Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғәллимдәр нәҫеле
Мөғәллимдәр нәҫелеИглинда тағы ла бер матур ғаилә менән таныштыҡ. Уларҙың тарихын һеҙгә лә һөйләмәксебеҙ.


...1955 йылда була был хәл. Әле генә тыуған яғында – Ульяновск өлкәһендә уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлаған Раиса Коновалова менән Зоя Кузнецованы район хакимиәтенә саҡыртып алалар ҙа тәҡдим итәләр: эшкә йә Үзбәкстанға, йә Башҡортостанға ебәрәсәктәр, рус теленән белем бирергә кәрәк буласаҡ, һайлағыҙ. Әлбиттә, ҡыҙҙар яҡыныраҡ йүнәлешкә өҫтөнлөк бирә – Башҡортостанға юлланалар.
Бына шулай яҙмыш тыуған райо­нынан ситкә сығып та ҡарамаған, ҡанаттары ла нығынмаған йәштәрҙе беҙҙең тарафтарға ташлай. Раиса Ивановна тиҫтә йыл самаһы Нуриман районының төрлө мәктәптәрендә рус теленән уҡыта, ошонда уҡ ғүмерлек тормош иптәшен – Сәхәүетдин Сәғәҙәт улы Зәкриевте осрата. Ғаилә ҡороп ебәрәләр, ике улдары – Радик менән Олег донъяға килә. 1965 йылда Иглин ауылына күсенәләр, донъя ҡоралар, фиҙакәр хеҙмәт итәләр, улдарын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләйҙәр....
Тормош юлын барлағанда Раиса Ивановна түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Беҙҙең нәҫел борон-борондан уҡытыусылары менән данлыҡлы. Олатайымдың атаһы Василий Коновалов билдәле математика уҡытыусыһы булған. Заманында Ленинды күргән кеше. Уның 1876 йылғы улы Иван Коновалов, минең олатайым, Ульяновск өлкәһенең иң шәп биологтарының береһе. Яңы ялан культуралары сығарған өсөн уны Тимирязев исемендәге академияға эшкә саҡырғандар. Дәһшәтле йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла разведчик булып хеҙмәт иткән. Уның ҡатыны ла, балалары ла уҡытыусылар булған... Мин дә нәҫелебеҙҙе билдәләгән һөнәрҙе һайланым һәм бер ваҡытта ла үкенмәнем. Оҙаҡ йылдар Иглин мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыттым, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та, балаларҙан оҙаҡ айырыла алманым. Хәҙер иһә улдарым менән ғорурланам – уларҙың икеһе лә беҙҙең нәҫелдең тәғәйенләнешен дауам итте, килендәрем дә – ошо һөнәр эйәһе.
Раиса Ивановнаның кесе улы Олег Сәхәүетдин улы менән килене Любовь Владимировна Зәкриевтәр райондың Сыуаш-Ҡобау ауылында йәшәй һәм эшләй икән. Өлкән улы Радик Сәхәүетдин улын иһә Иглинда белмәгән кеше юҡ. Башҡортостандың мәғариф отличнигы, һөнәренә мөкиббән киткән биолог та, үҫмерҙәрҙең яратҡан уҡытыусыһы ла ул. Шулай уҡ халыҡ уны сифатлы, шартына килтереп тәрбиәләнгән үҫентеләр үрсетеүсе итеп тә белә. Хәйер, биологтың баҡсаһы үҙе үк һөйләп тора: ҡайҙа ҡарама – тәртип менән бүленгән түтәлдәр, емеш ағастары, үҫентеләр...
Раиса Ивановна ла күрше генә йәшәй икән. 80 йәшен күптән уҙған ветеран-уҡытыусы ла гөрләтеп баҡса үҫтерә. “Еләк уңһа, электричкаға ултырып, Өфөгә барып һатып киләм”, – ти ул. Афариндан башҡа ни тип әйтәһең?! Хәрәкәт кешенең ғүмерен оҙайта, йәшәйешен бәрәкәтле итә.
Радик Сәхәүетдин улының ҡатыны Светлана Геннадьевна ла уҡытыусы булған, рус теленән һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып барған. Улар өс балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан бер нисә йыл элек йәш ҡатын, кинәт сирләп китеп, вафат булған. Донъяһының нуры һүнгәндәй булһа ла, был ауыр мәлде үткәреп ебәрергә, артабан йәшәргә һәм эшләргә рух ныҡлығы тапҡан үҙендә Радик Сәхәүетдин улы.
– Биология – барлыҡ фәндәрҙең нигеҙе. Медицина, экология тар­маҡтары булһынмы, аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһеме – барыһы ла ошо фәнгә бәйле. Хәҙер кешеләр насар сирҙәр менән йышыраҡ сирләй, аллергия йылдан-йыл нығыраҡ тарала – барыһы ла экологияға, туҡланыуға бәйле.
Һис арттырыуһыҙ әйтәм, балалар менән бар күңелемде биреп эшләйем. Улар бит һәр яңылыҡты ҡыҙыҡһынып, йотлоғоп тыңлай, тик улар менән уртаҡ тел таба белергә, аралашырға кәрәк. Шул саҡта һөҙөмтә лә була. Уҡыусыларыма килгәндә, йыл да биологиянан Берҙәм дәүләт имтиханы биргән балалар бар, быйыл тиҫтәгә яҡын кеше ошо фәнде һайланы. Шөкөр, һөҙөмтәләре яҡшы, юғары бал йыйып, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалала­рындағы абруйлы уҡыу йорттарына инеп китеүселәр бихисап.
Заман үҙенсәлектәренә килгәндә, балаларҙың интернет селтәре менән артыҡ мауығыуына ҡаршымын. Ул фекерләү, уйланыу, эҙләү, башты эшләтеү кеүек сифаттарҙы юҡҡа сығара. Хәҙерге кешеләр бар һорауҙарына ла яуапты виртуаль киңлектән таба ла ҡуя бит. Хәйер, үҫмер сағыбыҙҙа шундай мәғлүмәти мөмкинлектәр булһа, моғайын, беҙ ҙә киң ҡулланған булыр инек.
Радик Сәхәүетдин улы эшенән йәм табып, яҡындарының уңыш­тарына йыуанып йәшәй. Биш ейән-ейәнсәре бар: баҡсалағы уңыш улар өсөн, ти ул. Оло йәштәге әсәһенең эргәлә генә булыуы ла күңелен йылыта – кәңәшсе лә, терәк тә, иптәш тә улар бер-береһенә. Унан һуң тағы бер яҡшы яңылыҡ: Радик Зәкриевтең кесе улы Ростислав, юғары уҡыу йортон тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Бына бер йыл ул туған мәктәбендә өҫтәмә белем биреү фәндәренән, информатиканан балаларға белем бирә. Шулай ҙа уның өсөн иң шатланған кеше, моғайын, Раиса Ивановналыр.
– Нәҫелебеҙҙең борондан килгән һөнәрен дауам итә бит ул Ростислав, – тип шатлана.
Был уңған, берҙәм ғаиләгә именлек, уңыштар насип итһен!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Осрашайыҡ, күрешәйек

Осрашайыҡ, күрешәйек 26.09.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәп (хәҙерге 1-се гимназия) үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына....

Тотош уҡырға 14

Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт бар

Һаҡмар буйын һаҡлар ҡеүәт бар 26.09.2018 // Йәмғиәт

Өлкән быуындың матур йәшәү серҙәре. Республикабыҙҙа Ғаилә йылы иғлан ителгәс, йәмғиәтебеҙҙә изге...

Тотош уҡырға 21

Абҙаҡтар булдырыр!

Абҙаҡтар булдырыр! 26.09.2018 // Йәмғиәт

Төйәктең яҡты киләсәге – берҙәмлектә. Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү...

Тотош уҡырға 22

Матурлыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк

Матурлыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк 26.09.2018 // Йәмғиәт

Республикала уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның һөҙөмтәһендә...

Тотош уҡырға 16

Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 43

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 40

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 28

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 34

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 33

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 48

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 43

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 47