Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һеҙҙең тормош — башҡаларға үрнәк
Һеҙҙең тормош — башҡаларға үрнәкҺәр ауылда тормош уртаһында ҡайнап, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, бер нәмәгә лә битараф булмай йәшәгән кешеләр бар. Шулар арҡаһында ғына ауылдар һүнмәй, тиһәк, дөрөҫ булыр.

Учалы районының Мәҫкәү ауылынан Таңсулпан Ғөбәйҙуллина ла йәнтөйәгем тип янып-көйөп йәшәгәндәрҙең береһе. Ауылда бер генә сара ла, ваҡиға ла унһыҙ үтмәй.
1959 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға килә ул. Шул дәүерҙә трахома тигән күҙ ауырыуы киң таралған була. Әсәһе Хәтирә махсус курс тамамлап, ауылға күҙ дауалаусы булып эшкә килә. Мәҫкәү егете Вассаф менән ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡандарында тракторсы булып эшләп йөрөгән атаһы вафат булып ҡуя. Шулай итеп, өс кенә йәшенән етемлектең әсе һурпаһын татырға тура килә ҡыҙға. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт баланы аяҡҡа баҫтырыу бик ауырға төшә әсәһенә. Икенсегә бәхетен һынап ҡарай ул, ике ул таба, әммә тормош иптәше менән һүҙҙәре берекмәй, юлдары айырыла.
Ауырлыҡтарға ҡарамай, бер-береһенә терәк-таяныс, әсәлә­ренә ярҙамсы булып буй еткерә балалар. Ауылда урта мәктәп булмағас, бишенсе кластан күрше Наурыҙ ауылында интернатта йәшәп белем алырға тура килә Таңсулпанға. Зирәк ҡыҙ яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, староста, комсорг була. Мәктәптән һуң бер-аҙ аҡса эшләп алыу маҡсатында ауылда ҡала, китапханасы булып эш башлай.
Ике йыл эсендә һөнәренә ғашиҡ булған ҡыҙ артабан да тормошон китап донъяһы менән бәйләргә ҡарар итә һәм китапхана техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған Таңсулпанды Өфөлә ҡалырға ла өгөтләйҙәр, әммә тыуған ауылын бар күңеле менән яратҡан ҡыҙ йәнтөйәгенә ашҡына.
Бар тырышлығын һалып, ихлас эш башлай дипломлы белгес. Ул йылдарҙа бөгөнгө кеүек интернет, күп каналлы телевидение булмай, халыҡ бар мәғлүмәтте, белемде гәзит-журналдан, китаптан ала. Матбуғатҡа уҡыусылар­ҙы күберәк йәлеп итеү өсөн төрлө саралар, конкурс-викториналар ойоштора Таңсулпан Вассаф ҡыҙы.
— Китапҡа һөйөү бала саҡтан килә. Наурыҙҙа уҡығанда Нурдидә исемле апай мәктәптә китапханасы булып эшләне. Ул ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы ине. Иң тәүҙә ниндәй китап уҡырға теләүеңде яғымлы ғына итеп һорап ала, шунан бер нисә баҫма тәҡдим итә, ә китапты уҡып бөтөп килтергәс, уның эстәлеген һөйләтер ине. Мин дә үҙ эшемдә ошо алымды ҡулла­нырға тырыштым, — ти әңгәмәсем.
Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған тырыш йәш хеҙмәткәрҙе партия сафына алып, парторг итеп һайлап ҡуялар.
Ғүмерлек яҙмышы — тормош иптәшен дә үҙ ауылында осрата мәҡәлә геройыбыҙ. Рим Фәрит улы менән биш йыл дуҫлашып йөрөйҙәр. Егет хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, гөрләтеп туй үткәрәләр. Татыу ғаиләгә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы өс бала донъяға килә. Бөгөн улар үҙҙәре ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Юлиә музыка училищеһын тамамлап, мәктәптә эшләп йөрөй, өс бала әсәһе. Улдары Рәфил техникум тамамлап, комбинатта хеҙмәт итә, ике бала атаһы. Кинйәләре Динара бухгалтер һөнәрен һайлаған, уның да ғаиләһендә ҡыҙ бала үҫеп килә.
Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тип юҡҡа әйтелмәгән. Ғөбәйҙуллин­дарҙың балаларына хас эшһө­йәрлек, тырышлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттар, әлбиттә, уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәнән күскән.
Ғаилә башлығы ғүмере буйы “Байрамғол” хужалығында тракторсы булып эшләй, әллә күпме Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары уның тырыш хеҙмәтен дәлилләй. Ғаилә күркәм йорт һалып сыға. Ишле итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, мул баҡса үҫтерә.
Бөтәһе бергә йыйылһа, Ғөбәйҙуллиндарҙың йорто шат ауаздарға күмелә. Шунан да ҙур бәхет бармы икән ата-әсә өсөн?!
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Таңсулпан Вассаф ҡыҙы бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ул һаман да тормош уртаһында ҡайнай: һәр сарала әүҙем ҡатнаша, һайлау кампаниялары ваҡытында комиссия рәйесе урынбаҫары, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе лә.
— Ниндәй эш эшләһәм дә, һәр саҡ тормош иптәшемдең ярҙамын тойҙом: мәҙәни саралар уҙғарғанда ул гармунда уйнап, сәхнәләрҙе биҙәне, китапханаға ремонт-фәлән талап ителһә лә ярҙам итте, берәй ҡайҙа барырға кәрәк булһа, машинаһында “һә” тигәнсе кәрәкле урынға алып барып еткерә ине, әле лә бар башланғыстарымды хуплап тора, — ти әңгәмәсем.
Беҙ осрашҡанда мәҡәлә геройы ағинәйҙәр ҡоро менән мәсеттә никах туйы уҙғарырға әҙерләнә ине.
— Өс йыл эсендә туғыҙынсы никахты шартына килтереп, башҡорт йолаларына ярашлы уҙғарабыҙ, иң мөһиме — йәштәрҙең беренсе ғаилә байрамдары эскелекһеҙ үтә, — тине Таңсулпан Вассаф ҡыҙы, ғорурланып.
Яҙ мәлендә Мәҫкәү ағинәй­ҙәре, район кимәлендә лә ошо йоланы күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлашҡан. Йәш быуында тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү буйынса ла эш алып баралар – даими рәүештә экологик өмәләр ойошторалар. Сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, саңғыға баҫҡандар, Скандинавия йөрөшө менән дә мауығалар. Үҙ ҡулдары менән милли кейемдәр ҙә тегеп кейгән улар.
— Абруйлы, лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үтеп, тәртипле балалар тәрбиәләгән өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар ғына ағинәй исемен йөрөтөргә тейеш, — тип уйлайым. – Беҙҙең ҡорға шундайҙар ғына инә. Ауылыбыҙ йәшәһен, йәштәр тәрбиәле, тәртипле булһын өсөн тырышабыҙ. Беҙҙең һүҙгә, кәңәшкә ҡолаҡ һалыуҙары, ағинәйҙәрҙе хөрмәт итеүҙәре ҡыуандыра, — ти Таңсулпан Ғөбәйҙуллина.
Шундай илһөйәрҙәр булғанда бәләкәй ауылдарҙа ла тормош һүнмәҫ әле.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 42

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 34

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 45

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 58

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 52

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 41

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 49

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 45

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 47

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 61

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 50