Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарманлыҡ ғаиләлә тәрбиәләнә
Ҡаһарманлыҡ  ғаиләлә тәрбиәләнәЙәлембәт ауылында йәшәгән Ғәлиә менән Самат Зәйнуллиндар — район­да өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Ринат Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Аяғы яраланған һалдат, һуғыш яланында дуҫтарын ҡотҡарыу маҡсатында, үҙен һәм боевиктарҙы граната менән шартлата. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән баһалана.

Илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһон ғаилә башлығы Самат Зәйнуллин улдарында ла тәрбиәләй. Дөрөҫөрәге, үҙ өлгөһөндә. Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән егет Сибай ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, “Ленин юлы” колхозында 40 йылдан ашыу зоотехник булып эшләй. Төплө белемле, яуаплы хеҙмәткәр булып абруй ҡаҙанып, хаҡлы ялға сыға. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Ҡатыны Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы — бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған тәжрибәле уҡытыусы. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыу­сыһы булып башлай. Артабан белемен Магнитогорск педагогия институтында дауам итә. Сирек быуаттан ашыу белем биргән уҡытыусының хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Ғәлиә ханым өйҙә тик ултырмай, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Әле Йәлембәт ауылы “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе.
Зәйнуллиндар биш балаһына ла юғары белем бирә, уларҙы илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиә­ләй. Өлкән улдары Азат — Өфөнөң 21-се дауаханаһында үҙ эшен яҡшы белгән йәш хирургтарҙың береһе. Кәләше менән ике бала үҫтерә.
Азаматтары, Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлап, ҡулына инженер-төҙөүсе дипломын ала. Тыуған яғында үҙ һөнәре буйынса эшләй, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләй.
Динара менән Гүзәл ҡыҙҙары иһә әсәһе юлын һайлай, икеһе лә уҡытыусы. Динара Әбйәлил ауыл хужалығы колледжында уҡыта, өс бала әсәһе. Гүзәл Магнитогорск ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Бөгөн бәхетле Зәйнуллиндар ғаиләһе — туғыҙ ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай һәм өләсәй.
— Балаларыбыҙҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, эшләп, донъя көтөп, балалар үҫтереүе — беҙҙең өсөн оло бәхет. Тик бына Ринатыбыҙҙың ғына ваҡытһыҙ һәләк булыуы әле булһа күңелде әрнетә. Бала саҡтан уларҙы эш һөйөргә, кешеләргә ярҙамсыл булырға өйрәт­тек, бер-береһенә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт, туғанлыҡ хистәре һалырға ынтылдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: бер балабыҙҙың да йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, хәҙер ейән-ейәнсәр­ҙәребеҙҙе улар өлгөһөндә тәрбиә­ләргә тырышабыҙ, — ти Зәйнул­линдар.
Күптән түгел өлгөлө ғаилә, районда беренселәрҙән булып, республикала тәүге тапҡыр тапшырылған оло наградаға лайыҡ булды. Улар республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын алыу бәхетенә өлгәште. Тыуған илгә батыр ул тәрбиәләгән, биш балаһына ла юғары белем биреп, һөнәрҙәре буйынса эшләгән, матур ғаилә ҡорған, ата-әсәһенең юлын лайыҡлы дауам итер ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән Зәйнуллиндар ғаиләһе мәртәбәле бүләккә күптән лайыҡ. Тап улар кеүек абруйлы һәм өлгөлө ғаиләләр илде күтәрә лә инде.

Әбйәлил районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 57

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 105

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 93

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 157

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 36