Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Райондарҙа присяжныйҙар суды индерелә
Райондарҙа присяжныйҙар суды индереләСуд ултырышында ҡатнашыусылар институтын ҡулланыуҙы киңәйтеүгә йүнәлтелеп, 2016 йылдың 23 июнендә ҡабул ителгән 190-сы Федераль закон Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-процессуаль ҡануниәтенә һиҙелерлек үҙгәрештәр индергән. Енәйәт-суд эштәрен башҡарыуҙың бындай формаһы район судтары кимәлендә ҡулланыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының Юғары Судының Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһының I инстан­цияһы суды составы рәйесе Илдар Зөфәр улы ҠАНБӘКОВ менән суд эшендәге яңы үҙгәрештәр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Илдар Зөфәр улы, нисек уйлай­һығыҙ, ни өсөн нәҡ әлеге мәлдә присяжныйҙар судын киңәйтеү тура­һындағы закон ҡабул ителде? Был нимәгә бәйле?
– Йәмғиәттә күптәр, бигерәк тә хоҡуҡ яҡлаусылар, присяжныйҙар судын киң ҡулланыуға иҫәп тотто. Рәсәйҙә присяж­ныйҙар суды вәкәләттәренә күп енәйәттәр индерелмәгән, улар күберәк кеше ғүмеренә ҡул һуҙыуға бәйле. Бөгөн район судтарында яуыз ниәттә ҡылынған енәйәттең үлем менән тамамланыуына йәки һаулығына ҙур зыян килтереү арҡаһында кешенең вафат булып ҡалыуына бәйле күп енәйәттәр ҡарала. Шуға күрә лә район судтарына уларҙы индереп, присяжныйҙар институтын ҡулланыуҙы киңәйтеү ҡарары ҡабул ителә.

– Присяжныйҙар судын индереүгә бәйле һүлпәнлек тыумаҫмы? Ыңғай һәм кире яҡтары...
– Бер ниндәй ҙә һүлпәнлек булмаясаҡ. Беҙ район судтары звеноһы менән бик етди әҙерлек эштәре ойошторҙоҡ. Судья­лар тәүҙә өс этапта 40 сәғәтлек стажировкала булды, йәғни Башҡортостан Республикаһының Юғары Судында бер аҙналыҡ әҙерлек үтте. Улар менән теоретик күнекмәләр, суд присяжныйҙары менән республика Юғары Судында ҡаралған суд практикаһындағы эштәрҙе өйрәнеүҙе ойошторҙоҡ, коллегияны формалаштырыу буйынса уйын процестары үткәрҙек, присяжныйҙар өсөн һорауҙар төҙөп ҡараныҡ. Унда республиканың бөтә райондарының, ҡалаларының һәм район-ара судтарының судьялары ҡатнашты. Быйыл да суд аппараты, секретариат, судья ярҙамсылары менән дүрт йә биш этапта шундай күнекмәләр үткәрҙек.
Бынан тыш, улар суд департаментын­дағы мәғлүмәт-аналитика үҙәге базаһында исемлектәр менән эшләне, кандидаттар һайлап алыуға тәғәйенләнгән махсус компьютер программаһын үҙләштерҙе. Прокуратура менән берлектә суд процесын башынан алып аҙағына тиклем уйын формаһында ойошторҙоҡ. Прокурорҙарҙы, судьяларҙы, студенттарҙы саҡырҙыҡ. Ғөмүмән, присяжныйҙар судын алып барыуға бик етди әҙерләндек.
Шуға күрә лә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыр тип көтмәйбеҙ. Эйе, присяжныйҙар судының айырмаһы бар, әммә улар ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырырлыҡ уҡ ҡатмарлы түгел. Судтар был бурысты атҡарып сығыр тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, әгәр ҙә присяжныйҙар суды тарафынан күп күләмдә эштәр ҡаралһа, ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Был ғәйепләнеүселәргә бәйле – тик улар ғына присяжныйҙар судын һорау хоҡуғына эйә. Ундай үтенес­тәрен белдерерҙәрме, юҡмы, уныһы инде присяжныйҙар ҡатнашлығында үткән тәүге суд процестарына бәйле буласаҡ: әгәр ҙә ғәйепләү ҡарарҙары сығарылһа, был уларҙың ундай теләктәрен һүрелтәсәк. Һәм, киреһенсә: ғәйепләнеүсене аҡлау ҡарары присяжныйҙар судына яҡшы реклама ла булыуы ихтимал.
Ыңғай яғы: граждандар ғәҙел хөкөм эшмәкәрлегенә йәлеп ителә. Айырыуса тәртип һаҡлау системаһына, тикшереүгә ышаныс тыуҙырыу ыңғай яҡҡа бик әкрен үҙгәреүен иҫәпкә алғанда. Ябай граждандарҙы енәйәт эштәрен ҡарауға туранан-тура йәлеп итеү мөмкинлеге – был ҡаты яза сығарыу янаған ауыр енәйәттә ғәйепләнгәндәр өсөн һайлау хоҡуғы ла.
Ғәҙәттә, ҙур булмаған райондарҙа, ҡалаларҙа йыш ҡына күптәр бер-береһе менән йә таныш, йә туғандар булып сыға. Коллегияны формалаштырыуға бик яуап­лы ҡарарға кәрәк. Һайлау мәлендә кандидаттар эскерһеҙ булырға һәм үҙҙәре тураһында белешмәләрҙе йәшермәҫкә тейеш. Ә судьяларға һәм суд процесы яҡтарына коллегия составына ғәҙел һәм дөрөҫ кешеләр эләкһен өсөн кандидат һайлауға бик етди ҡарау шарт. Ауылда кемдең присяжныйҙар коллегияһына эләккәнен мотлаҡ беләсәктәр, бәлки, үҙ-ара тикшереп тә алырҙар. Әгәр унда теге йәки был яҡтың, ғәйепләнеүсенең йәки зыян күреүсенең, яҡындарынан һәм туғандарынан кемдер эләкһә, присяж­ныйҙарҙың ғәҙел булмау­ҙары хаҡында һүҙ сығасаҡ, хөкөмгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табыласаҡ. Был иһә йәмғиәттә кәрәкмәгән көсөргә­нешлек тыуҙырыуы ла ихтимал. Шуға күрә лә, эштең күләменә һәм ауырлығына ҡарап, алты присяжныйға өҫтәп, тағы ла ике-дүрт запас кеше һайланыласаҡ: закон буйынса район судтарына 12-нән, ә республиканың Юғары Судына 14-тән дә кәм булмаған һанда.
Был үҙгәрештәр ғәмәлгә ингәндән һуң, элекке кеүек үк, присяжныйҙар суды ғәйепләнеүселәрҙең бөтәһе өсөн дә булмаясаҡ. Уның вәкәләттәре урлашыу­ҙарға, мутлашыуҙарға, хулиганлыҡ ҡылғандарға, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге төп енәйәттәргә ҡағылмай.

– Ә ниндәй эштәрҙе присяжныйҙар суды ҡараясаҡ?
– Үҙгәрештәргә ярашлы, профессиональ судья һәм присяжныйҙар ултырышы коллегияһы район суды ҡарамағына тапшырылған кешегә ҡарата ауыр енәйәт эшен (РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө һәм 111-се статьяһының 4-се өлөшө – яуыз ниәт менән кешенең һаулығына зыян килтереү арҡаһында, уның үлеүе) ҡылыуҙа ғәйепләнеүсенең юллауы буйынса ҡарай.
Бынан тыш, судья һәм присяжныйҙар ултырышы коллегияһы составында был кимәлдәге судтар, енәйәт ҡануниәте положениеларына ярашлы, башҡа айырыуса ауыр енәйәттәрҙе лә ҡатыраҡ яза, әммә кешене ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүгә ҡарамаған, индерелмәгән эштәрҙе (РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 2-се өлөшө, 277-се, 295-се, 317-се, 357-се статьялар) ҡарай ала. Мәҫәлән, тамамланмаған енәйәт.
– Присяжный заседателдәр, билдәле булыуынса, юриспруденциянан, шул иҫәптән енәйәт ҡануниәтенән, процесынан һәм криминалистиканан, ошо өлкәләге һөнәрҙән алыҫ булған граждандарҙан тора. Улар енәйәт эштәрен ҡарағанда, ниндәй үҙенсә­лектәр һәм ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал?
– Быға бәйле әллә ни ауырлыҡтар юҡ. Присяжныйҙар ултырышында ҡатнашыу­сылар, ғәҙәттәгесә, юриспруденциянан алыҫ кешеләр. Закон буйынса, судья, тәфтишсе, тәүтикшереүсе, полиция хеҙмәткәре, суд приставтары, адвокат, нотариус, хәрби һәм дин кешеләре присяжный заседатель була алмай. Шулай итеп, юридик белемле булыу мотлаҡ түгел.
Бында тормош тәжрибәһе, маҡсатлы ыңғай ҡараш, юғары әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү һәм тотоу, социаль әүҙемлек мөһим. Әгәр ҙә уның еңелсә генә алынған юридик белеме булһа, зыян килтереүе лә ихтимал. Присяжныйҙарҙы һорау ҡағыҙы менән кәңәшләшеү бүлмәһенә ебәргәндә, рәйеслек итеүсе судья дәлилдәрҙе баһалау ҡағиҙәһен аңлатып, оҙатыу һүҙҙәре әйтә. Судьяның аңлатыу­ҙары, ҡағиҙә булараҡ, вердикт сығарыу өсөн етерлек була.

– Был процеста судья ниндәй урын тота?
– Судья – яҡтарға үҙҙәренең процессуаль бурыстарын үтәһен һәм бирелгән хоҡуҡтарын файҙаланһын өсөн шарттар тыуҙырып, суд процесын ойошторорға һәм үткәрергә тейеш.
Присяжныйҙар һәм профессиональ судьяның вәкәләттәре ярайһы уҡ айырыла. Присяжныйҙар кеше яҙмышын хәл итеп, “Енәйәт эше ҡылынғанмы? Ғәйепләнеүсе был енәйәтте ҡылғанмы? Ул был енәйәттә ғәйеплеме?” тигән өс һорауға яуап бирә.
Присяжныйҙар коллегияһы алдында яҡтарҙың берәүһенә ҡаршы фекер тыуҙырмаҫ өсөн, ғәйепләнеүсе һәм зыян күреүсе тураһындағы шәхси мәғлүмәттәр тикшерелергә тейеш түгел. Тикшереү эшмәкәрлегенең, дәлилдәрҙе алыуҙың законлылығы һәм башҡа процессуаль һорауҙар присяжныйҙар алдында тикшерелмәй. Ғәйепләнеүсегә ҡарата белдерелгән дәғүәләр, ҡараған эштең факт хәле генә тикшерелә.
Бөтә хоҡуҡи һәм процессуаль һорауҙарҙы бойомға ашырыу, мәҫәлән, йыйылған дәлилдәрҙең законлылығын, шаһиттарҙы алып килеү, дәлилдәрҙе уҡып ишеттереү, яңы шаһиттар талап итеү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итеү һәм башҡалар – профессиональ судьяның вәкәләттәре. Присяжный заседателдәрҙең яртыһынан күберәге хөкөм ителеүсенең ғәйепле булыуы тураһындағы һорауҙарға ыңғай тауыш бирһә, судья уларҙың вердиктына таянып ғәйепләү хөкөмө сығара. “Эйе” һәм “юҡ” тигән яуаптар бер үк тауыш йыйған осраҡта, ғәйепләнеүсе аҡлана.

– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Рәсәйҙә суд системаһында ғәйепләү тайпылышы һәм ике яҡтың ярышыуына бәйле мәсьәләләр бармы?
– Присяжныйҙар судында, әлбиттә, ярышыу нығыраҡ сағыла. Яҡтар үҙҙәренең ҡарашының хаҡлығын иҫбатларға тырышырға тейеш. Тик присяжныйҙар ғына, судьяһыҙ, кемгә ышанырға хәл итә – зыян күреүсе менән прокурорғамы йәки ғәйепләнеүсе менән адвокатҡамы.
Присяжныйҙар судын үҙләштергән профессиональ судьяларға был суд эше оҡшай. Был осраҡта судьяны бер кем дә уның эштә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтеүҙә, дөрөҫ ҡарамауҙа ғәйепләй алмаясаҡ, сөнки ул ҡарар ҡабул итмәй, ә присяжныйҙар хәл итә.
Ябай суд эштәрендә судья эштең асылы буйынса ҡарар ҡабул итһә лә, йәғни ғәйепле йәки ғәйепле түгел тип, уларға ризаһыҙлыҡ һүҙҙәрен ишетергә тура килә. Был нигеҙһеҙ тип иҫәпләйем. Бөгөн суд процестары шул тиклем асыҡ, аңлайыш­лы, аныҡ сағылып тора. Теләгән һәр кем аудиоға яҙа ала. Шуға ла әле судья кемделер иғтибарлы тыңлаған, кемгәлер әйтергә ирек бирмәгән, тип һөйләү урынһыҙ.
Ғәйепләү тайпылышы тураһында һүҙ алып барыу ҙа көнүҙәк түгел. Бер судья ла ғәйепләү йәки аҡлау хөкөмө сығарыуҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Судьяның хөкө­мө юғарыла торған төрлө инстанцияларҙа яңынан ҡарала, унда теге йә был ҡарарҙың ниндәй нигеҙгә, дәлилгә, хәл-торошҡа таянып ҡабул ителеүе тикшерелә.
Присяжныйҙар суды – икенсе хәл. Присяжныйҙар сығарған хөкөм яңынан ҡаралмай. Ул процедураны боҙоу, кемдеңдер хоҡуҡтарын ҡыҫыу һәм башҡа шундай процессуаль нигеҙҙәр буйынса ғына кире ҡаралыуы ихтимал.
Ике яҡтың ярышыуына килгәндә, присяжныйҙар суды йәки ғәҙәти суд эше булһынмы – айырма юҡ. Енәйәт-процессуаль кодекста был хаҡта, енәйәт суд эше яҡтарҙың ярышыуы, бәхәсе нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла, тип әйтелә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ”

“Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ” 18.12.2018 // Йәмғиәт

Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: [quote]– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының...

Тотош уҡырға 81

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ...

Тотош уҡырға 120

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла

Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла 18.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин...

Тотош уҡырға 83

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ

Кеше яҙмыштарына битараф булмайыҡ 18.12.2018 // Йәмғиәт

– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере...

Тотош уҡырға 95

Төп капитал – кеше

Төп капитал – кеше 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы...

Тотош уҡырға 64

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш”

Радий Хәбиров: “Сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан артмаҫҡа тейеш” 18.12.2018 // Йәмғиәт

[quote]– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса...

Тотош уҡырға 83

Ҡунаҡҡа киләм!

Ҡунаҡҡа киләм! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106

Аяғүрә баҫып алҡышланылар

Аяғүрә баҫып алҡышланылар 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 343

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа

Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа 18.12.2018 // Йәмғиәт

2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк....

Тотош уҡырға 64

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!

Транспорт тармағында тәртип буласаҡ! 18.12.2018 // Йәмғиәт

“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 66

Тау башында балҡыһын баш ҡала

Тау башында балҡыһын баш ҡала 18.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 79

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк

Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк 18.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына...

Тотош уҡырға 208