Һәр саҡ һаҡтаҠармы, буранмы, ямғырмы, дауылмы, көнмө, төнмө – һауа торошона ла, ваҡыттың ҡайһы мәле булыуына ла ҡарамаҫтан, саҡырыу бар икән, юлда улар – “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре. Үҙҙәренә ауылда, бигерәк тә төпкөлдә йәшәгәндәр күҙ төбәп тора.

Баныу Мөхәмәтова – райондың бер яҡ сигендә ятҡан Вәзәм ауылы фельдшеры. Ире Сәлимйән Сәлмән улы – уға һәр яҡлап ышаныслы терәк, шул иҫәптән “Ашығыс ярҙам” автомобиле водителе лә.
Әбеш ауылы ҡыҙы Баныу бала саҡтан табип булырға хыяллана. Ғүмер буйы кешеләргә ярҙам итеп, сирлеләрҙе тиҙ арала дауалап, һәр кемгә ҡыуаныс-шатлыҡ өҫтәп йәшәргә теләй. Хыялына ярашлы, тәүге баҫҡысҡа күтәрелгәс, йәғни 1982 йылда Сибай медицина училищеһын уңышлы тамамлағас, йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Дыуан районына эшкә ебәрәләр. Бер аҙҙан мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән егете армиянан ҡайта, һәм йәштәр, өйләнешеп, тыуған яғындағы Вәзәмдә төпләнергә ҡарар итә.
Ауылдағы медицина учреждениеһына акушер итеп эшкә алынған Баныу Мәғәфүр ҡыҙы оҙаҡламай фельдшер вазифаһына үрләтелә. Сирлеләрҙе иғтибарлылығы, йылы һүҙе менән дә дауалауға һәләтле, үҙ бурыстарына ифрат яуаплы ҡараған белгесте урындағы халыҡ тәүге көндәрҙән үк яратып ҡабул итә. Көн дә тиерлек “Ашығыс ярҙам” машинаһында әллә күпме саҡрым юл үтеп, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, шул уҡ ваҡытта үҙ ауылы халҡын даими хәстәрлектән айырмаған Баныу Мәғәфүр ҡыҙының өлгөрлөгөнә, фиҙакәрлегенә, ихтыяр көсөнә хайран ҡалмалы. Сирлеләр менән юлда ниндәй генә хәл булмауы ихтимал?!
– Беҙҙең эштә иң мөһиме – юғалып ҡалмау, – ти тәжрибәле фельдшер. – Тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөһим. Кешенең яҙмышы секунд-минуттарға бәйле. Һәр осраҡта төп таянысың – белем, тәжрибә. Миңә шулай уҡ иремдең янымда булыуы көс, ышаныс өҫтәй. Ул барыһын да күҙ ҡарашымдан аңлап, хәлдең нисегерәк тороуына шунда уҡ төшөнә. Район үҙәгенә көнөнә ике-өс тапҡыр барырға ла тура килә, әммә бер ваҡытта ла ҡәнәғәтһеҙлек белдергәне, “эшеңдән кит” тигәне булманы. Хеҙмәтемдең ауырлығын, ни тиклем яуаплы икәнен аңлап, ярҙамынан айырмай, бар яҡлап ҡурсаларға тырыша. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәнемә 36 йылдан ашыу инде хәҙер. Беҙҙең өсөн ял да, байрам көндәре лә юҡ ул. Мәҫәлән, илле йәшлек юбилейыма ҡунаҡ саҡырып, табынға ултырғайныҡ ҡына, кемдер “Ашығыс ярҙам” саҡыртты. Ирем менән байрамды ҡалдырып, сирлене район үҙәгенә алып барып, таңға ғына әйләнеп ҡайтырға тура килде. Шулай һәр саҡ сәләмәтлек һағындабыҙ.
Көндәлек ауыр, көсөргәнешле эштән һуң ауыл табибы нурлы, ҡотло йортона ашыға. Ҡыҙҙарына шылтыратып, хәлдәрен белешә, ейән-ейәнсәрҙәре менән һөйләшә. Яҡындарының һөйөнөсө, һәр уңышы бәхетле әсә күңеленә яңы көс-дәрт өҫтәй.

Хәйбулла районы.