Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошта ла, ижадта ла ҡулға-ҡул тотоношоп
Тормошта ла, ижадта ла ҡулға-ҡул тотоношопСалауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләгән актерҙар араһында ғаилә парҙары күп. Әле сәхнәне дер һелкетеп тотҡан йәш, талантлы Рәмзиә менән Рафаэль Ғәйнуллиндар ҙа бергә ижад итеп, татыу ғүмер кисерә.

...Бына йорттан бер-бер артлы балалар йүгереп килеп сыҡты: Тимерхан, Хәҙисә, Хазина. Ҡайһылай матур, тәрән мәғәнәле башҡорт исемдәре! Тимерхан IV класты тамамлаған, Хәҙисә быйыл мәктәпкә бара, ә Хазинаға ике йәш тә юҡ әле. Балалар йорт алдындағы майҙансыҡта шау-гөр килеп уйнай башланы, ә беҙ ата-әсәһе менән әңгәмәләшеүгә күстек. 
Күгәрсен районы егете Рафаэль мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғыр яҙыуға, йыр-бейеүгә әүәҫ була. Бер генә мәҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. IX – XI кластарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Артист булыу хаҡында бер ваҡытта ла уйламаған егеттең яҙмышын осраҡлы ваҡиға хәл итә. 
– Уҡыусыларҙан бер төркөм Наил Ғәйетбаевтың “Төн” драмаһын ҡуйырға әҙерләнә ине, – тип хәтергә ала сәхнә оҫтаһы. – Кабинет асҡысы кәрәк булғас, репетиция барған залға шым ғына индем дә үтеп барам. Шунда ҡапыл мине туҡтатып: “Кил әле, кил, һиңә хәҙер бер роль бирәбеҙ”, – тинеләр. Аптырап ҡалдым. Кире образ ине был, шулай ҙа уны бирелеп китеп уйнаным. Спектакль тамамланғас, залда ултырған абруйлы апай-ағайҙар, шул иҫәптән Наил ағай Ғәйетбаев саҡырып алып: “Ҡустым, һинең урының театрҙа. Яҙмышыңды сәнғәт менән бәйлә”, – тине. Шулай килеп сыҡты ла.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан һуң маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Салауатҡа эшкә ебәрелә Рафаэль Ғәйнуллин. Быйыл 12-се ижад миҙгелен тамамлаған. Күптән тамашасы һөйөүен яулаған, ике тапҡыр “Йыл актеры” исеменә лайыҡ булған ир-уҙаман төрлө фестиваль-конкурстарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар ала, йырҙар яҙа, балалар өсөн әкиәттәр ҡуя. Ул “Шулай булды шул” спектаклендәге Алмас, “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Аҡйегет, “Зәйтүнгөл”дәге Булат, “Глумов”тағы Глумов һәм башҡа бик күп ролдәре аша ҙур танылыу яуланы. 
Рәмзиә иһә – Йылайыр районы ҡыҙы. Өс ағаһы араһында иркәләнеп үҫһә лә, ата-әсәһе уны тырыш, эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Ҡыҙ бәләкәйҙән йыр-бейеүгә маһир була, клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергә концерттарға йөрөй. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, ата-әсәһе уға: “Артист тормошон һайлама тип әйтмәйбеҙ. Үҙең ҡара. Шулай ҙа бел: тормошта ауырға тура киләсәк”, – тип киҫәтә. 
Бер мәл ҡыҙ район гәзитендә күрше ауылға Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт техникумынан имтихан алырға килеүҙәре тураһында иғлан күреп ҡала. Ата-әсәһенең туйға китеүенән файҙаланып, шунда бара һәм һынау тапшырып ҡайта.
– Өйҙәгеләргә бер ни ҙә өндәшмәнем. Уҡырға инә алһам, әйтермен, кире осраҡта – юҡ, тип үҙемде тынысландырҙым. Оҙаҡ та үтмәй, уҡырға саҡырабыҙ, тигән хат килде. Яҡындарым ҡаршы төшмәне, әммә тәүҙә әйткәндәрен тағы бер ҡат иҫемә төшөрҙөләр. Сәнғәткә юлым шулай башланды, – ти Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы. 
Техникумда бер йыл уҡығас, белем усағы педагогтары Рәмзиәгә Өфөгә барырға кәңәш итә. Ҡыҙ шулай эшләй ҙә. Бөтә имтихандарҙы уңышлы тапшырһа ла, буйы бәләкәй булыу сәбәпле, кире яуап ала. Шуға ҡарамаҫтан, киләһе йыл тағы баш ҡалаға юлланып, мораҙына өлгәшә. 
Уҡып йөрөгән йылдарында Рафаэль менән таныша. Диплом алғас, Милли йәштәр театрына урынлаша Рәмзиә. Ә Салауатта эшләп йөрөгән һөйгәне уны үҙ янына килергә өгөтләй. Күнә ҡыҙ. Бында күсеп, уңышлы эшләп алып китә. Ниндәй генә роль бирелмәһен, яратып, күңелен һалып башҡара. “Ете ҡыҙ”ҙа Нәғимә, “Ул ҡайтты”ла Рәүиә, “Ҡырмыҫҡа иләүе”ндә Рима... Ғәжәйеп таланты, ихласлығы менән арбай ул тамашасы күңелен. Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы ла ике тапҡыр “Йыл актеры” исеменә лайыҡ булған.
“Икегеҙ ҙә – сәнғәт кешеһе. Был ауырлыҡ тыуҙырмаймы?” – тип һораным Ғәйнуллин­дарҙан. “Юҡ, – тип яуапланы бер тауыштан бәхетле пар. – Беҙ тормошта ла, ижадта ла бергә. Икебеҙ ике өлкәлә булһаҡ, бер-беребеҙҙе нисек аңлар инек, тип ҡуябыҙ ҡайһы саҡ”. 
Алда әйтеүебеҙсә, татыу ғаиләлә өс бала үҫә. Ата-әсә уларҙы аҡыллы, тәүфиҡлы, кешелекле, рухлы итеп тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн һала. “Һөнәрҙе иһә ул-ҡыҙҙарыбыҙ күңел ҡушыуы буйынса үҙҙәре һайлар. Яратмаған эштә ыҙаланырға ярамай”, – ти Ғәйнуллиндар. Тынғыһыҙ артист тормошонда ҡайнап йәшәгән, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы һөйөү мөхитендә үҫтергән мөхәббәтле ғаиләнең яҡтыһы әллә күпме күңелде балҡытырлыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35