Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ
Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ“Үткән ғүмер”, “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – йөҙ исем”, “Башҡорттар”... Башҡортостан телевидениеһында барған был тапшырыуҙарҙан сикһеҙ күңел йылыһы бөркөлә. “Йөрәк һүҙе” лә ошо иҫәпте тулыландырҙы.

Кеше күңеленә тулышып, шартлар сиккә еткән йөрәк һүҙҙәре әйтелде бында. Өс быуын вәкилдәре ҡатнашыуы тапшырыуҙы айырыуса отошло итте. Әсәле-ҡыҙлы Зөлфиә Ханнанова менән Гүзәл Әлибаева, аталы-уллы Мөнир менән Йәдкәр Ҡунафиндар, әсәле-уллы Лариса менән Хасбулат Абдуллиндар... Уларҙың һәр һүҙе оло йыһанға оран булып яңғырап, халыҡ күңеленең иң төпкөлөндәге уй-хистәрҙе, аһ-зарҙы урғылдырып сығарып, күҙҙәрҙән йәш итеп ағыҙҙы. “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигәндәй, “Йөрәк һүҙе” лә барлыҡ быуын вәкилдәре өсөн дөйөм мөрәжәғәт булды.
Тапшырыу әле лә дауам итә. Әммә ике кеше араһындағы һөйөүҙе сағылдырған сығыштар өҫтөнлөк ала бара һымаҡ. Һүҙ юҡ, мөхәббәт – саф, тәрән тойғо, тыуымдың башы. Ә бит “Йөрәк һүҙе”нең төп мәғәнәһе – һөйөү емеше булып тыуған сабыйҙың бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртыу, кешелекте ҡурсаларға ынтылыу. Унда, баштағыса, тотош халыҡ­тың яҙмышына, изге бурыстарына бәйле һүҙҙәр әйтелергә тейеш. Тапшырыуҙың төп мәғәнәһен ябайлаштырырға, асылынан тайпылырға ярамай. Юҡһа был әйткән һүҙеңдән баш тартыуға тиң буласаҡ. Әҙәм балаһы донъя­уи мәсьәләләрҙең уңышлыһын да, киҫкендәрен дә күңеле аша үткәрә. Шуға ла уға “Йөрәк һүҙе” кеүек асыҡ, ихлас, хаҡ проекттар яҡын.
Был эште ҙур ҡыйыулыҡ, оҫ­талыҡ һалып ойошторған, тәрән мәғәнәле сығыштары менән ҡыуандырған һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтле халҡыбыҙ. Улар ав­торҙарға теләктәшлек белдерә, киләсәктә ошондай проекттарҙың күберәк булырына ышана. Һүҙ юҡ, бөгөн тормошта бер нигә ҡытлыҡ кисерелмәй. Йәшәй белгән өсөн донъя ғәжәп матур. Шул уҡ ваҡытта кешелек өсөн иң юғары сифаттар – мәрхә­мәт­лелек, яуаплылыҡ, ярҙам­сыллыҡ, илһөйәрлек, телһө­йәрлек, намыҫ – үҙ ҡиммәтен юғалтмаһын ине, тип тибә йөрәктәр. Әҙәм балаһы быға ышана, өмөтөн өҙмәй. Тап шул теләк сағыла йән аҙығы булған “Йөрәк һүҙе”ндә. Уны артабан да үҙ юлынан тайпылдырмай алып барыу зарур.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.


Өфө ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 0

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 0

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 0

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә 16.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова кисә...

Тотош уҡырға 0

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 52

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 84

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 76

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 123

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 157

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 69

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 81

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 52