Ярай әле туҡмап китмәгәндәр

13-07-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һәр хәбәрсенең гәзит битендә донъя күрмәгән күҙәтеүҙәре байтаҡ

Ярай әле туҡмап китмәгәндәрМәҡәләләренә инмәгән хәл-ваҡиғаларҙы ижадсы күңел түрендә һаҡлай, кемдәрҙер яҙма рәүештә теркәп бара. Нисек кенә аталмаһын, ул, әлбиттә, журналистың ҡуйын дәфтәренән тип нарыҡланырға хо­ҡуҡ­лылыр. Шәхсән үҙем тормошта тап булған ундай күренештәрҙе хәтер һандығына һала барам. Уларҙың, һын ҡатырып көлөрлөк булмаһа ла, йыл­майыу бүләк итерлектәре иҫкә төшә.


Кемдә нимә ҡайғыһы...

Республика гәзиттәренең береһендә эшләгәндә Белорет яҡтарына юл төштө. Анфиса Ишмөхәмәтова исемле коллега менән ауылдарҙы ҡыҙырабыҙ. Ул – “Яҙмыш” рубрикаһын алып барыусы булараҡ, тормоштағы ауыр хәлдәрҙә ҡалған, ҡайғы кисергән кешеләрҙе эҙләй. Минең темам – ен-пәрейҙәр.
Бер ауылда ҡаршыға осраған бабай менән туҡтап һөйләшеп торабыҙ. Кәрәк геройҙарыбыҙҙы һүрәтләп биргәс, бабай әллә шаяртты, әллә, ысынлап та, ауылдаштарының хәленә инергә тырышты, хәбәрселәргә ярҙам итергә булды:
— Балалар, минең күршеләрҙең ҡайғыһы ҙур – ике сусҡалары янып үлде, — тине лә бер аҙҙан, – һимереп... – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Ҡайғының да төрлөһө була шул...

“Жираф” тракторы

Ауыл хужалығы темаһын яҙырға яратам, сөнки уны биш бармағымдай беләм, тип уйлай инем элегерәк. Ҙур ғына хужалыҡҡа килеп төшкәс, етәксе беҙҙе бригадир менән бергә ялан буйлап сығарып ебәрҙе. Ураҡ мәле, бригадирҙа, күрәһең, минең ҡайғы юҡ: “Ҡустым, ана, ер һөргән бер трактор килә – Жираф була ул, шул механизаторҙан интервью алырһың, алдынғы эшсе”, — тине лә үҙ юлынан китеп тә барҙы.
Көтәм, әбейҙәр сыуағына һоҡланып торам. Бер трактор яҡынлашты. “Ҡоралда­рымды” ипкә килтереп, тегенең ҡаршы­һына сыҡтым. Юҡ, минең герой түгел – был “ДТ-75” тракторы, уныһын ғына беләм инде, тимер-томор араһында үҫкән ауыл малайы бит! Трактор үтеп китте, көтәм “Жираф”ты. “ДТ” бер үтте, ике үтте, өс... ә мин көткән “тимер ат” һаман күренмәй. Әле кире ҡайтаһы ла бар бит әле, аптырағас, “ДТ-75” тракторсыһынан һорамаҡсы булдым (һүҙ ҙә юҡ, башта үҙем менән таныштырҙым):
— Абзый, интервью алырға ине, “Жираф” тракторы күренмәнеме ул?
Механизатор миңә тишә яҙып ҡараны ла:
— Эй, ҡустым, мин бит ул – жираф, ауылда ҡушаматһыҙ кеше буламы ни. Тегеләрҙе лә әйтер инем инде, сит кешегә, исмаһам, исем-шәрифте бирһәләр ни була, үҙ-ара ҡушамат менән өндәшеү етмәгән...
Шул саҡ ҡына башыма барып етте: ағай оҙон муйынлы икән дә! Шулай ҙа ихласлап һөйләштек жираф, әй, Шәриф Сәйфуллин менән. Оҡшаны абзый, репортаж тиҙ арала сығып та китте.
Геройҙы яланда көткәндә, ундай исемле трактор буламы икән ни, тип уйлап ҡуйғайным шул, донъянан артта ҡалаһың, тигән шелтә лә яуҙырҙым үҙемә: йәнәһе, яңы төр ауыл хужалығы техникаһын да белмәйһең, имеш, ауыл малайы!
Ә бригадирға килгәндә, күрәһең, минең менән йөрөү түгел, эшсеһенең исемен дә әйтергә ваҡыты булмаған...

Адрес өйрәтеүсе

Стәрлетамаҡ районына сыҡҡан мәл. Бер ауылда күркәм һәм ишле ғаилә йәшәй, тинеләр. Ауыл хакимиәтендә адресын да бирҙеләр. Киттек Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Эльдар Фәттәхов менән. Адресты һораша-һораша барабыҙ. Берәүҙән туҡтап өйрәтеүен үтенгәс:
— Минең өйҙө үтәһегеҙ ҙә тағы дүрт йорттан һуң йәшәйҙәр, — тине абзый.
“...Эйе шул, һинең ҡайҙа йәшәгәнеңде беләбеҙ, көн дә ҡаймаҡлап сәй эсергә йөрөйбөҙ бит”.

Һаҡал ҡотҡара

Стәрлетамаҡҡа Венер Исхаҡов, Салауат Әбүзәров, Айгиз Баймөхәмәтов килеп төштө. Билдәле яҙыусыларҙы осрашыуға йөрөтөү бурысын миңә йөкмәттеләр. Ҡала мәктәптәренең береһендә осрашыу бара. Өлкән класс уҡыусылары, уҡытыусылар менән тамаша залында түгел, класта әңгәмәләшергә булдыҡ. Ҡунаҡтар алдараҡ урын алған, мин арттараҡ бер партала яңғыҙым ғына ултырам. Яҙыусылар сығыш яһай, ә балалар ни инеп-сығып йөрөй. Бер мәл ишек ябылды ла берәү: “Шыл тегендәрәк (стена буйынараҡ – авт.)”, — тип иңгә килеп төрттө. Был тиклемде көтмәгәйнем, дөрөҫөн әйтәм. Шуға теге уҡыусы ла, мин дә ҡапыл юғалып ҡалдыҡ. Егет ҡорона инеп барған малайға ғәфү үтенеп, бүтән урын табып ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Уның ҡарауы, күмәкләп бер рәхәтләнеп көлөп алдыҡ. Буйың ҡыҫҡа булғас, ни ҡылаһың инде: теге уҡыусы арттан таныған тиһеңме ни, класташы тип уйлап, шулай өндәшкән.
...Йыш ҡына ни өсөн һаҡал йөрөтөүем менән ҡыҙыҡһыналар. “Мода ҡыуа”, ти берәүҙәр, икенселәр “дин юлына баҫҡан” тигән һығымтаға килә, бәғзеләр “бының өйөндә ҡырынғысы ла юҡ әллә” тип көлөргә лә тартынмай. Әйҙә көлһөндәр. Ысынын әйткәндә, был – баяғылай уңайһыҙ хәлдә ҡалмаҫ өсөн уйланылған сара. Ситтән (арттан) һаҡаллы кеше ултырғаны күренеп тора бит. Шулай, ҡыҫҡа буйҙан оҙон һаҡал ҡотҡара.
Теге ваҡиғаға әйләнеп ҡайтҡанда, мәктәп директорына әлеге хәлде һөйләгәйнем, етәксенең һис тә иҫе китмәне.
— Рәмил Ғәбдрәшитович, беҙҙең малайҙар сос ул, ярай әле коридорҙа осратып, икенсе мәктәптән күскән уҡыусы икән тип уйлап, туҡмап китмәгәндәр, — тине.
“Рәхмәт инде. Үҙегеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел икән...”