Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ялым һәйбәт үтһен тиһәгеҙ...
Ялым һәйбәт үтһен тиһәгеҙ...Республикала көндәр эҫе тора. Күптәр йылға, күл буйҙарында ял итеүҙе хуп күрә. Был арала һыуға батыу осраҡтарының бермә-бер артыуы ла ошоға бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар араһында балалар ҙа бар. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит ҒҮМӘРОВ менән һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙ ял хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Фәрит Риф улы, һыуҙағы фа­жиғә­ләрҙең үҙенсәлеге нимәлә?
– Төп өс үҙенсәлекте билдәләргә кәрәктер. Беренсенән, кешеләрҙең күпләп һыуҙа батыу осраҡтары тап июль айына тура килә. Был көндәрҙең эҫе тороуына, отпускыларға, каникул­ға бәйле. Әйткәндәй, йыл буйы тер­кәлгән һыуҙағы фажиғәләрҙең яртыһы тап ошо мәлдә була. Мәҫәлән, 1 июлдә генә алты кеше батып үлгән. Икенсенән, йәй транспорт сарала­рының һыуға ҡолау осраҡтары ла арта. Былтыр Хәйбулла районында еңел автомобилдә өс кешелек ғаилә Таналыҡ йылғаһында һәләк булды. Өсөнсөнән, балыҡ тотҡанда һыуға батыусылар бихисап. Йыл башынан алып дүрт балыҡсы һәләк булды. Улар араһында Краснокама районынан ун йәшлек малай ҙа бар. Шуға күрә ял иткәндә һыуҙа һағалаған хәүеф тураһында оноторға ярамай.

– Һеҙҙеңсә, һыу инеү миҙге­лендә фажиғәләрҙең сәбәбе нимәлә?
– Төп сәбәптәр – махсус ҡулай­лаштырылмаған урындарҙа, иҫерек килеш һыу инеү, физик мөмкин­лектәрҙе баһалап еткермәү, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Быйыл ғына булған фажиғәне телгә алып китәйем. Өфөләге Йылы күлдә туғыҙ йәшлек малай һәләк булды. Эргәһендә өлкәндәр булмаған. Былтыр Ауырғазы районында һигеҙ һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар батып үлде. Улар үҙҙәре генә Өршәк йылғаһында һыу инмәксе булған.

– Фәрит Риф улы, ошондай фажиғәләрҙе иҫкәртеү йәһәтенән эш нисек ойошторолған?
– Республикалағы йылға, күлдәрҙә махсус ҡулайлаштырылған 75 һыу инеү урыны асылды, ҡотҡарыусылар дежурҙа тора. Мәҫәлән, Өфөлә генә улар 20 кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалды.
Көн һайын ҡотҡарыусылар респуб­ликалағы һыу объекттары буйлап рейдҡа сыға. Ошондай саралар барышында асыҡланған “ҡырағай” пляждарға ҡотҡарыусыларҙың ваҡыт­лыса посы ҡуйыла. Был эшкә йәмәғәтселек вәкилдәре, Бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте ағзалары ла йәлеп ителде.
Йылға, күл буйында ял итеүселәр өсөн хәүефһеҙлек саралары тура­һында акциялар үткәрелә, батып барғандарға ярҙам күрһәтеү тәртибе өйрәтелә. Иҫкәртеү эше йылдан-йыл әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә һәләк бул­ғандар һаны ла кәмей. Мәҫәлән, 2012 йылда 122 кеше батып үлһә, 2017 йылда, был күрһәткес бер аҙ кәмеп, 93 кеше тәшкил иткән.

– Хәүефле һыу объекттарының иҫәбе алып барыламы?
– Һыу инеү миҙгелендә Ағиҙел, Дим һәм Эйек йылғаларында йыш баталар. Быйыл Ағиҙелдә генә алты кеше һәләк булды. Фажиғәләрҙең 55 проценты йылғаларға тура килә, ҡалған осраҡтар күлдәргә, быуаларға һәм карьерҙарға бәйле. Әйткәндәй, һәләк булғандар араһында ир-егеттәр күпселекте тәшкил итә – 85 процент. Былтыр ҙа нисбәт шул сама ине – 80 ир-егет, биш ҡатын-ҡыҙ, һигеҙ бала батып үлгән.

– Фәрит Риф улы, һыуҙа ҡазаға тарымайым тиһәң, нимә эшләргә?
– Йылға, күл буйҙарында ялым һәйбәт үтһен тиһәгеҙ, таныш бул­маған, һыу инеү тыйылған урындарҙы һайламағыҙ. Эскән килеш, шулай уҡ яңғыҙ һыуға төшмәгеҙ. Һыу төбөнөң ниндәй икәнлеген белмәһәгеҙ, сум­мағыҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Сабый­ҙарҙы иһә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 2

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 17

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 38

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 31

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 29

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 28

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк”

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк” 18.09.2018 // Йәмғиәт

18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла....

Тотош уҡырға 43

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә...

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә... 18.09.2018 // Йәмғиәт

Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне....

Тотош уҡырға 23

Бәрәкәт ҡасмаһын

Бәрәкәт ҡасмаһын 18.09.2018 // Йәмғиәт

Нигеҙ ҡороу Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе...

Тотош уҡырға 24

Изгелек хисе һүрелмәһен

Изгелек хисе һүрелмәһен 18.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет...

Тотош уҡырға 30

Ипотека алғандар арта

Ипотека алғандар арта 17.09.2018 // Йәмғиәт

Быйыл һигеҙ айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар реестрына ипотека...

Тотош уҡырға 31

Янғын хәүефе тыуһа…

Янғын хәүефе тыуһа… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы рәсми сайттағы ашығыс белдереүендә...

Тотош уҡырға 33