Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хикмәтле ваҡиғалар
Хикмәтле ваҡиғаларБар теләгәнеңде яҙып, һәр бәйәнеңде уҡымаҡҡа сығарып бөтөү мөмкин түгел. Сәбәптәре сыбар: геройҙың башкөллө тап үҙеңә бәйле булыуы, ваҡ тура килеүҙәргә таянып ҡына әхлаҡи йәһәттән хөрт һығымта яһалыуы хәүефе лә был, бәғзе персонаждың тәғәйен бүтән берәүгә оҡшатылып, уның үпкәләүеме, уны үсәүме хафаһы ла, башҡаһы ла – күп инде...
Ләкин быны өлөшләтә булһа ла атҡарыу юлдары, йә оҙаҡ уйланыу аша, йә келт һуғып, сыҡҡылап тора. Бер ысулы алдымда ошолай, һан ҡуйып билдәләнгән тарихтар рәүешендә, хасил ҡылынды һәм алдағылары гәзитебеҙҙә, әлегеләй инеш һүҙҙәр түбәнендә, баҫылды ла – рәхмәт. Ҡайһы тарихтың булған ишетмеш хәлдән бән фәҡирегеҙ тарафынан әҙәбилеккә яҡынлатылыуынан, самалап үҙемдән, эйе, өҫтәлеүҙәрҙән дә ғибәрәтлегенә – самалап тиелһә лә, байтаҡ йыйылалар әле, айырымдарының, ирекһеҙҙәнме, ҡыҙыҡһынып китепме, шәхси күҙәтеүҙәремдән торғанына диҡҡәтеңде йүнәлткәйнем инде, хөрмәтле уҡыусым. Үҙең кисергәнең хикәйәләнелгәндә лә документаллек күреү бармайҙыр, хәйер.
Бөгөнгө тупланмаға хәрби хеҙмәт өлкәһенән ике ваҡиға һәм бер образ инде.


Һигеҙенсе тарих: Һуңлап килгән ғәҙеллек

Элемтә взводы командиры, вазифаға яңы ғына тәғәйен­ләнгән киң яурынлы, төпөш лейтенант, штабтағы махсус бүлмәгә ярһыған аттай, танауынан быу бөркөп килеп инде лә шунда уҡ лап-лоп кире сапты. Ирмәк күренеш булды был: аҙымдар йыш, бытыр-бытыр, ә алға китеш аҙ – төш күреп һаташҡанда бара алмаған ише. Ут сыҡҡандағылай ҡабаланғаны бөтә ҡиәфәтен ялмап алғайны.
Яһалма күн ыҡсым сумаҙанын, шул юҡ ҡына нәмәне ул заманда “дипломат” тип ололай торғайнылар, ишеккә боролған ыңғайы өҫтәлгә ырғытып ебәрҙе. Шыуып китте бахырың.
Тимер ишекте ябып, шыҡ йоҙаҡлау менән:
– О-һо-о! – тине Батырҙың унан ярты йылға йәшерәк хеҙмәттәше. Сумаҙанға ишаралауы: йәнәһе, эре сирттерә беҙҙең летёха – ҡайҙан эләктергәндер бындай хазинаны. Тота килеп, ай әттәгенәһе, тиктормаҫ, асып та ебәрҙе кеше әйберен. Шулай тәрбиәһеҙерәк ул, алабарман. Бәлки, күтәреп кенә ҡарағанында асылып киткәндер, быныһын, дөрөҫөн әйткәндә, күрмәйерәк ҡалды.
– Бәй, был ни бикһеҙ ҙә. – Ҡылығынан уңайһыҙланып, күҙҙәрен асҡылап-йомғоланы егет.
Гел шулайта: башта эшләй, шунан тешләй. Тура мәғәнәлә тешләй – теле ҙур булып арҡыры һәленә – тағы яңылыштым, иптәштәр, ғәфү итегеҙ...
– Оп-па-а! – Шулай тип аптыраулы-һоҡланыулы һуҙғанына йәнә әйләнеп ҡараһа, тегенең ҡулында – аҡса. Илле һумлыҡ, ул заманда бәҫле генә һан.
Ә сумаҙан буп-буш икән – шул йәшел ҡағыҙҙан башҡа бер нәмәһеҙ.
Алабарман иллелекте күҙ алдында урынына һалды, сумаҙанды япты, нәҡ хужаһы ҡалдырған ергә урынлаштырҙы. Уңлы-һуллы ҡараштырып, күҙен ҡыҫҡылап төҙәтә төштө, хатта өҫтөн һыйпаштырҙы. Бының һуңынан устарын һауала тырпайтты – тыныс ҡына ят, йәшник, бер кемгә лә өндәшмә, ҡабат тейеү юҡ һиңә.
Ике сәғәт тирәһенән офицер йәнә ел булып инде лә ҡара ҡумтаһын, ҡоҙғон сысҡан типкәндәй, бер ынтылыуҙа эләктереп, дауылдай сығып осто.
Оҙаҡламай тағы әйләнеп килде – йышланысы бөгөн... Баяғы ашығыуы утына ҡара көйөү өҫтәлгән хәҙер – яман асыулы. Бынан уғата тулыланып киткәндәй. Ғөмүмән, килбәтенән, үҙ-үҙен тотошонан уға әлегеһенән күпкә ҙурыраҡ хәрби дәрәжә һәм вазифа килешкәндәй – иркен яурындағы ике кескәй йондоҙсоҡ йыһан алыҫындағы тоноҡ нөктәләр генә булып күренә, урынына кәмендә – уртаға ҙур берәү, Ай уҡ булмаһа ла, эрерәк есем – майорҙыҡы кәрәктәй. Күңеле ошоно ныҡ көҫәүенәндер ҙә инде ҡабарыуы – хәйер, шул үҫеү өсөн дә барғандыр ҙаһа учили­щеға – генерал булырға теләмәгәндең йүнһеҙ һалдат икәне тураһындағы әйтемде ҡабатлап тормайыҡ.
Кәңәшмә ҡаты булғандыр – бешергәндәрҙер. Оло йондоҙлолар янына модалы сумаҙан менән фырт барып инеп, йөндәрен өҫтәмә ҡабартмаҫҡа була һелтәгән инде бая уныһын – Ҡораллы Көстәр ҡоралы түгел шул, оҙон сәсле, күҙлекле, ябыҡ студент күтәреп йөрөмәле генә нәмә. Армиялаһың – артыҡ-бортоҡ һөйрәтеп йөрөтмә. Учебкала ла, ана, теҙелгән һайын тигәндәй кеҫә тикшерҙеләр, ураған һайын тумбочка тентенеләр. Һинең училищеңдан да арыу таныш мейе сереткестер был.
Әммә көйөк утлы табанан булмай сыҡты:
– “Дипломат”та аҡса бар ине, хәҙер юҡ!..
Аптырашып ҡалды һалдаттар. Иң уңайһыҙы шул ине – сумаҙан ысынлап та асылды, хәйерһеҙең, аҡсаны күрҙеләр, Алабарман хатта ҡулында һелкеп торҙо, йәғни тулы белмәмешкә бикләнеү намыҫҡа ҡаршы килә, ләкин урынына һалынды лабаһа...
– Белмәйем. – Күңеле өйкәлһә лә, был тиклемен әйтеп торманы Батыр – егеткә шик төшөрөлөүен хупһынманы. Тегенең хеҙмәт дәүере әҙерәк булһа ла, тимәк, яҙылмаған устав уға өҫтәнерәк ҡарау мөмкинлеген бирһә лә, етмәһә, уның командиры булһа ла, бынан тартылды – бергә үтә бит хеҙмәттәре. Бик яуаплы хеҙмәт был, юғары теүәллек талап итә – үҙ-ара мөнәсәбәттең боҙолмауы мөһим. Ғөмүмән, ҡайҙа ла кешелеклелек сифаттарын өҫтөн ҡуя ул.
Раҫлау әҙ, иҫбатларға кәрәк. Ә офицер – үҙенә күрә түрә, хоҡуҡтары күберәк, дөрөп алып бара быларҙы:
– Ошонан башҡа бер ҡайҙа ла ҡалдырып йөрөмәнем. Һеҙ генә алғанһығыҙ! Ҡайҙа?!
– Теймәнек, иптәш лейтенант. – Алабармандың аҡһыл керпектәре леп-леп килә, теле хәҙер генә һалбырап сығып, арҡыры тешләнәсәк. Һәм шуның менән ул үҙен үҙе һатыр ҙа ине, моғайын – взводныйҙың әлегә быны белеп етмәүе генә ҡотҡарыр, бәлки – килеүенә уҙа барһа бер айҙыр.
Эш был хәтлемгә етмәне – уның тарафына ҡул һелтәнелеп, Батырҙың күкрәгенә терәлде хәҙер көбәк:
– Тиҙҙән өйгә ҡайтаһың, аҡса кәрәк – һин генә шылдырғанһың!
– Юҡ, иптәш лейтенант, алманым! – Ҡаты әйтте егет быныһын – сөнки, берҙән, дөрөҫө шул – егерме йыллыҡ ғүмерендә һорауһыҙ энәгә лә оронғаны булманы, икенсенән, дембель менән былай дорфа һөйләшеү килешкән эш түгел, өсөнсөнән, йәшең дә бик ары китмәгән – һалдат хеҙмәтен үтәмәгәнһең бит инде, мәктәптән тура курсантлыҡҡа ырғығанһың.
Ҡәтғи яуапҡа ҡаршы ҡабат өндәшә алманы, әммә ҙур туҙыныу хәлендә сығып китте бәләкәс командир. Тимер ишек һелкенеүенән башында эленеп торған сәғәт ысҡынып төшә яҙҙы. Ныҡ тыҡылдай уныһы ниңәлер – бүлмәләге ауыр тынлыҡты әсе телгеләй генә.
– Үҙең күрҙең... – Артабанғыны – асҡанын, алғанын, ләкин кире һалғанын – хеҙмәттәше телһеҙ, ымлап ҡына аңлатты. Быға шик юҡлығы шулай уҡ өнһөҙ белдерелде – сатай-ботайыраҡ булһа ла, күңеле яҡты уның – ҡурҡытыуҙан да, йоҙроҡ менән дә, һәйбәтләп һөйләшеүҙән дә файҙа сыҡмаҫ – танасаҡ та танасаҡ: күреүен-күргән, ҡулында ла тотоп ҡараған, ләкин башҡа үрелмәгән.
Тегеләй-былай, аһ та уһ сыпран­ла­ғанында асылғандыр инде берәй баҫҡыста сумаҙаны – исмаһам, ҡыҫтырылып та ҡуйылмаған еңел ҡағыҙсыҡ ни төштө лә ҡалды. Эйәһе лә көйәҙ холоҡло әҙәм шул – ҡәҙерле нәмәне, ҡупырынмай, түш кеҫәһенә һалып, төймәһен ҡаптырһа ни була.
Кискә табан штаб начальнигына саҡырт­тылар. Батырҙың яңғыҙына ғына барырға бойоролдо – хеҙмәтенең бөгөн-иртәгә тамамланырға тороуы, ә бының матди сығым талап итеү дәлиле еңгән, ахыры.
Егетте гел маҡтаған, башҡаларға өлгө итеп ҡуйған, әсәһенә шундай шәп ил һаҡсыһы үҫтергәне өсөн йылы рәхмәт хаты ебәргән подполковник, былай арыу ғына кеше, ғүмерҙә ҡыланмағанынса, тамсы һүҙ әйттермәйенсә битәрләне, ғәйепләне – тимәк, лейтенант ышандыра алған.
“Урландыҡ”ты хужаһына кисекмәҫтән тапшырырға ҡушылды.
– Юғиһә… – Шарт үтәлмәгәндә нимә булыры әйтеп бөтөрөлмәне, өҫтәлдәге ҡағыҙҙар ғына шылдырылды. – Булды, барығыҙ, бар! – Икеһенә бер юлы ҡаты екерҙе, ҡулын себен ҡыуғандай һелтәгеләне. – Ошоноң менән шөғөлләнеү генә етмәгәйне миңә...
Боролоп сығып китеүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Нахаҡтан рәнйеүен итектәренең табанына төшөрҙө – ҡаты баҫты.
Штаб начальнигын аңларға ла мөмкин инде былай: мәшәҡәте, ысынлап та, күп, бөтә ҡағыҙ эше шунда. Һалдат ни ҡайтыр ҙа онотолор, ҡабат мәңге күрешмәҫтәр – алыҫтан килгән, ә был лейтенант оҙаҡҡа иҫәп тотҡанға тартым, төптән сыҡҡан кәүҙәһен һаман ҙурыраҡ вазифаларға әҙер тота, тип уйлағандыр.
“Юғиһә” мәсьәләһе теүәл бер аҙнанан, өйрәнмәк граната шартлағандай, көтөлмәгәндә асыҡланды. Ошоғасағы командиры, хәҙер ул күрше полкта ротный, һоҡланғыс һәйбәт етәксе, уға сираттағы хәрби дәрәжә – өлкән сержантты юллағайны. Магазиндан әлеге өс тар таҫма урынына бер киңде алып та ҡуйғайны Батыр. Килешәме икән, тип көҙгөгә лә күҙ ташлағайны.
Байрамда яңғыраны шартлау. Бөтә часты теҙеп ҡотланылар, тантаналы шартта яңы дәрәжә алғандарҙың исеме аталды. Уныҡы уҡылманы.
Лейтенантҡа аҡсаны, йыйнағанына етмәгәнен иптәштәренән бурысҡа алып, икенсе көн үк тапшырһа ла, ваҡиғаның ҡоһоро төшмәй ҡалманы шулай. Низағтың ыңғай хәл ителгәне ваҡытында еткерелмәгән инде, былай булғас.
Иҫке погон менән ҡайтып китергә тура килде шулай. Быға һис тә бошонманы былай, күңел ғазабы ғына ауыр ине. “Таҙа погон һәм таҙа намыҫ менән” тигән киң билдәле әйтем уға тура килә лә, килмәй ҙә – берҙән, әлегә тиклемге дәрәжәләрен һис ялағайланыуһыҙ, тик тырышлығы, асыҡ зиһенлелеге, тәбиғи бөтмөрлөгө, грамоталылығы арҡаһында таҡты, икенсенән, бур мөһөрө игәне лә игәне – автоматта дары ҡалдығын ышҡып ҡына таҙартҡандай бөтөрә алһа ине лә бит шуны...
Ауылы оло һыу, муйыл сәскәһе хушы менән ҡаршыланы. Бынамын тигән егет булған улын күреүгә, әсәһе түгелеп илап ебәрҙе.
Көҙ институтта уҡый башланы. Стипендия алған һайын, ә уныһы, әмәлгә ярағандай, тап илле һум ине, мейеһен әрмеләге бәлә телгеләне. Етмәһә, староста итеп һайланғайны – тотош төркөм аҡсаһын тарата.
Октябрҙә ауылдан аҡса килеп төштө. Һорамағайны ла, ниңә ебәрҙе икән әсәһе? Хеҙмәттән ҡайтыуының өсөнсө көнөнә үк эшкә төшөп, арыу ғына нығынғайны. Ярай, эсте тишмәҫ. Рәхмәт әсәкәй генәһенә – колхоздың күпме генә түләүенән дә өҙә алған.
Аҙна самаһынан вахтала хат һондолар. Әсәһе хеҙмәт иткән еренән илле тәңкә килгәнен, шуны һалғанын хәбәр иткән. Серлелек уғата артты: тапҡанмы юғалдығын лейтенант, әллә намыҫына көс килгәнме?.. Үткән эшкә салауат, тип ҡул һелтәмәгән, һалған әле ул. Бынан күңеле баҫыла төштө Батырҙың, сумаҙан эйәһенә баһаһы ла йомшарҙы.
Һалғанын хеҙмәттәштәренең күрмәүе генә үкенес. Штаб начальнигы ла белһен ине лә бит.
Ғәҙелһеҙлектән дә тора шул донъя. Һуңлап булһа ла ғәҙеллектең барыбер килеүе лә бар...

Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы,
Рәсәйҙең атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 29

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 36

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 34

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 27

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 44

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 41

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 38

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 33

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 49

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 41

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 36

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 34