Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙең бригадир”
“Беҙҙең бригадир”Ауылдаштары уға әле булһа шулай өндәшә. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән һүҙгә күпме ихтирам һәм хөрмәт һалынған. 83 йәшлек Тимербулат Сәйетғәлинде Әбйәлил районында белмәгән кеше һирәктер. Юлдаш ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны – талапсан һәм ғәҙел етәксе, үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәр, өлгөлө ғаилә башлығы, абруй ҡаҙанған уҙаман ғына түгел, ә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән дә киң танылыу яулаған йырсыларҙың береһе.

Әле булһа ул, барыбыҙҙы хайран ҡалдырып, халыҡ йыры “Урал”ды яңғыратты. Егеттәрсә дәртле, шуҡ һәм шаян геройым менән аралашыу үҙе бер кинәнес. Уға ҡарап үҙ йәшен биреү мөмкин түгел. Әйткәндәй, Тимербулат Ҡаһарман улы яҡшы әңгәмәсе, тирә-яҡтың тарихын өйрәнеүсе, үҙ ауылының патриоты булараҡ та хөрмәт уятты.
Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә уның: тиңдәштәре менән хеҙмәт юлын иртә башлай, үҙҙәре балалыҡтан сығып өлгөрмәһә лә, ололар менән бер рәттән Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көс түгәләр. Атаһы Ҡаһарман Сәйетғәле улы данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында алыша, һуғыштан иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Тимербулат башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан Асҡар­ға йөрөп уҡый. Ете класты тамам­ла­ғас, колхозда механизатор булып эш башлай. Һәр бурысты еренә еткереп, намыҫ менән башҡарған егеткә етәк­селек иғтибар итә, уны артабан уҡы­тыу маҡсатында бригадир­ҙар әҙер­ләй торған курсҡа белемен камил­лаштырырға ебәрәләр. 22 йә­шендә генә тотош колхозға бригадир булып эш башлаған егет ғүме­ренең 33 йылын ошо һөнәргә арнай. Колхозда эшләгән дөйөм хеҙмәт стажы – 47 йыл. Тағы ла эшләр ине лә, тик колхоз-совхоздар ғына тарҡалып ҡала.
– Хеҙмәттән бер ваҡытта ла ҡурҡманым һәм эште һайламаным, ҡыҙым, – тип һүҙ башланы хеҙмәт ветераны. – Беҙ емертеп эшләнек тә, дәртләнеп тормош та көттөк. Мин етәкселек иткән колхоз миллионер ине, иртә таңдан сығып китәбеҙ, кискә ҡайтып инәбеҙ. Хәҙер аптырап та ҡуям: нисек барыһына ла өлгөрөлгән икән? Ул арала бит үҙ донъяңды ла ҡарарға кәрәк.
Тимербулат Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы ҡыҙы Мәғдәнә Ғәлиастан ҡыҙы менән өйләнешә. Ҡатыны ғүмер буйы мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй, ауылдағы һәр балаға хәреф танырға өйрәтә, белем тауҙарына әйҙәй. Уның хаҡында уҡыусылары тик яҡшы яҡтан хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул вафат була.
Әле Тимербулат Ҡаһарман улы Фатима апай менән донъя көтә. Хаҡлы ялдамын тип тик ултырмай, йәштәрҙе көнләштереп, ауылдаштарына өлгө күрһәтеп, малын да аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә. Кәрәк икән, мини-тракторы менән картуф ерен һөрөп ҡуя, бесәнен дә саба, уны ташып та ала. Әйткәндәй, “ҡорос ат”ты йүгәнләүенә лә әллә ни ғүмер үткән, машинаның ниндәйен генә йөрөтмәгән ул! “Быйыл танытмам ғына үҙ мөҙҙәтен тултыра, оҙайтырҙармы-юҡмы, шуға ҡайғырам әле. Олоһоң, һиңә нимәгә ул машина тиһәләр, ни эшләрмен?” – тип хафалана олатай. Уның һүҙҙәрен әбейе лә йөпләй: “Үҙем бергә барырмын, ҡартым кеүек барыһы ла ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп йөрөһә, юлда бер ниндәй ҙә авария булмаҫ ине. Йәш егеттәр кеүек әле ул, бирерҙәр танытмаһын да”, – ти.
Сәйетғәлиндәрҙең ғаиләһендә ҡот һәм нур уйнап тора. Йортта бөхтәлек, йылылыҡ булдырыуҙа Фатима инәйҙең өлөшө ҙур булһа, ихаталағы тәртип өсөн Тимербулат Ҡаһарман улы яуаплы.
– Атайым менән әсәйем үҙ-ара шул тиклем татыу йәшәне, тормоштарына һоҡланмаған кеше булма­ғандыр. Бер-береһенә ҡарата итәғәтле, хәстәрлекле, иғтибарлы булыуҙарына әлегә тиклем хайран ҡалам. Беҙҙе лә үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләнеләр. Шул тиклем көслө һөйөү булғанғалыр, күрәһең, хатта бер көндә вафат булдылар. Икеһен йәнәш, бергә ерләнек, – тип матур мөхәббәт тарихын бәйән итте геройым.
Шундай һөйөүҙән яралған бала­ларҙың, ысынлап та, тормошта насар йәшәүҙәре мөмкинме һуң?! Юҡ, әлбиттә. Шуға ла Тимербулат Ҡаһар­ман улы тормоштоң һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырыша, бәләкәй генә уңышты ла ҙурға тиңләй, кескәй генә шатлыҡты оло итеп ҡабул ҡыла. Фиҙакәр хеҙмәте юғары баһалана: 1976 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән наградлана, ВДНХ-ның төрлө йылдарҙағы миҙал­дарына лайыҡ була, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, бер нисә тапҡыр “Социалистик хеҙмәт ярышы ударнигы” исемен яулай. 1997 йылда Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелә. 1998 йылда 47 йыл хеҙмәт стажы менән хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыға.
Дөрөҫөрәге, тик ҡағыҙҙа ғына сыға ул. Тынғыһыҙ кешене ялда ултыртып буламы ни?! Ғүмер буйы тир түккән колхоздарҙың юҡҡа сығыуы ауыл бригадирын бер аҙ аптырашта ҡалдыра. Әммә заман менән йәнәш атларға кү­неккән әңгәмәсем тормош ағышын­да юғалып ҡалмай, эшҡыуарлыҡҡа тотона, дөрөҫөрәге, ул ваҡытҡа хас шөғөлгә тотона – һатыу итә башлай. Эштең ояты юҡ, тип Тимерғәле Ҡаһарман улы бында ла һынатмай. Яйлап магазин да аса, сауҙа ла аҡрынлап яйға һалына. Әммә эште дауам итерлек ярҙамсы булмауы үҙен һиҙҙерә, шунлыҡтан шәхси ихатала күпләп мал тота, ҡош-ҡорт үрсетә. Ауыл ерендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул үҫтергән виноград, алма, груша, һырғанаҡ, слива ҡыуаҡтары – барыһы ла ап-аҡ сәскәгә төрөнә.
Ауылдаштары үҙҙәре ихтирам иткән кешегә хаҡлы ялда ла тик ултырырға форсат бирмәй, староста “йөгөн” ышанып тапшыра. Ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәгән, үҙ ауылының ысын патриотына әйләнгән Тимерғәле Сәйетғә­лингә һәр йорт, унда йәшәгән һәр кем ҡәҙерле һәм яҡын. Улай ғына түгел, уларҙың тормошо, проблемалары өсөн дә яна, көйә ул. Үҙҙәре лә барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам һорап старостаға килә, уның кәңәштәрен тыңлай.
Алдан әйтеүемсә, әңгәмәсебеҙ өҙҙөрөп “Урал”ды башҡарҙы, тыны иркен, тауышы көр. 2013 йылда районда үткән “Оҙон көй” бәйгеһендә Гран-при яулаһа, быйыл “Мин яратам һине, тормош!” конкурсында Дипломға лайыҡ була. Район һабантуйындамы, төрлө мәҙәни саралар булһынмы, һәр береһендә Тимерғәле Сәйетғәлиндең Ҡыҙыл йылғаһынан урғылып, ташҡын кеүек ташып сыҡҡан илаһи һәм сихри моңо һәр кемдең йөрәген телгеләп, күңелдәрҙе тетрәндереп, һиҫкәндереп кенә ҡалмай, тамашасыны моңлан­дыра, хайран итә.
Тәү күргәндә әңгәмәсемдең йөҙөнә ҡарап, һис кенә 83 йәш биреп булмай, тип уйлағайным. Үҙе менән аралашып, һөйләшкәндән һуң Тимербулат Ҡаһарман улының ни өсөн дәртле, йәш булып ҡалыу серенә төшөндөм. Уның һәр саҡ күңеле йырлай, булмышы моңға тулышҡан, һәр ерҙә ул күңеленән халыҡ йырын һуҙып йөрөй. Тамырҙары сәсән Шағәле Шаҡманға барып тоташҡан, вариҫы булған геройымдың йәшәйеше һәм булмышы башҡаса булырға ла мөмкин түгел, сөнки ул йырлағанда йөрәгенең яҡтыһы һәм йылыһы бар тирә-яҡты яҡтырта, нурландыра һәм сафландыра.

Әбйәлил районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 30

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 36

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 430

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 53

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 33

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 42

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 43

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 65

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 42

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 284

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 45

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 46