Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе
Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙеКөнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге 2015 йылда булдырыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә дүрт кешенән торған хеҙмәт мохтаж ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам итеү, ғаилә институтын нығытыу буйынса бихисап эш башҡарған. Бүлексә етәксеһе Юлиә Бәхтиәрованан бүлектең маҡсаты, киләсәккә пландары тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.

— Республикала Ғаилә йылына ярашлы үткәрелгән саралар ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, уның дәрәжәһен күтәреү яғынан ҙур этәргес булды. Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе, терәге, һәр кеше өсөн һыйыныр йылы урын.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тиҫтә йылда белем алыуҙың коммерция юҫығына йөҙ тотоуы, ошо арҡала кешеләрҙең матди хәленең насарайыуы, мәҙәни кимәлдең төшөүе ғаилә институтына ла кире йоғонто яһаны, уның нигеҙҙәрен ҡаҡшатты. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, тулы булмаған ғаиләләр, етемдәр, йәш быуын араһында ауыр холоҡлолар, ғаиләлә көс ҡулланыу артты, ғаиләле тормоштоң абруйы төштө. Беҙҙең бүлек проблемаһы булған һәр кемгә ярҙам күрһәтеү, нисек тә булһа уларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн тырыша.
Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ғаилә именлеген аҡса, матди байлыҡ кимәленән сығып баһаларға күнеккәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бала өсөн ата-әсә наҙы, иғтибары мөһим булыуын онотабыҙ. Ғаилә – баланың тәбиғи йәшәү мөхите. Тап унда кешенең йән һәм тән сәләмәтлегенең нигеҙҙәре һалына. Баланың төп хоҡуҡтарының береһе уның йәшәүгә һәм ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуҡ икәнлеге лә юҡтан ғына түгел бит. Өйҙәге мөхит һәм үҙ-ара мөнәсәбәт – бала өсөн иң ҡәҙерле төшөнсә, уны башҡа бер нәмә менән дә алмаштырып булмай. Шуны онотмаһаҡ ине, — ти бүлек етәксеһе. Әйткәндәй, Юлиә Әлфир ҡыҙы үҙе лә ике бала әсәһе, уңған ҡатын, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә эшләп, ярайһы тәжрибә туплаған хеҙмәткәр.
Бүлектең штатында социаль эштәр буйынса белгес, психолог та бар. Ошо йылдың беренсе яртыһында 917 кеше төрлө һорауҙар, борсоған проблемалар буйынса мөрәжәғәт иткән. Һәр мәсьәләне ентекле өйрәнеп, уларға ярҙам итергә тырышҡандар.
— Ҡыуанысҡа күрә, бер-береһен хөрмәт итеп, аңлашып йәшәгән, аҡыллы балалар үҫтергән, тырышып хеҙмәт иткән ғаиләләр бихисап. Уларға ҡарап сикһеҙ шатлыҡ кисерәһең. Бындай “бәләкәй дәүләттең” нигеҙе лә ныҡлы, киләсәге лә өмөтлө һәм яҡты. Шатлыҡта ла, проблемалар тыуһа ла, улар берҙәм, бер-береһе өсөн йән атырға әҙер. Ошондай мөхиттә йәшәгән балалар өсөн дә, атай-әсәйгә лә ғаилә ожмахҡа әйләнә.
Әммә имен булмаған ғаиләләр ҙә бихисап. Рәсми рәүештә генә районда шундай 67 ғаилә теркәлгән, уларҙа 176 бала көн күрә. Тамуҡ утында йәшәй тип әйтһәм, дөрөҫөрәк булыр, сөнки бындай тормошто мин бер кемгә лә теләмәҫ инем.
Бына беҙҙе күптән борсоған бер миҫал. Күп балалар үҫтергән ғаиләлә атай ҙа, әсәй ҙә даими эскелек менән шөғөлләнә. Бер аҙ айнып йәшәп алалар ҙа йәнә “йәшел йылан” ҡолона әйләнәләр. Шул ваҡытта береһенән-береһе бәләкәй балаларҙың нисек ыҙа сигеүҙәрен күреү аяныслы: ашарҙарына — аш, кейергә таҙа кейемдәре лә булмай хатта. Ә балалар үҙҙәре шундай теремек, уҡыуҙа ла зирәктәр, бер-береһе өсөн йән атып торалар. Уларҙы опека хеҙмәте ваҡытлыса дауаханаға йәки туғандарына урынлаштырып тора. Әгәр ҙә атай менән әсәй аҡылына килеп, йәшәү рәүештәрен үҙгәртмәһә, балалар хаҡына ҡатыраҡ сара ла күрергә тура килер инде.
Тәү ҡарауға имен тойолған ғаиләләрҙә лә проблемалар булыуы бар. Шуға бер осраҡ. Йәмәғәт урынында бер үҫмер сит кешенең кеҫәһенән аҡса урлаған. Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусының был ҡылығы сәбәбен асыҡлау маҡсатында, ғаилә менән яҡындан танышабыҙ. Өс бала тәрбиәләнгән йортта таҙалыҡ, матди тотороҡлолоҡ күҙәтелә, ата-әсәнең икеһе лә эшләй. Улдарының был ҡылығына иҫтәре лә китмәне, барыһы менән дә булыуы мөмкин, тип уны яҡлап, ғәйебен таныманылар. Бүлексә белгестәре тәҡдим иткән бала — ата-әсә мөнәсәбәте диагностикаһын үтеүҙән дә баш тарттылар. Ә бит был осраҡта үҫмер киләсәктә яҙыҡ юлға баҫмаһын өсөн психолог ярҙамы ла бик мөһим.
“Өлкәндәр менән балалар” проблемаһы ла киҫкен тора. Шуға бер миҫал: ғаиләлә әсә кеше мәрхүм булып, малай атаһы менән генә тороп ҡала. Ир кеше икенсе ҡатынға өйләнә. Атай менән улдың һуңғы ваҡытта мөнәсәбәттәре киҫкенләшә, үҙ-ара уртаҡ тел таба алмайҙар. 11 йәшлек үҫмер бер нисә тапҡыр өйҙән сығып китә. Уны ваҡытлыса Белоретҡа приютҡа урынлаштырҙыҡ. Әле улар менән психолог эшләй. Малайҙың тыуған йортона ҡайтҡыһы килә, атаһы ла балаға ҡарашын үҙгәртергә, мөнәсәбәттәрҙе яйларға әҙер.
Былтыр республикала “Инвалидтар һәм оло кешеләрҙе тәрбиәгә алыу” тип аталған программа ғәмәлгә индерелде. Уға ярашлы, бер кеме лә булмаған оло йәштәгеләрҙе сит ғаиләләр ҡарауға ала. Беҙҙә лә ошондай ике ғаилә бар. Уларҙы даими контролдә тотабыҙ. Әлегә барыһы ла яҡшы. Оло кешеләр ҙә яңғыҙлыҡта көн күрмәй – ғаиләлә йәшәй, ҡараусылар ҙа бик ҡәнәғәт, сөнки дәүләт уларға аҡса түләй.
Иғтибарығыҙҙы күңелде ҡырған ысынбарлыҡҡа йүнәлтке килә. Программа эшләй башлау менән байтаҡ оло кешеләр үҙҙәрен икенсе ғаиләләргә ҡарауға биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Ә бит улар яңғыҙ түгелдәр, балалары йәки яҡын туғандары бар, — тип бәйән итте Юлиә Бәхтиәрова.
...Эйе, тормошта төрлө хәлдәр була. Ата-әсәләргә, ни тиклем эшкә сумған булһалар ҙа, балалары һәм үҙ ата-әсәләре хаҡында оноторға ярамай. Әгәр ғаиләлә татыулыҡ юҡ, ә ир менән ҡатын гел бәхәсләшә, балалары менән аралашырға ваҡыт тапмай икән, бала ла быны дөрөҫ, шулай тейеш тип ҡабул итәсәк. Ҙурайғас, уның да ата-әсәһенә ваҡыты етмәйәсәк. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙәге ҡарауһыҙ ҡалған ололар проблемаһы тап ошонан килеп сыға түгелме?
— Ғаилә ҡороу – етди аҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйләнешеп тә өлгөрмәй, айырылышҡан парҙар бихисап. Статистика мәғлүмәттәре лә ҡыуандырмай. Былтыр Бөрйән районында 141 йәш пар яҙмыштарын бергә бәйләгән, ә 55 ғаилә тарҡалған. Айырылышыуҙар һанын нисек тә булһа кәметеү, йәштәрҙе ҡайтанан йәрәштереү буйынса ла эш алып барыла. Тиҙҙән никах тарҡатыуҙан алда парҙар психолог консультацияһын мотлаҡ үтергә тейеш буласаҡ. Сит илдәрҙә бындай алым күптән ғәмәлгә ингән һәм ыңғай һөҙөмтә бирә. Киләсәктә ҡайны-ҡәйнәләрҙе, ғаиләнең оло, абруйлы ағзаларын да был эшкә әүҙемерәк йәлеп итергә ине. Маҡсатлы саралар ҙа планлаштырылған, даими рәүештә район гәзитендә психолог кәңәштәре бирәбеҙ, ҙур класс уҡыусылары менән йыйылыштарҙа татыу ғаилә тураһында лекциялар менән сығыш яһайбыҙ – ти Юлиә Әлфир ҡыҙы.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡыт бүлектең психологына ярҙам һорап килеүселәр бермә-бер артҡан.
— Күберәк ҡатын-ҡыҙ һәм мәктәп уҡыусылары мөрәжәғәт итә. Ғәҙәттә, гүзәл зат ғаилә тарҡалғас йәки эш юҡлыҡтан күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп килә. Балаһы ҡаты сирле булған, инвалид бала тәрбиәләүсе әсәләр ҙә йыш ярҙамға мохтаж. Ә уҡыусылар насар өлгәшһә йәки класташтары менән уртаҡ тел таба алмаһа, шулай уҡ яуапһыҙ мөхәббәттән ғазапланһа ла мөрәжәғәт итә. Бөтә алымдарҙы ҡулланып, ярҙам итергә тырышам. Консультациялар ике телдә, бушлай һәм аноним рәүештә бара, — ти тәжрибәле психолог Инзирә Баязитова.
Матди хәле насар ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында бүлек хәйриә акциялары ла ойоштора. “Әйберҙәр банкы”на бөрйәндәр үҙҙәренә кәрәкмәгән, яҡшы хәлдәге, таҙа кейем-һалым, кәрәк-ярағын килтереп сауап алалар. “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!”, “Ярҙам ҡулы һуҙ” һәм башҡа республика кимәлендә ойошторолған хәйриә сараларында ла бөрйәндәр әүҙемлек күрһәтә.
Һуңғы йылдарҙа балалары булған ғаиләләргә төрлө пособиелар, социаль ярҙам күләме артты. Әммә ҡайһы берәүҙәр, хәбәрҙар булмауҙары арҡаһында, уларҙан файҙалана алмай. Ошондай ғаиләләргә юридик һәм консультация ярҙамы ла күрһәтә бүлек. Кәрәк икән, белешмә-документ йыйырға ла булышлыҡ итәләр.
Бөрйәндең Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге Белоретҡа күсерелгән. Ошо сәбәпле, “Ғаилә” үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр тағы ла артҡан. Бер кемде лә кире бороп сығармай хеҙмәткәрҙәр, үҙҙәренең компетенцияларына ярашлы, ярҙам итергә тырышалар.
Һәр ғаилә үҙе бер бәләкәй дәүләт кеүек. Һәр ғаиләне борсоған ниндәйҙер мәсьәлә бар. Әлбиттә, уны бүлек кенә хәл итә алмай. Битараф булмаған кешеләр – туғандары, дуҫтары, йәмғиәт менән бергәләп кенә көйләй алалар. Дин әһелдәре, ағинәйҙәр, ветерандар ойошмалары, социаль йүнәлештәге дәүләт учреждениелары, урындағы хакимиәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары проблемалы ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙһа, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 0

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 0

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 0

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 0

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54