Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы ҡағылһа – йән һөйөнә...
Яҡшы ҡағылһа – йән һөйөнә...Ҡулдарының име-сихәте бар...
Муйынымды бороп ҡарай алмай, билем һыҙлап, көс-хәл менән туҡталышта автобус көтөп торам. Йонсотто инде был сир – аҙ ғына һалҡын алдырҙыңмы, йә булмаһа, берәй эштә бер аҙ көсөргәндеңме, үҙенең барлығын иҫкә төшөрөргә һәр ваҡыт әҙер...


Шул саҡ яныма таныш булмаған бер йәш егет килеп иҫәнләште: “Һаумыһығыҙ, ағай! Бик ныҡ ауырыҡһынып тораһығыҙ шикелле?” Бөтөнләй белмәгән кешенең сәләмәтлегем менән ҡыҙыҡһыныуына аптырағандай, уға ҡарайым. “Шулайыраҡ шул, ҡустым... Ҡуҙғала алмайым... Мин һеҙҙе танымайым бит әле?” “Шулайҙыр... Мин дә һеҙҙе тәүгә генә күрәм. Исемем Нур Дәүләтбаев. Ошо ауылда йәшәйем”. “Бик һәйбәт, мин дә ошонда торам...”
Уңарсы булмай көткән автобусыбыҙ ҙа килеп туҡтаны. Беҙ салонда йәнәш ултырҙыҡ. Юлда туҡталышта башланған хәбәребеҙ йәнә ялғанды. “Мин байтаҡ йылдар инде массаж менән булышам. Кешенең нимәнән яфаланғанын күҙалларға ла төшөндөм шикелле. Һеҙгә лә ярҙам итә алам, ағай, улай йонсоп йөрөмәгеҙ!” Яңы танышым менән байтаҡ ҡына гәпләшеп килеп, туҡталышымда төшөп ҡалдым...
Үҙ ғүмеремдә бихисап кеше менән осрашып, төрлө темаға әңгәмәләшкәнем бар, әммә бөгөнгө танышым ише беренсе һөйләшеүҙән үк үҙенә йәлеп иткән, һүҙҙәребеҙ береккән ихлас әңгәмәселәргә бик һирәк юлыҡтым. Бигерәк тә кешеләр бер-береһенән алыҫлаша барған заманда ошондай ихлас, ябай һәм кеселекле юлдаштар онотҡанда бер тап була.
Йәшермәйем, борон-борондан үҙенең изге дин әһелдәре, әүлиәләре, йырсы-ҡурайсы, бейеүселәре менән дан тотҡан гүзәл тәбиғәтле Баймаҡ еренең уңған, тынғыһыҙ кешеләре тағы ла гүзәлерәк. Әллә ни алым-мәнфәғәт көҫәмәй, дан-маҡтауҙар талап итмәй, һәр ваҡыт башҡаларға изгелек ҡылырға ынтылып йәшәй улар. Дин юлында иһә улар бөгөн дә бар яҡлап өлгө булырҙай. Быны мин яңы танышым Нур Дәүләтбаев йөҙөндә лә асыҡ күрҙем.
...Бынан өс мөсәл йыл элек Баймаҡ районының Ярат ауылында Римма менән Урал Дәүләтбаевтарҙың йәш ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Нур. Көтөп алынған һөйөклө улдарына, ерҙә нурҙай балҡып, кешеләргә изгелек сәсеп йәшәһен тигән теләктә ҡушалар исемде. Ысынлап та, ата-әсәһенең өмөт-ышанысын аҡлап, бәләкәйҙән зирәк һәм теремек булып үҫә ул. Ауыл эргәһендәге Әпкешәй тауында, Һаҡмар буйында тиҫтерҙәре менән йәшенмәк, атыш уйнап йөрөгән биш-алты йәшлек малай сағында уҡ үҙендә ниндәйҙер аңлашылмаған ҡөҙрәт барлығын тоя. Ата-әсәһе, яҡындары ла һиҙгәндер инде быны, сөнки кистәрен унан массаж эшләтергә, үҙебеҙсә әйтһәк, арҡаларын һылатып-майлатырға әҙер торалар. “Ҡулдарыңдың име бар бит һинең – һыпырһаң, тән ауыртыуы юҡҡа сыға ла ҡуя... Ҡулыңдан һөйөнөп йәшә!” – һәр береһенең ошондай маҡтау һүҙе кескәй малайҙы уғата осондороп ебәрә.
Мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡып йөрөгән егет, мәле еткәс, хәрби хеҙмәткә юллана. Ватан алдындағы бурысын Свердловск өлкәһендә үтәй. Әрменән һуң ауылда үҙенең күңеле ҡушҡан эш менән шөғөлләнеүен дауам итә. Әсәһе Римма апайҙың Өфөлә массажсы булып эшләгән һеңлеһе Луиза Хөрмәт ҡыҙы бер ялға ҡайтҡанында: “Нур, тәнем һынығып ҡаҡшайым, әллә миңә массаж яһайһыңмы? Бала сағыңда ҡулдарың шул тиклем килешә торғайны...” – тигәс, бер ни уйламай ғына апаһының теләген үтәй.
“Һай, рәхмәт! Тәжрибәле массажсыларҙан былайыраҡ бит һин, әйҙә Өфөгә, һиңә мотлаҡ уҡырға кәрәк!” – тип үҙе янына саҡыра. Шулай итеп, ир ҡорона ингән егет, баш ҡалалағы массажсылар ассоциацияһында махсус белемгә эйә булып, ҡулына танытма ала һәм хеҙмәт юлын башлай. Башта Дим биҫтәһендә, һуңынан Ибраһимов бульварында “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәгендә эшләй.
“Тырыштан тир китмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ”, тиҙәр бит беҙҙең башҡорт халҡында. Нур ҙа, сәғәтле эшендә алған хеҙмәт хаҡынан тыш, пациенттарға түләүле хеҙмәт күрһәтергә лә йыбанмай. Ә нәҡ уның ҡулына эләгергә теләүселәрҙән тотош сират барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә тырыш егет, төрлө семинарҙарҙа, симпозиумдарҙа, башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашып, белемен, эш алымдарын даими камиллаштырыу яғын да хәстәрләй, башҡаларға ҡарап өйрәнә, оҫталығын арттыра.
— Өфөлә бөтөнләйгә ҡалырға ла була ине лә ул, сөнки төшөмлө генә урындарға эшкә лә саҡыралар ине, – ти Нур. – Тик урыҫтарҙың “Ҡайҙа тыуһаң, шунда кәрәкле бул!” тигән әйтеменә ярашлы, тыуған яғыма тартылдым. Үҙ халҡыңа ярҙам итеүҙән дә сауаплыраҡ ғәмәл юҡтыр ул, минеңсә...
ВДНХ-ла үткән медицина форумында ҡатнашып, Нур Урал улы бик күп массаж яһау оҫталары менән аралаша, үҙенең һәләтен дә күрһәтә. Нәҡ ошонда уны күренекле дауаханаларға, абруйлы шифаханаларға эшкә ҡоҙалайҙар, әммә уйы менән тыуған яғында йөрөгән егет итәғәтле генә баш тарта.
Нәҫел ептәре диндарҙар араһында танылыу алған Шәйәхмәт ҡарыйға барып тоташҡан Нур Урал улы шәриғәт ҡанундары менән дә ярайһы ғына хәбәрҙар булып сыҡты, үҙе лә дини йолаларға ыңғай ҡарашта икән. Атаһы Урал Ғиниәт улы ла юҡтан ғына Ярат ауылы мәсетендә мөәзин вазифаһын йөкмәмәгән.
— Хәйер биреп кенә гонаһтан таҙарынып, “бисмилла” әйтеп кенә динле булып булмай, иң элек кеше кемдеңдер алдында иманлы булып күренер өсөн түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тырышырға тейеш, тип өйрәтә атайым. – Нурҙың дин хаҡындағы фекерҙәре лә бик фәһемле һәм урынлы. – Унан килеп, бар күңеле менән дин тотоусыларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы ла көслөрәк. “Фатиха” сүрәһе, мәҫәлән, үҙе генә лә кешенең күңел торошона әллә күпме еңеллек биреү ҡөҙрәтенә эйә. Был — фәнни яҡтан иҫбат ителгән дәлил. Аят-доғалар кешенең рухын таҙарта һәм байыта, психологик бушаныуға килтерә...
Кешеләге аяҡ-ҡул быуындары һыҙлауы, муйын һәм бил ауыртыуҙары, нигеҙҙә, умыртҡа бағанаһы зыян күреүҙән килә, тип иҫәпләй Нур. Шуға ла теге йәки был урындың нилектән ауыртып-һыҙлауының сәбәбен асыҡламайынса тороп массаж яһай башларға ашыҡмай ул. Башта кешенең хәл-торошон өйрәнеп, уның менән йәнле әңгәмә ҡороп алыу, психологик бушандырыуҙан башлай һылау эшен. Әлегә туған-тыумасаһына, дуҫ-ишенә генә ярҙам итһә лә, киләсәктә үҙ салонын асып, мохтаждарҙың барыһын да ҡабул итеү, уларҙың хәлен еңеләйтеү теләге менән яна Нур Урал улы. Егет янынан үткән сирлеләргә тыныс күңел менән ҡарай алмай, һис юғы ипле һүҙе менән уларҙың хәлдәренә инергә тырыша. Ә миңә, Аллаға шөкөр, күрше урамда ғына йәшәгән яңы танышымдың ҡулдарының имен-сихәтен үҙемә татырға тура килде һәм уға рәхмәт кенә уҡыйым.

Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 426

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 118

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 36

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 34

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 48

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 63

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 45

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 83

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 69

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 44

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 70

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 64