Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыйыҡты ремонтлайҙар. Ни эшләргә?
Ҡыйыҡты ремонтлайҙар. Ни эшләргә?– Фатирым дүртенсе ҡатта. Өҫтә тағы бер ҡат бар. Йыш ҡына ҙур бүлмә түшәменән һыу аға. Бишенсе ҡатта ла беҙҙеке кеүек бүлмә, батареянан башҡа торбалар юҡ. Тимәк, һыу ҡыйыҡтан ағып төшә. Ҡыйыҡты ремонтлауҙарын һорап идарасы компанияға мөрәжәғәт иткәйнем, “Һеҙҙең ғаризағыҙҙы ҡабул итмәйбеҙ, бишенсе ҡаттағы фатир хужаһы яҙһын”, – тинеләр. Ә уның иһә фатир өсөн бурысы йыйылып киткән, бер ҡасан да ялыу яҙмаясаҡ. Ни өсөн башҡа ҡатта йәшәгәндәрҙең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайҙар икән? Был осраҡта идарасы компания ҡыйыҡты йүнәтергә тейешме?

Ә. ХӘЛИМОВА.


Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 161, 162-се статья­ларына ярашлы, фатир милекселәре алдында күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоуҙы тәьмин итеү буйынса хеҙмәт күрһәтеү, эш башҡарыу өсөн идарасы компания яуаплы. Ҡыйыҡ та бындай йортта дөйөм милеккә ҡарай. Идарасы компания, торлаҡ хужалары менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, ҡыйыҡтың торошон даими күҙәтеп, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтергә бурыслы. Әйткәндәй, ҡыйыҡтан һыу үтә икән, ул тәүлек эсендә ремонтланырға тейеш.
Ошондай етешһеҙлек асыҡланһа, идарасы компанияға мөрәжәғәт итеп, торлаҡты техник тикшереү актын төҙөтөү шарт. Торлаҡ ҡануниәте талаптары үтәлмәгән осраҡта идарасы компанияны Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.1.3-сө статьяһындағы 2-се өлөшкә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин.
Идарасы компания менән күп фатирлы йорттағы фатир ми­лекселәре араһындағы мөнәсәбәттәр иһә 1992 йылдың 7 февра­лендәге “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы 2300-1-се Рәсәй Федерацияһы Законы нигеҙендә көйләнә. Әгәр идарасы компания ғаризаны ҡабул итеүҙән һәм ремонт эшен башҡарыуҙан баш тарта икән, судҡа ғариза яҙа алаһығыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 23

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 68

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 72

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 84

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 48

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 60

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 78

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 77

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106