Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Остом-киттем...
Элегерәк, байҙар әле “десятка”ла елдергәндә, “Мин, моғайын, кешеләр машина урынына самолетта оса башлағас ҡына автомобиль алырмын инде” тип йыш ҡына зарлана торғайны бер ағай. Хәҙер был һүҙҙәрен иҫенә лә төшөрмәй ул – үҙе ике “унынсы”ны туҙҙырҙы. Ә кешеләр, ул әйткәнсә, һаман да “ҡанатлы” автомобилдә елдермәй әле.


Шулай ҙа, мәғлүмәттәргә таянған­да, яҡын киләсәктә оса торған авто­мобилдәр күпләп етештерелә башлауы ихтимал. Өлгө өсөн, тәжрибә нигеҙендә һауаға күтәрелгән техника тураһында әленән-әле ишетелеп тора.
Матур дизайн, аҡыллы идара итеү системаһы, хәүефһеҙлек буйынса конкурентлыҡ иткән машина етеште­реүселәр нисек тә клиенттарын юғалт­маҫҡа тырыша һәм яңынан-яңы алымдар уйлап табып тора – “ҡанатлы” машина ана шул мөхиттең бер билдәһе, күрәһең. Кемдер оса торған такси етештерергә йыйына, бәғзеләр “Ашығыс ярҙам” моделен әҙерләй.
Әлбиттә, яңы төр машиналар ғәҙә­ти автомобиль формаһында буласаҡ тигәнде аңлатмай был. Бәлки, ул верто­летҡа ла оҡшар, осоусы дрондар ҙа күп хәҙер. Әммә, белгестәр фекеренсә, барыбер ғәҙәти авто­мобилгә тартым буласаҡ.
Таксиға килгәндә, уны Porsche компанияһы етештерергә иҫәп тота. Был алымын компания вәкилдәре кешеләрҙе тығындарҙа ултырыуҙан ҡотҡарыу ниәте менән атҡарырға уйлай. Уларҙың иҫәбе буйынса, авто­мобилдә ерҙән ярты сәғәт үтерлек юлды хәҙер өс минутта осорға мөмкин буласаҡ. Осоу аппараты тигәс, был ма­шинаға идара итеү өсөн махсус лицензия талап ителеүе көн кеүек асыҡ. Әммә “Порше” вәкилдәре әйтеүенсә, рөхсәт кәрәкмәйәсәк, сөнки идара системаһы автоматлаш­тырылған.
Шул уҡ ваҡытта 2030 йылда Германияла халыҡты оса торған “Ашы­ғыс ярҙам” машиналары хеҙмәт­ләндерә башлауы мөмкин. Был мәсьәләне дәүләт кимәлендә хәл итергә йыйыналар. Бындай төр автомобиль һауа­ла төтөн сығарып китеп бармаҫ инде. Шуға ғалимдар уның осоу мөмкинлеге генә түгел, двигателе өҫтөндә лә ныҡлы эшләй. Яҡынса күҙаллауҙар шуны билдәләй: мотор ябай яғыулыҡ менән хәрәкәт итмәйәсәк.
Әйткәндәй, киләсәктә шулай уҡ осоусы мотоциклдар ҙа етештерелә башлауы ихтимал. Быныһы инде бигерәк ҡулай буласаҡ, сөнки күп сығым талап ителмәй, ул еңел һәм ҙур түгел. Ошо урында үҫмер саҡта ауылда “тимер ат”тарҙы этеп тоҡан­дырған мәлдәр иҫкә төшә. Хәйер, яңы төр техника ерҙән этеп йүгергәндәренән әллә нисәмә тапҡыр сифатлыраҡ булыр шул.
Бер рәхәттең — бер ҡыйыны, тигән­дәй, был машиналар менән һауала нисек идара итергә һуң? Ярай, осоуға ҡамасаулаған ҡарғаны компьютерҙа күреп булыр, ә бына ҡаршыға осҡан машинаның водителе иҫерек булһа... Шул уҡ ерҙәге юл-транспорт ваҡиғаһы килеп сыҡмаҫ­мы? Әле юлдарҙа йылына меңәрлә­гән кеше автомобиль ҡорбаны була...
Ни генә тимә, тығындарҙа ултырған “Ашығыс ярҙам” бригадаһы тиҙ генә килеп етеп, кешенең ғүмерен ҡот­ҡарып ҡалһа, бер ҙа насар түгелдер. Һәр хәлдә, оса башлағас белербеҙ. Уныһы инде ҡасан булыр – авто­сәнәғәт магнаттарынан тора. Ҡасан­дыр электромобиль дә фантастика булып тойола ине. Ана хәҙер шундай автомобилдә Жириновский әфәнде үҙе елдерә. Кешенең баш мейеһен икенсе кешегә күсереп ултыртҡан, бесәйгә электрон ҡойроҡ яһаған заманда осоусы автомобилдәрҙе лә оҙаҡ көтмәҫбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 137

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 216

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 84

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә 16.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова кисә...

Тотош уҡырға 90

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 67

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 92

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 83

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 142

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 178

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 80

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 86

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 54