Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Балаҫ һымаҡ матур

ТөрлөһөнәнҠайһы бер кеше, иҙәнде тигеҙләйем тип, уға ДВП йәйә, ләкин был материал тиҙ туҙа, буяуы ҡуба. Иҙәнде тигеҙләргә, йылытырға теләһәгеҙ, өҫтөнә әлиф һеңдерелгән ДСП йәйергә кәңәш ителә.


Ә иң яҡшы материал, бигерәк тә аш бүлмәһе, коридор өсөн — линолеум. Ул тиҙ йыуыла, тигеҙ ҙә була, иң мөһиме — матур. Хәҙер ниндәйҙәре генә етештерелмәй уның: балаҫ һымаҡ ҡалыны ла, төрлө биҙәклеһе лә, паркет кеүеге лә. Ҡиммәтерәк булһа ла, буяу кәрәкмәй, тиҙ таҙарыуы хужабикәне күп мәшәҡәттән ҡотҡара.

Йәйҙең дә... ҡотолдоң

ТөрлөһөнәнКерамик плитә электән төҙөлөштә киң ҡулланылған. Хатта бер нисә быуат элек төҙөлгән өй иҙәндәре бөгөнгөләй һаҡлана. Бының сере бик ябай: цемент йәки тимер-бетонға ҡарағанда, улар 10–20 тапҡырға ныҡлыраҡ.


Тағы бер яҡшы үҙенсәлеге бар: йылынһа ла, ағыулы матдәләр бүлеп сығармай, төрлө механик йоғонтоға бирешмәй.
Белгестәр фекеренсә, плитә һайлағанда ялтырауыҡлыһына, шымаһына өҫтөнлөк бирмәҫкә кәрәк. Улар тайғаҡ була. Ванна, йыуыныу бүлмәһе парланып еүешләнә, шуға ундағы шыма иҙәндең хәүеф тыуҙырыуы бар.
Тағы бер кәңәш: плитә мөйөштәренең тигеҙ, дөрөҫ булыуына иғтибар итегеҙ. Йәйер алдынан иҙәнегеҙҙең ҙурлығына ҡарап төҙөлөш материалын һайлағыҙ. Майҙан ҙурыраҡ булһа, бик бәләкәй плитә бармай, бәләкәй иҙәнгә, киреһенсә, ҙурырағы килешмәй.


Ысын балмы икән?

ТөрлөһөнәнБал һатып алғайным, ашап ҡарағас, уның саф булыуында бер аҙ шик тыуҙы. Шәкәр ҡушылған, буғай, ти ҡайһы берәүҙәр.


Белгестәр әйтеүенсә, магазин кәштәләренә сығарылған балдың 50–70 проценты яһалма, йәғни сауҙаға шәкәр сиробы ҡушылғаны күберәк эләгә. Тимәк, ҡорттарҙы болонға һирәк сығарып, күберәк сироп менән туҡландырғандар. Балда глюкоза менән фруктоза нисбәте нормаға тура килмәһә, дауалау сифаты ҡалмай, ул тәмләткес “кәнфит” кеүек булып сыға.
Йыш ҡына яҡшы балды, “тауар йөҙө” булдырыу өсөн сироп ҡушып, яңылыш боҙоп ҡуялар. Һатып алыу­сылар ни өсөндөр үтә күренмәле шыйыҡ балды ярата, шуның менән алдана. Ысын аҙыҡ айыртҡандан һуң кристаллана башлай, шуға ла һатыусылар, шыйығайтайым тип, уны йылыта. Был һис кенә лә ярамай, сөнки 55 градус йылылыҡта бал файҙалы сифаттарын юғалта. Һатып алыусыға ул әле генә айыртҡан һымаҡ күренә.
Ошо юл менән алынған аҙыҡ башҡаса ҡуйырмай, шуның өсөн дә һатып алғанда кристалланғанды һайларға кәңәш итәбеҙ. Ысын бал иһә өс-дүрт ай эсендә ҡуйыра. Ошо ваҡыт үткәндән һуң да банкаға һалғанда әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡалһа, шәкәр сиробы ҡушылған йәки һыу өҫтәлгән тигән һүҙ.
Тағы бер үҙенсәлек: бал аҫтан кристаллана башлай, шуға банка төбөндә — ҡуйы, ә өҫкө яғында шыйығыраҡ икән, шикләнергә түгел.
Тәм-том алғанда умартасыларҙың сертификатлы тауарын һайларға кәрәк, сөнки һәр оҫта үҙенең “марка”һын хурламаҫҡа тырыша. Ә осраҡлы урындан алһағыҙ, төрлө мутлыҡҡа юлығыуығыҙ бар: тауар “йөҙө” булдырыр өсөн аҡбур, шәкәр, аҡһым, он ҡушыуҙары ихтимал, шыйығайтҡансы йылытыу ҙа файҙаға түгел. Ҡайһы береһе шул тиклем оҫтарған, хатта ысын балды яһалмаһынан айырмаҫһың да.

Эҫенән нисек һаҡланырға?

ТөрлөһөнәнЭҫе, томра көндәрҙә бер туҡтауһыҙ һыу эске килә, хәл бөтә, тирләтә. Өлкән йәштәгеләргә, ауырлы ҡатындарға, балаларға, йөрәк-ҡан тамырҙары сире менән ауырыусыларға, көн дауамында асыҡ һауала эшләүселәргә айырыуса ҡыйынға тура килә.


Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә, бөркөү офис кабинеттарында эшләүселәргә лә еңел түгел. Ғөмүмән, аяуһыҙ эҫенән барыһы ла ыҙалай. Бындай көндәрҙә ҡәһүә эсеүҙән тыйылып торорға, иҫерткес эсемлектәр, һыра ҡулланмаҫҡа кәрәк. Күберәк ҡайнатылған һыу, тәбиғи һуттарға, ризыҡтарҙан – йәшелсә һәм емеш-еләккә өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Шәрбәтле, газлы һыуҙар, майлы ризыҡтарҙың да рационда булмауы яҡшы.
Эҫе ҡапмаһын өсөн, урамда баш кейемһеҙ йөрөргә ярамай. Көндөң иң эҫе ваҡытында, йәғни төшкө һәм төштән һуңғы осорҙа, ҡояш аҫтында булмаҫҡа кәңәш ителә. Эҫе һуҡҡан кешегә ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеү зарур, юғиһә хәлдең насар тамамланыуы ихтимал. Зыян күреүсенең тын алышына иғтибар итергә кәрәк. Әгәр теле тамаҡ төбөнә китһә, ауыҙында ҡоҫҡолоҡ булһа, бинт, ҡулъяулыҡ ярҙамында ауыҙ эсен таҙартыу зарур.
Кеше тын алыуҙан туҡтаһа, уға яһалма тын алдырыу кәрәк. Ауырыуҙы күләгә төшкән һалҡын урынға аяҡтарын бер аҙ юғары күтәреп һалырға, муйын тирәһен ҡаплап торған кейемен ысҡындырырға, һалҡын компресс урынлаштырырға, тәнен еүеш сепрәк менән урарға йә иһә ипләп кенә һалҡын һыу менән ҡойондорорға кәрәк. Артабан мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк, ул килгәнсе ауырыуға һыу эсерергә мөмкин. Ярты литрға ярты балғалаҡ тоҙ һалынған һыу, ҡаты сәй ҙә файҙалы.
Ябай ҡағиҙәләрҙе тотҡанда, тәҡәтһеҙ эҫе көндәрҙе еңелерәк үткәрергә була. Беренсенән, әгәр мөмкин булһа, көндөҙгө сәғәт ун бер менән дүрт араһында ҡояш аҫтында артыҡ йөрөмәҫкә, икенсенән, урамға сыҡҡанда асыҡ төҫтәге еңел кейемгә өҫтөнлөк бирергә, тейешле күләмдә һыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, ҡояшта йөрөмәгән саҡта бер туҡтауһыҙ һыу эсеү ҙә зыян килтерә. Артыҡ һыу ҡан баҫымын күтәрә, шуға күрә табиптар йөрәк сирлеләргә һыуһаған һайын эсеүҙән тыйылып, ауыҙ кипкәндә ауыҙ сылатырға ғына ҡуша.

Автор: В. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 137

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 216

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 84

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә 16.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова кисә...

Тотош уҡырға 90

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 67

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 92

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 83

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 142

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 178

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 80

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 86

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 54