Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт рухы – булмышымда
Башҡорт рухы – булмышымда...Грузия тураһында нимә беләбеҙ? Мәғрур тауҙары, сая халҡы хаҡында хәбәрҙарбыҙ, быға өҫтәп, шарап һәм сыр, шашлыҡ, хачапури кеүек ризыҡтарҙың тыуған яғы икәнлеген, бәлки, күҙаллайбыҙҙыр. Ҡыҫҡаһы, күккә олғашҡан Кавказ тауҙары ҡосағында ятҡан бәләкәй генә был дәүләт беҙҙең өсөн йомаҡ, серле донъя һымаҡ. Ә ошо яҙмамды башлар алдынан күпте белгән Интернет селтәренән ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табып алдым.


Берҙе күрһәң...

...Грузия – легенда-риүәйәттәр иле. Шуларҙың береһендә бәйән ителеүенсә, Аллаһ Тәғәлә халыҡтар араһында ер бүлгән саҡта, грузиндар донъя яралыуы хөрмәтенә, шаулап-гөрләп, өҫтәл янында байрам итеп ултырып ҡалған, ти. Тостарҙы әйтеп бөткәндән һуң, һуңлап булһа ла, Тәңре алдына килеп баҫҡан былар:
– Ғәфү ит, ҡәҙерлем: бокалдарҙы һинең һаулыҡ өсөн күтәргәйнек, — тигәндәр.
Тәңре уйлаған да яуап биргән:
– Бик шәп бер ер ҡалдырғайным, һеҙгә яҙған икән. Ябай һәм тура һүҙле булған өсөн уны һеҙгә бирәм! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был урын иҫ киткес матур, бер тараф менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Кешеләр быуаттарҙан-быуаттар аша ошо ергә һоҡланасаҡ, бер күрһә, уны ҡабат күргеһе килеп торасаҡ...
Был хаҡта нимәгә һөйләй тиһегеҙме? Ай-һай, яҙмыш тигәнең шул тиклем ҡатмарлы: тормош юлында ни булырын кем белгән дә кем тура юл һыҙа алған? Мәҫәлән, ҡасандыр һылыу башҡорт ҡыҙы алыҫ һәм серле Грузия килене булып китерен күҙаллағанмы? Ә уларҙың мөхәббәт емештәре – балалары кемгә ҡан-ҡәрҙәш һәм рухташ? Алдан уҡ әйтәм: бөгөн һөйләйәсәк ғаилә тарихы, үкенестәре булһа ла, күптәргә өлгө булырлыҡ, уйландырырлыҡ. Кемдер ошо яҙманы уҡып, уйланыр, һайлау алдында торһа, һығымта яһар тигән фекерҙәмен.
Таныш булығыҙ – Тамара. Иҫ киткес сибәр, булдыҡлы яҡташтарымдың береһе: тоғро ир ҡатыны, береһенән-береһе матур өс ҡыҙҙың өлгөр әсәһе, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырырлыҡ табыш килтереүсе эшҡыуар – быларҙың барыһы ла уның тураһында. Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған, бала сағы Учалы ҡалаһында үткән. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Ошо уҡыу йортонда баш ҡала егете Олег Бычковты осратып, ғаилә ҡорғандар, өс балаға ғүмер биргәндәр. Тәүге ҡарамаҡҡа танышымдың биографияһы ябай һәм бер кемде лә аптыратырлыҡ түгел: ҡатнаш ғаиләләр хәҙер аҙым һайын осрай, ундағы балалар нисек, ниндәй рухи ҡиммәттәргә таянып тәрбиәләнә – уныһы икенсе мәсьәлә. Әммә был хаҡта – аҙағыраҡ. Тәүҙә геройыбыҙҙың иҫтәлектәре менән танышайыҡ.

Олатай-өләсәй мәктәбе

Башҡорт рухы – булмышымда– Бала сағымдың иң яҡты иҫтәлектәре Ураҙ ауылы менән бәйле, – тип башланы һүҙен Тамара. – Олатайым Набип Хафизов тыл ветераны ине. Әйткәндәй, ул – билдәле яҙыусы, драматург, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, совет осороноң сағыу шәхестәренең береһе Нажибәк Хафизовтың бер туған ҡустыһы.
Олатайым ғүмер буйы колхоз бригадиры, урмансы вазифаһын атҡарҙы, өләсәйем “Урал” колхозында һауынсы булып эшләне, әүҙемлеге, ғәҙеллеге өсөн уны ауыл Советы депутаты итеп тә һайланылар. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Әсәйем Рәмзилә – Хафизовтарҙың иң өлкән ҡыҙҙары.
Олатайым бер аҙ ҡырыҫыраҡ, ҡатыраҡ тойолһа ла, ысынбарлыҡта балалары өсөн йәнен бүлеп бирергә әҙер торған оло йөрәкле кеше ине. Эшһөйәр булды, ялҡаулыҡты яратманы. Балаларын ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрен дә бәләкәстән эшкә күндереп үҫтерергә тырышты. Ғәҙел булды, ялғанлауҙы, ике йөҙлөлөктө йәне һөймәне. Ғаиләлә уның һүҙе закон ине – ҡайҙа ул бәхәсләшеү йә ҡаршы әйтеү! “Ололарҙы – оло, кеселәрҙе кесе итә белегеҙ”, “Һәр ғәмәлдә тәртип кәрәк” тип өйрәтер ине. Әйткәндәй, ул тәрән, моңло тауыш менән башҡорт халыҡ йырҙарын, заман әҫәрҙәрен йырлай торғайны. Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын башҡарған Нажибәк Хафизов, олатайымдың ағаһы, уның ошо һәләтен үҫтереүгә тейешле иғтибар бирмәгәнгә үкенес тә белдергән, ти туғандар.
Олатайым беҙҙе һәр йәй бесәнгә йөрөттө. Балалары-ейәндәре бесәнде салғы тотоп саба ла, йыя ла, кәбәнләй ҙә белә ине. “Аҡыл менән алдырмаһағыҙ, эшләп алдырырһығыҙ”, – тип әйтә торғайны ул. Әйткәндәй, башта минең атайымды, аҙаҡ минең ирем Олегты ла олатай тап салғы тоттороп һынап ҡараны. “Ҡала егетенең беләге шыйыҡ тиһәм, ҡулынан эш килә икән. Уның менән юғалмаҫһың, Тамара”, – тигәне фатиха булып күңелдә ҡалған...
Олоғая бара бала саҡта алған тормош һабаҡтарының әһәмиәтен бөтөнләй икенсе яҡтан баһалайһың икән ул, йәшәйештең барлыҡ ҡанундары тап бәләкәй саҡтан уҡ ғаилә мөхитендә һеңдерелә барыуын аңлайһың. Мәҫәлән, Рәйсә өләсәйем иҫ киткес зауыҡлы кеше ине. Ваҡытында белем алыу мөмкинлеге тәтемәгән, һауынсы ғына булып эшләгән ҡатында матурлыҡҡа табыныу, гүзәллекте яратыу кеүек һыҙаттар ҡайҙан килгәндер?
Уның йорто һәр саҡ сынъяһау итеп йыйыштырылған, йыһаздар, япмалар, мендәр тыштары, һауыт-һаба – барыһы ла бер стиль, төҫ гаммаһына тап килтерелгән булыр ине. Мәҫәлән, стеналағы обойҙар менән мотлаҡ тәҙрә ҡорғандары, карауат япмалары ауаздаш булыр ине, ә мейесте мотлаҡ стеналағы төҫкә тап килтереп буярға тырышыр ине. Ул ваҡытта магазиндарҙағы ҡытлыҡты иҫәпкә алғанда, өләсәйемдең сифатлы, матур һауыт-һабаны нисек йыя алғанына аптырайым, мәгәр өҫтәле һәр ваҡыт сағыулығы менән саҡырып, матурлығы менән арбап торор ине... Кейемдең дә килешлеһен, ҡупшыһын кейә белде өләсәй, беҙгә лә зауыҡ төшөнсәләрен һеңдерҙе... Нисек кенә булмаһын, йылдар үткәс, ошо сифаттарҙы үҙемдә лә табып ҡыуанам. Мин дә матурлыҡҡа ғашиҡмын, йорттағы мөхит, минимализм күҙлегенән сығып, сифатлы һәм ауаздаш әйберҙәрҙән торорға тейеш, тип иҫәпләйем.
...Йылдар үткәс, балалар өсөн кейем-һалым кибете асып ебәреүемдең дә тамырҙары өләсәйем мәктәбенә барып тоташа, тип уйлайым. Төркиәгә барып, тауар һайлағанда, мотлаҡ сифатлы, күркәм, уңайлы әйберҙәр һайларға тырышам, ошо күлдәк йә салбар үҙ балаларыма килешер-оҡшар инеме, тип уйлайым. Кейемдәге зауыҡ бер үк ваҡытта ябайлыҡта, төрлө әйберҙәрҙе гармониялы итеп аралаштыра белеүҙә сағыла, тип иҫәпләйем, минимализм яҡлымын.
Әлбиттә, олатай менән өләсәй, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен бер ваҡытта ла “шулай тәрбиәләйем” тип махсус маҡсат ҡуйып үҫтермәгән, ә үҙ миҫалында, борондан килгән халыҡ педагогикаһына, кешелек ҡиммәттәренә таянып эш иткән. “Улға — утыҙ, ҡыҙға — ҡырҡ ерҙән тыйыу” тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар, шундағыса, тәртип, иплелек, маҡсатлылыҡ, итәғәтлелек, эшһөйәрлек кеүек күркәм сифаттар; кешелеклелек, ғәҙеллек, намыҫ һымаҡ изге төшөнсәләр ғаиләбеҙгә, туғандарыбыҙға яҡындарымдан ҡалған иң ҙур хазина икәнлегенә инанам.
...Тағы бер хәл иҫтә ҡалған. Туҡһа­нынсы йылдар аҙағы булғандыр, моғайын. Ауыл фермаһына Голланд тоҡомло мал һатып алырға ниәтләгәндәр. Ошо сәбәпле Ураҙға Голландиянан бер төркөм белгес тә килгән. Ауыл Советы рәйесе ҡунаҡтарҙы биләмәһе менән таныштырып сығырға ниәтләгән, экскурсия ойошторған. Шулай олатайым йорто тәңгәленә килеп еткәндәр. Ҡапҡа тышында Нәбип олатайым, Марат ағайым (уның төпсөк улы) һәм Мараттың улы тора икән.
– Бына һеҙгә башҡорт ғаиләһенең ҡәҙимге миҫалы – өс быуын вәкиле, – ти икән рәйес. – Ғәҙәттә, беҙҙә төпсөк бала олоғайған ата-әсәһе янында көн күрә, уларға ярҙамлаша.
Өләсәйем сығып, ҡунаҡтарҙы өйгә әйҙүкләгән, самауыр ҡуйып ебәргән. Бындай ихласлыҡтан албырғап ҡалған голландтар телде белмәгәс, аптырашып ултыра икән. Спортты, бигерәк тә футболды яратыусы Марат ағайым уларҙы бүлмәһенә алып ингән дә стена тулы фотоларҙы, спортҡа ҡағылышлы мәғлү­мәттәрҙе күрһәтә икән. Һөйләшеү киткән йәнләнеп! Уртаҡ тел дә тапҡандар, сит телде лә аңлағандар... Ҡыҫҡаһы, кискә тиклем һөйләшеп, Голландия ҡунаҡта­рына башҡорттоң йомартлығын, ихласлығын, ҡунаҡсыллығын күрһәтеп ҡайтарғандар олатайым менән өләсәйем.
Нәбип менән Рәйсә Хафизовтар биш балаға ғүмер биргән, тигәйнем. Һәр ҡайһыһы был тормошта үҙ урынын тапты. Әсәйемдең ағаһы, Наил ағайыбыҙ, ғүмер буйы Себер тарафтарында эшләне, хәҙер ғаиләһе менән атай нигеҙен һыуытмайынса, уның ҡот-йәмен һаҡлап, Ураҙ ауылында көн итә. Наилә апайым Байрамғолова Баймаҡта йәшәй, ул оҙаҡ йылдар судья булып эшләне, танылған юрист, абруйлы кеше. Хәҙер хаҡлы ялда. Рәзинә апайым – бейеүсе, Учалының данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейене, аҙаҡ мәктәптә балаларға хореография серҙәрен төшөндөрҙө. Марат ағайым Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул фажиғәле һәләк булды.

Грузияны онотоу мөмкин түгел

...Бала сағыма әйләнеп ҡайтып, әсәйем менән атайымды ҡауыштырған оло мөхәббәт хаҡында бәйән итмәксемен. Үткән быуаттың 70-се йылдары башында әсәйем, бухгалтер һөнәрен алғас, Ураҙҙағы колхоз идаралығында хеҙмәт юлын башлай. Тап ошо осорҙа “Урал” колхозында төҙөлөш эштәрен йәнләндереү өсөн юллама буйынса минең атайым Важа Арошидзе килеп төшкән. Грузияла тыуып үҫкән, Ростов төҙөлөш институтын тамамлаған сибәр егет шунда уҡ Рәмзилә исемле башҡорт һылыуына күҙ һала, иғтибар күрһәтә башлай. Ҡыҫҡаһы, йәштәрҙең икеһен дә көйҙөрөп алып барған мөхәббәт утын һүндерерлек бер генә ғәмәл дә табылмай... “Өйләнешәбеҙ!” – тип олатайым менән өләсәйемдән фатиха һорарға килгәс, әлбиттә, Нәбип Хафизов уҙаман ҡырҡа ҡаршы сыға. “Важа икенсе милләттән генә түгел, дине лә башҡа! Эше тамамланғас, һине ташлап ҡайтып китеүен көт тә тор! Ундай сибәр егеттең ҡыҙҙары бөткән тиһеңме?” — тип әрләгән олатайым әсәйемде. Әммә йәш саҡта, ғашиҡ саҡта башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалаһыңмы ни? Бик татыу булғандарына, бер-береһен бик яратҡандарына ҡарап, ниһайәт, олатайым да ризалығын биргән.
Беҙҙең ғаилә бер нисә йыл Ураҙҙа йәшәгән, аҙаҡ иһә Учалы ҡалаһында төпләнгән. Әсәйем ғүмер буйы бухгалтер булып эшләне, ә атайым – төҙөлөштә. 90-сы йылдарҙа илдә сәйәси-ижтимағи үҙгә­рештәр башланғас, йөк машинаһы һатып алып, Грузиянан Башҡортостанға мандарин, апельсин кеүек емештәр ташыны, сауҙа менән шөғөлләнде. Беҙҙә уның яҡташтары йыш ҡына ҡунаҡта була торғайны. Атай бит ул – уның Учалылағы башҡа йәштәш­тәремдең атайҙарынан айырыл­ғанын аңлағанмынмы икән? Мине лә, ҡустым Тимурҙы ла ул бик яратты, иркәләне, ҡурсаланы. Тәрбиәүи ҡиммәттәре лә олатайым мәктәбе менән ауаздаш ине хатта.
Башҡорт рухы – булмышымда...Мин тыуғас, исемде оҙаҡ һайлағандар. Башҡортҡа ла, грузинға ла ярағанын табырға ниәтләгәндәрҙер, күрәһең. Шулай, бәхәсләшеп, сираттағы көндө үткәргәндә, атайымдың апаһы Этери Грузиянан телеграмма ебәргән: “Тамара тыуыу менән ҡотлайым! Именлек, бәхет теләйем!” Бына шулай мин исемле булғанмын. Тимурҙы иһә интернациональ исем тип ҡушҡандар.
...Атайым иҫ киткес тәмле итеп грузин аштарын бешерә ине, әсәйемде лә, мине лә өйрәтте. Грузин кухняһы күп май ризыҡтарҙы һалып ҡыҙҙырыуҙы, ҡурыуҙы күҙаллай. Бик күп тәмләткестәр ҡулланыла. Атайым ашарға бешерә башлаһа, барыһын да кухнянан сығарып ебәрә лә, иркенләп тороп эшкә тотона. Тауыштар ғына ишетелә: нимәлер ҡыҙа, ҡайнай, һауыт-һаба шылтырай... Өй буйлап аңлатып бөтөргөһөҙ тәмле еҫтәр тарала... Бер ни тиклем ваҡыттан һуң атайым ҡысҡыра:
– Рамзиля, заходи, дорогая, помой кухню!
Ысынлап та, ул аш-һыу әҙерләгәндән һуң, бүлмә баш тыҡҡыһыҙ була – май сәсрәгән, иҙән бысраған... Әсәйем таҙартып сыҡҡандан һуң, тәмләп тороп ашарға ултырабыҙ...
Бәләкәй саҡта йыш сирләгәс, атайым мине йыл һайын йәйгелеккә Грузияға алып бара торғайны. Илдең көнбайышында, Боржоми, Батуми курорт ҡалаларынан йыраҡ түгел Озургети тигән боронғо ҡала бар. Учалы ише бәләкәй генә, Кавказ тауҙары ҡосағына һыйынып, тау йылғалары араһында ултыра ул. Унан 15 саҡрым алыҫлыҡта атайымдың тыуған ауылы Кончкати урынлашҡан. Тауҙар, тауҙар, тауҙар... Улар унда бер-бер артлы теҙелеп киткән, күҙҙе арыраҡ ташлаған һайын, бейеклектәр ҙә олуғыраҡ, мәңге иремәгән ҡарҙар ятҡан сал баштары әллә ҡайҙарҙан күренеп тора...
Ауыл да тау араһында урынлашҡан, сылтырап йылғалар аға. Ғөмүмән, Кончкати бер ҙур баҡса төҫлө – яҙ башланыу менән ул мандарин, әфлисун, алма, груша ағастарының сәскәһенә күмелә, уларҙың иҫерткес еҫе, гәлсәр төҫлө саф тау һауаһы менән ҡушылып, башты әйләндерә... Атайымдың туғандары күп ине: алты бала үҫкәндәр, олатайым менән өләсәйемде лә бер аҙ иҫләйем. Олатайым Александр Арошидзе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Ғаилә әфлисун, мандарин, сәтләүек баҡсалары үҫтереү менән шөғөлләнгән, шарап ҡойоу оҫталары булған. Йәй буйы Кончкатилағы туғандарға эйәреп йөрөп, башҡорт телен онотоп китәм, тик грузинса аралашыуға күсә торғайным.
Бер йыл шулай атайым мине мәктәпкә барыр алдынан, августа, Учалыға алып ҡайтып етергә тейеш ине. Ниндәйҙер сәбәптән беҙ Кончкатила тороп ҡалдыҡ, атайым “мәктәпкә тиклем ҡайтып етербеҙ” тигән телеграмма һуҡты. Әммә әсәйемдең түҙемлеге етмәгәндер, күрәһең: бер нисә көндән ул Грузияға килеп еткән! Был уның тәүге тапҡыр атайымдың тыуған яғына аяҡ баҫыуы ине... Ул заманда кәрәҙле телефон, интернет юҡ – алыҫ Башҡортостандан Рәмзилә килә тип кем уйлаһын? Ҡыҫҡаһы, барыһы ла аптырашта ҡалды, әммә албырғау оҙаҡҡа барманы. Туғандар йыйылып табын ҡорҙо, килен килеү хөрмәтенә байрам ойошторҙо.
Ғөмүмән, грузиндар иҫ киткес ҡунаҡсыл халыҡ – улар күршегә ингәндә лә кәрзиндәренә сыр, икмәк, шарап һалып йөрөй. Әммә был танышыуҙы атайымдың күп һанлы туғандары һанға һуҡманы, шуға ла бер нисә йылдан улар Рәмзилә килендәрен рәсми танышыу сараһына саҡырҙы. Был минең бала сағымдың иң сағыу хәтирәләренең береһе булып иҫтә ҡалған. Боржоми ҡалаһының ресторандарының береһендә, ҙур залда, оҙон итеп өҫтәлдәр теҙгәндәр. Улар һый-ниғмәттән һығылып тора – нимә генә юҡ! Өҫтәлдең башына, иң почетлы урынға, әсәйемде ултыртып ҡуйҙылар.
Ике яғынан баштарына папаха кейгән йөҙйәшәр аҡһаҡалдар, артабан ғаиләнең йәшерәк вәкилдәре, ҡатын-ҡыҙҙар теҙелгән. Йәнле музыка уйнай, халыҡ шау-гөр килә. Бер туҡтауһыҙ тос­тар яңғырай – барыһы ла Рәмзиләгә бағышланған! Ниһайәт, әсәйемә лә һүҙ бирҙеләр, ҡулына эсемлек һалынған мөгөҙ тотторҙолар, алдына Грузияла деликатес тип иҫәпләнгән, иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға ғына тәғәйенләнгән ризыҡты ултырттылар... Тәбиғәттән итәғәтлелеге, иплелеге менән айырылып торған әсәйем ҡаушап ҡалды, әммә Грузия ҡанундары буйынса һыйҙан баш тартыуҙы хужаларҙы хөрмәт итмәүгә, дошманға иҫәпләүгә тиңләгәнгә күрә, ул бер һүҙ ҡаршы әйтмәне, ҡәҙер-хөрмәттәрен ихлас ҡабул итте.
1981 йылда атайымдың бер туған апаһы Этери менән уның ире Роберт Башҡортостанда ҡунаҡта булды. Ул заманда аҡ “Волга” иң шәп автомобилдәрҙән иҫәпләнә ине. Грузия ҡунаҡтары ошондай машинала Ураҙға килеп төшкәс, халыҡ уларға һоҡланыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағанын иҫләйем. Грузия ҡунаҡтары бер аҙна булып, республиканы, тәбиғәтебеҙҙе, башҡорт халҡының ихласлығын оҡшатып, бик ҡәнәғәт ҡайтып китте.
Яҙын-йәйен баҡсала эш күп була тип, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа атайымдың һеңлеһе Ламзика ла бер айға Учалыға килгәйне. Беҙҙә ниндәй зәһәр ҡыштар икәнлеген әйтеп тораһымы?! Көн дә тиерлек 30 градустан ашыу һалҡындар тороуын Ламзика апайым күтәрә алманы – күбеһенсә өйҙә генә ултырҙы. Тышҡа сыҡһалар, әсәйем өйҙә ниндәй йылы кейем бар, бөтәһен дә уға кейҙерә ине. Шәл, быйма, тун – барыһы ла Ламзикаға. Барыбер өшөй уныһы. Ҡыҫҡаһы, “бындай һалҡын илгә башҡа килмәйем” тип ҡайтып китте апайым.
...Олатайым, башта ҡаршы булһа ла, кейәүен бик яратты, нисек бар, шулай ҡа­бул итте. Атайым менән сәйәсәт, спорт темаларына оҙаҡ итеп һөйләшкәндәрен, бәхәсләшеп тә киткәндәрен хәтерләйем. Әммә һәр аралашыу бер-береһенә ҡарата ҙур хөрмәт менән һуғарылғанын, уларҙың, йылдар дауамында яҡын кешеләргә әүере­леүен дә әйтеп үтмәйенсә булмай. Шулай ҙа ҡайһы саҡта ул әйтә торғайны: “Рәмзилә ҡыҙым, ҡартая бара Важа кейәүҙе барыбер тамырҙары тартыр, һағыныуға түҙмәҫ, тыуған яғына әйләнеп ҡайтыр ул...”
Ни тиклем хаҡлы булған аҡһаҡал олатайым! Учалыла ике тиҫтә йыл самаһы йәшәгәндән һуң, ҡустым менән беҙ үҫеп еткәс, ул Грузия юлын йышыраҡ тапай башланы. Әсәйемде лә алып китергә бик теләй ине лә, әммә минең әле генә университет бөтөп, кейәүгә сығып, Өфөлә төпләнгән мәлем, Тимурҙың, мәктәп тамамлап, уҡырға инергә йөрөгән сағы булды – сәйәхәт кисектерелде. Ул арала атайым Кончкатила ҙур йорт һала башланы – Грузияла беҙҙең барыр урыныбыҙ булырға тейеш, тине. Ҡыҫҡаһы, донъя мәшәҡәттәре баҫты, бер-бер артлы балаларым тыуҙы, әсәйемә Учалыла бер үҙенә ҡыйын булғас, уны ла Өфөгә күсереп алдыҡ... Әммә атайым ғаиләне Грузия ерендә бергә тупларға тигән хыялын ташламаны – беҙҙе унда көттө.
Яҙмаған... 2008 йылда көтмәгәндә, 58 генә йәшендә, кинәт кенә әсәйем донъя ҡуйҙы. Кем белә, күңелендә ниндәй үкенестәр йәшәгәнен, уның ниндәй хыялдары тормошҡа ашмай ҡалғанын? Йәшлек йәре менән бер-береңә терәк булыр ҡартлыҡта айырылышыуына ла, бәлки, эстән генә һыҙғандыр...
2010 йылда, өлкән ҡыҙыбыҙҙы алып, Олег менән Грузияға, атайым янына, барып килдек. Балаларса шатланды, беҙҙе нисек ҙурларға, һыйларға белмәне, бик ҡәнәғәт ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәлдә Грузия менән Рәсәй араһындағы сәйәси ҡытыршылыҡтар ҙур ине – сәйәхәт беҙҙең өсөн бик ҡатмарлы булды. Ошонан һуң телефон, скайп аша йыш аралаштыҡ, бәләкәс балаларымды ла интернет селтәрендәге видеобәйләнеш аша атайыма күрһәтеп торҙоҡ... Быйыл, бәлки, йыйынып Грузияға сығып китербеҙ тигән ниәт бар ине лә... Әммә донъя беҙ уйлағанса барамы? Тағы бер үкенес булып ҡалды был хыял – февралдә атайым да вафат булып ҡалды. Бына шулай башҡорт ҡыҙы Рәмзилә менән грузин егете Важаның оло мөхәббәте тамамланды, әммә уның йылыһы барыбер йәшәйешебеҙҙе нурландырып, яҡтыртып тора...
Грузияға атайымды һуңғы юлға оҙатырға Олег һәм Тимур ҡустым менән барҙыҡ. Туғандар беҙҙе оҙон юлдан килгәнде бик көтә ине. Кончкатила бер аҙна тирәһе булып, барлыҡ тейешле йолаларҙы үтәп килдек. Атайыбыҙҙың беҙҙең өсөн төҙөгән ҙур йорто бушап, етемһерәп ҡалды... Ҡасан унда тағы юл төшөр? Уйҙар күп. Тимур менән һөйләшәбеҙ ҙә, беҙҙең тамырҙар, рухи сығанағыбыҙ барыбер бында, Башҡортостан ерендә, тигән һығымтаға киләбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың тыуған ерендә, Ирәмәл буйында...
...Былтыр Өфөлә ғаиләм менән мәрхүм булған яҡындарыбыҙҙың рухына бағышлап аят уҡыттыҡ. Мин ҡаҙ һурпаһы бешерҙем, нәҙек кенә итеп туҡмас ҡырҡтым, ҡоймаҡ ҡойҙом. Ҡыҫҡаһы, милли аштарҙан табын әҙерләнем. Ә Олег мәсеткә мулланы алып килергә тип китте. Алдында мосолман кешеһе тормағанын аңлап, мулла беҙгә бик шикләнеп кенә килгәйне. Аҙаҡ иһә, әңгәмәләшеп ултыра торғас, асылып китте, дини тәғлимәттәрҙән тыш, ғаилә ҡиммәттәре, донъя ҡоролошо, кешелек ҡанундары тураһында бик оҙаҡ һөйләштек, балаларға ла бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле булды. Олег та ҡыҙыҡһынып тыңланы. Хушлашҡан саҡта: “Ғаиләгеҙҙең ҡотон-бәрәкәтен һаҡлағыҙ, тамырығыҙҙа кем генә булмаһын, һәр яҡлап милли һәм дини йолаларҙы үтәргә тырышығыҙ – был файҙаға ғына”, – тип ҡайтып китте. Тамырҙарымда грузин һәм башҡорт ҡаны аға, урыҫ кешеһендә кейәүҙәмен. Әммә кешелек ҡиммәттәре, рухи ҡиблалар барыбер уртаҡ икәнлегенә инанам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Мөхәммәтша
    Мөхәммәтша от 20.06.2018, 12:15
    Мәҡәләне мөхәррир ҡараманы микән: текстағы рус һүҙе "апельсин" башҡортса "әфлисун" була. Төҙәтегеҙ!






Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 21

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк”

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк” 18.09.2018 // Йәмғиәт

18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла....

Тотош уҡырға 27

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә...

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә... 18.09.2018 // Йәмғиәт

Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне....

Тотош уҡырға 18

Бәрәкәт ҡасмаһын

Бәрәкәт ҡасмаһын 18.09.2018 // Йәмғиәт

Нигеҙ ҡороу Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе...

Тотош уҡырға 19

Изгелек хисе һүрелмәһен

Изгелек хисе һүрелмәһен 18.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет...

Тотош уҡырға 25

Ипотека алғандар арта

Ипотека алғандар арта 17.09.2018 // Йәмғиәт

Быйыл һигеҙ айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар реестрына ипотека...

Тотош уҡырға 29

Янғын хәүефе тыуһа…

Янғын хәүефе тыуһа… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы рәсми сайттағы ашығыс белдереүендә...

Тотош уҡырға 30

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр 17.09.2018 // Йәмғиәт

Калуга өлкәһендә III “Төркиҙәр алтыны” Бөтә Рәсәй төрки йәштәр форумы асылды. Ул Рәсәй халыҡтары...

Тотош уҡырға 32

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт…

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Өфөлә “Эшкә велосипедта” акцияһы башланды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ике...

Тотош уҡырға 28

Иғтибар: “Башҡортостан ҡоштары” конкурсы

Иғтибар: “Башҡортостан ҡоштары” конкурсы 17.09.2018 // Йәмғиәт

Уҡыусыларҙы VIII “Башҡортостан ҡоштары” республика балалар интернет-конкурсында (йәй/көҙ...

Тотош уҡырға 32

Башҡортостанда экотехнопаркта ҡалдыҡтарҙан пластик һәм альтернатив яғыулыҡ етештерәләр

Башҡортостанда экотехнопаркта ҡалдыҡтарҙан пластик һәм альтернатив яғыулыҡ етештерәләр 17.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда беренсе экотехнопаркта ҡалдыҡтарҙан пластик һәм альтернатив яғыулыҡ етештерәләр....

Тотош уҡырға 37

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелә»

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан артабан да Рәсәйҙең баллы баш ҡалаһы итеп күрһәтелә» 17.09.2018 // Йәмғиәт

2021 йылда республикала XLVII «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын уҙғарыу Башҡортостанға...

Тотош уҡырға 33