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығым талап ителә. Ә уларға хаҡ артыуы иҫәпкә алынмай ҙа. Етмәһә, хәҙерге заманда сымһыҙ телефон, интернет бәйләнешһеҙ, компьютерһыҙ, түләүле медицина, нотариат хеҙмәттәренән тыш та бер ни ҡылып булмай. Быларҙың барыһын һанаһаң, киреһенсә, “йәшәү минимумы” күрһәткесе артырға ғына тейеш.