Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икәү бергә өлгәшкән бәхет
Икәү бергә өлгәшкән бәхетӨләсәйем Фәниә һәм олатайым Шакир Әбелғатиндарҙың ҡыҫҡаса тормош юлы тураһында һөйләгем килә.

Ҡәҙерлеләребеҙ 1955 йылда Миәкә районының Нарыҫтау ауылында ҡауышып донъя ҡора. Әлбиттә, уларға бала саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә.
Шакир Хәким улы 11 йәштән колхоз эшенә егелә. Йорт хужалығы эштәрен башҡарыу, кескәй туғандарын ҡарашыу ҙа уның иңенә төшә. Һалдат булараҡ та һынатмай ул. Ватан һағында тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып, Ленинградта авиацияла дүрт йыл ярым хеҙмәт итә. Шакир Хәким улы колхозда төрлө эш башҡара. Ауыр эшен ысын күңелдән башҡарған колхозсыны һәр саҡ маҡтап телгә алалар. Бөгөн ул тыл һәм хеҙмәт ветераны, Нарыҫтауҙың иң өлкән вәкиле. Ауылда, районда үткән сараларҙа, Еңеү парадтарында олатайым — ҡәҙерле ҡунаҡ, сөнки ул кешелекле, кеселекле, ғәҙел, беҙҙең төбәктең тарихын яҡшы белгән уҙаман.
Хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлдашы, ныҡлы терәге Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы ла ауыл хужалығында тырыш хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Өләсәйем киң күңелле, сабыр, ихлас, кешелекле. Балалары, ейәндәре өсөн өҙөлөп тора. Ул беҙҙе тәмле аш-һыу, бәлештәр, йылы ойоҡбаштар менән ҡыуандыра. Көнөнә биш тапҡыр намаҙын да ҡалдырмай. Уның изге доғалары, кәңәштәре беҙҙе һаҡлай һәм яҡлай. Олатайым менән өләсәйем бик матур ғүмер байрамдары – алтын һәм гәүһәр туйҙарын үткәрҙе. Бөгөн уларҙың иңгә-иң терәп йәшәүҙә­ренә 64 йыл, Аллаға шөкөр!
Иң мөһиме – өлгөлө ғаилә алты балаға — өс ҡыҙ менән өс улға — тейешле тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Ә инде төпсөк улдары һәм килендәре ҡәҙерлеләребеҙҙе ҡарап, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡотон һаҡлап, ғаиләһе менән утыҙ йылға яҡын бергә тырышып матур ғүмер итәләр. Ауылыбыҙҙа улар өлгөлө ғаилә, шулай уҡ күркәм йорт хужалары ла. Олатайым менән өләсәйемдең 14 ейән-ейәнсәре бар, 10 бүләһе үҫеп килә.
Һирәк парҙарға бындай бәхет, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәү тәтей бит. Олатайым менән өләсәйем беҙҙең өсөн донъя тотҡаһы, йортобоҙҙоң терәге, йәме.
Алтын бала сағымдың шундай ғаиләлә үткәненә сикһеҙ шатмын. Ҡәҙерлелә­ре­беҙҙең парлы булып бергә йә­шәүе беҙҙең өсөн дә үрнәк. Ошо түгелме һуң “Икәү бергә өлгәшкән бәхет”?!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 29

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 36

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 34

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 27

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 44

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 41

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 38

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 33

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 49

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 41

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 36

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 34