Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмайбыҙ”
Дәүләкән төбәге яңырыу юлында

“Бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмайбыҙ”Өфөнән 90 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан Дәүләкән районына 1930 йылда нигеҙ һалына. Әлеге ваҡытта районда 39 меңдән ашыу кеше йәшәй. Дәүләкән халҡы күп милләтле булыуы менән дә үҙенсәлекле. Уны башҡорт, урыҫ, татар, украин, сыуаш, мари, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре төйәк иткән. Балҡантау һәм республикалағы иң таҙа һыулы Асылыкүл кеүек тәбиғи ҡомартҡылары менән даны тирә-яҡҡа таралған төбәктең бөгөнгө һулышы, киләсәге хаҡында Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән әңгәмәләштек.


– Илгиз Фәнил улы, һуңғы йыл­дарҙа тотороҡло эшләгән пред­приятиеларҙың ҡайһыһы айырыуса уңыштарға өлгәште?
– Әлеге мәлдә районда 1055 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Ҙур предприятиеларыбыҙ ҙа иҡтисади йәһәттән етештереүсәнле эшләй. “Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты”, “Дәүләкән икмәк ризыҡтары комбинаты” йәмғиәттәре, “Мартынова”, “Семенов”, “Павлуткина”, “Алмазик” аяҡ-кейеме” кеүек эшҡыуарлыҡ субъекттары “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” сифат билдәһенә лайыҡ булды. Төбәктә ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән 13 йәмғиәт, 102 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Улар араһынан “Регион­Агро”, “Аграрные традиции”, “Ҡанаш”, “Ҡаҙанғолов тәжрибә-етештереү хужалығы”, “Дуҫлыҡ”, “ДМК-Агро”, “Восход” йәмғиәттәре, Владимир һәм Сергей Рихтер, Ғабдрахманов, Муллагилдин, Григорьева кеүек крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы эшләй.

– Әле ниндәй проекттар өҫтөндә эш алып барыла?
– Былтыр сәнәғәт өлкәһендә бер нисә инвестиция проекты теркәлде. Шул иҫәптән уларҙың икәүһе республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә индерелде: икенсел сығанаҡ­тарҙы эшкәртеү буйынса инновациялы комплекс һәм “Дәүләкәндең 1-се икмәк-ҡалас ризыҡтары комбинаты” йәмғиәте базаһында ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөү.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” муниципаль программаһы буйынса былтыр эш асҡандарға бөтәһе 500 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтелде. Республика бюджетынан дүрт эшҡыуарға 896 мең һум аҡса бүленде.

– Социаль тармаҡты үҫтереү йү­нәлешендә ниндәй эштәр атҡарыла?
– Районда 22 дөйөм белем биреү һәм 19 мәктәпкәсә учреждение, 11 мәктәпкәсә төркөм бар. Әйткәндәй, ауылдарҙа аҙ комплектлы мәктәптәрҙә бушаған урындарҙа балалар баҡсаһы төркөмдәре ойоштороуҙы уңышлы файҙаланабыҙ. Һуңғы ваҡытта ошондай дүрт төркөм асылды. Былтыр, “Башҡортостан Рес­публикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.
Мәҙәни тормошҡа килгәндә, райондың туғыҙ коллективы “халыҡ”, алтауһы “өлгөлө” исемдәрен йөрөтә. Биш милли-мәҙәни үҙәк эшләй.

– Һуңғы йылдарҙа республикала төҙөкләндереүгә иғтибар артты. Был йәһәттән һеҙҙә ниндәй эштәр башҡарыла?
– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына әүҙем ҡушылдыҡ. Һуңғы ике йылда бөтә ауыл биләмәләре лә конкурс шарттарын уңышлы үтәне. Һөҙөмтәлә билә­мәләрҙе төҙөклән­дереү, һыу үткәргестәрҙе яңыртыу, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлау, техника һатып алыу буйынса проекттар тормошҡа ашты. Быйыл иһә 12 ауыл биләмәһе ошо программаға эләкте. Улар бүленгән аҡсаға урамдағы һыу селтәрҙәрен ремонтлаясаҡ, һыу башнялары ҡуясаҡ һәм уның биләмәһен төҙөкләндерәсәк. Шулай уҡ Соколовка клубының ҡыйығына капиталь ремонт эшләү, Ҡаҙанғолға – трактор, Ҡаҙырғолға янғынға ҡаршы тағылма һатып алыу ҡаралған. Былтыр юлдарҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә төрлө кимәлдәге бюджеттан 100 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителде. Уға Ленинск ауылындағы Ҡояшлы урамы реконструкцияланды, Яңы Йәнбәк һәм Иҫке Көрмәнкәй ауылдарындағы асфальт юлдар төҙөкләндерелде. Сергиополь, Яңы Аҡҡолай, Яңы Яппар, Черниговка, Ташлы-Шәрип, Березовка, Ҡоръятмаҫ һәм башҡа ауылдарҙа юлдар ремонтланды.
“Ҡала мөхите” программаһы буйынса ҡаланың үҙәк майҙаны һәм күп фатирлы һигеҙ йорт ихатаһы төҙөкләндерелде, фонтан эшләнде. Әлеге мәлдә Үҙәк парк үҙгәртеп ҡорола.
Былтыр күп фатирлы алты йортҡа капиталь ремонт яһалды. Шулай уҡ 23 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн 216 биләмә бүленде. Әлеге ваҡытта Байкал урамында – 42, Эшселәр урамында 24 фатирлы йорттар төҙөлә.
– Ғөмүмән, район төрлө проекттарҙы уңышлы файҙалана, тип әйтергә була...
– Эйе, бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Былтыр мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларын ремонтлау һәм реконструкциялауға төрлө кимәлдәге бюджеттан 17 миллион һум аҡса бүленде. “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә Сапай ауылындағы клубты ремонтланыҡ, Ҡоръятмаҫта мәктәпкәсә төркөм асылды. Сергиополь мәктәбенә, Рассвет мәктәбенең спорт залына, Романовка белем усағының ашханаһына капиталь ремонт яһалды. Балалар баҡсаларының йылытыу системаһын яңыртыу, һыу менән тәьмин итеү, ҡыйыҡ һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу эштәре лә туҡталмай.
Район мәҙәниәт йортоноң фасадына, Александровка һәм Рассвет филиалдарына капиталь ремонт яһалды, Сапай һәм Суйынсы-Николаевка филиалдары газ менән йылытыуға күсте.
“Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты сиктәрендә 1,5 миллион һумға ҡорамал, музыка ҡоралдары һәм Балалар сәнғәт мәктәбе өсөн сәхнә костюмдары алынды. Район мәҙәниәт йортоноң Мәкәш филиалында хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында Күп функциялы клуб асылды.

– Әлеге мәлдә ниндәй проекттар бойомға ашырыла?
– Ҡалала ла, ауылдарҙа ла төҙөклән­дереү эштәре дауам итә. Быйыл Алға ауыл хакимиәте үҙәге бинаһының тәҙ­рә­ләре алмаштырылды һәм йылылыҡ системаһы яңыртылды. Әле Вперед ауылы балалар баҡсаһында, Сергиополь ауыл биләмәһе бинаһында, “Реаль эштәр” проекты буйынса Ташлы-Шәрип клубында, Яңы Йәнбәк мәктәбендә ремонт үткәреләсәк. Яңы Йәнбәктә мәктәпкәсә төркөм асыу ҡаралған.
“Заманса ҡала мөхитен булдырыу” програм­маһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың ихатаһын төҙөкләндереүгә – һигеҙ миллион һум, юл һәм тротуарҙар төҙөүгә 50 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Ғөмүмән, район һәм ҡала үҫеш, яңырыу юлында.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 51

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 36

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 39

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 39

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 99

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 79

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 43

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 45

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 155

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 33

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 36

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 34