Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат СӘҒИТОВ: “Иң мөһиме – балалар бәхете!”
Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләрҙе ҡотланылар

Салауат СӘҒИТОВ:  “Иң мөһиме – балалар бәхете!”Республикала ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү, атай-әсәйҙәр абруйын күтәреү маҡсатында ҙур эштәр атҡарыла. Хөкүмәтебеҙҙең биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыуы ла ошо хаҡта һөйләй.


Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан йәнә 45 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалын алды. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, күпселеге үҙҙәрен мөһим эшкә – балалар тәрбиәләүгә бағышлаған.
Награда тапшырыу тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ сығышында ғаиләләргә ярҙам итеү Хөкүмәт эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булыуы, ил Президенты иғлан иткән “Балалыҡ ун йыллығы” программаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҙур иғтибар бүленеүе, был өлкәлә Республика клиник һәм Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаларының заманса ҡорамал менән йыһазландырыласағы, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, ике йыл дауамында һәр муниципалитетта ясле төркөмдәре ойоштороласағы хаҡында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
– Республика Башлығы бойороғо менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы итеп үҙгәртелде. Әле һәр муниципалитетта Ғаилә идаралыҡтары ойошторола. Был мохтаж ғаиләләргә терәк булыу, юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында эшләнә. Бынан тыш, балалар поликлиникаларына өҫтөнлөк бирелә. Һеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙҙа тыныслыҡ, изгелек тантана итеүен теләйбеҙ. Балаларығыҙ ҙур илебеҙҙең һәм яратҡан республикабыҙҙың лайыҡлы граждандары булып үҫһен. Иң мөһиме – балалар бәхете – тине Салауат Тәлғәт улы.
Бүләкләнгәндәр араһында республикабыҙҙың 20 район һәм ҡалаһынан гүзәл заттар килгәйне. Шул иҫәптән Дүртөйлө, Күгәрсен, Өфө райондарынан, Күмертау ҡалаһынан – дүртәр, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Учалы райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан – өсәр, Ҡалтасы районынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан – икешәр, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шишмә райондарынан берәр әсә бүләкләнде.
Күгәрсен районының Багдашкин ауылынан килгән Рәмзиә Кәримова “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләй. Кәримовтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Оло ҡыҙҙарына 20 йәш, быйыл юрист дипломын алған. 19 йәшлек улдары индустриаль колледжда белем ала. Ҡалғандарына 13, биш һәм ике йәш.
– Аллаға шөкөр, күмәкбеҙ. Балаларҙы ҡарау ауыр түгел. Хәҙер үҙҙәре ярҙамсы. Хөкүмәтебеҙ ҙә беҙҙе онотмай, – ти Рәмзиә Кәбир ҡыҙы.
Ошо уҡ райондан бүләкләнгән Наилә Искәндәрова – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Ул тормош иптәше менән биш малай үҫтерә. Уларҙың да балалары ҡул араһына ингән. Оло улдары, хәрби хеҙмәттән ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙамлаша. Икенсе улдары Башҡорт дәүләт университетында белем ала, ҡалған икәүһе – мәктәп йәшендә, кинйәләренә әле бары өс йәш.
– Мал тотабыҙ, шулай уҡ игенселек менән дә шөғөлләнәбеҙ. Илле баш һауын һыйырыбыҙ бар. Аҡты Магнитогорск һөт заводына тапшырабыҙ. Эш тә бара, балалар ҙа үҫә. Биш улыма ғүмер бүләк итеүемә ҡыуанам да, ғорурланам да, – ти Наилә Фәйез ҡыҙы.
Береһенән-береһе матур, йөҙҙәренән наҙ һәм ихласлыҡ, ғорурлыҡ, сабырлыҡ бөркөп торған әсәйҙәргә ҡарап һоҡланып бөтә алманым. Ожмах – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тиҙәр. Һәр әсәгә ошо ожмахты тойоп, бәхетле йәшәргә насип итһен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 426

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 118

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 36

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 34

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 48

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 63

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 45

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 83

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 69

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 44

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 70

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 64