Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишле ғаилә – милләт түле
Ишле ғаилә – милләт түлеБеҙ килеүгә, баҡсанан ғына ҡайтып тора икән хужа менән хужабикә. Көн буйы эш менән мәшғүл булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡунаҡтарына урындағы халыҡҡа хас ихласлыҡ күрһәтеп, әйҙүкләп ҡаршы алды улар: “Әйҙәгеҙ, үтегеҙ. Ҡайһылай яҡшы булды әле ул, хәҙер бергәләшеп сәй эсеп алырбыҙ”, – тип сәйен дә ҡуйып ебәрҙе хужабикә. Төбәп килгәндәребеҙҙең яҡты йөҙөн, ихласлығын күреп, беҙҙең дә күңел күтәрелде, эшлекле сәфәр ахырында ғәҙәти була торған арыуыбыҙ ҙа уларҙың йөҙ яҡтылығы тәьҫирендә таралғандай. Була бит шундай кешеләр, ябай ҙа, яҡты ла, ундайҙарҙы күрһәң, күңел күтәрелә, әйткән һүҙҙәре, һөйләгәндәре тормошсан, мәғәнәле, йылы һәм яҡты хәтирәләргә нигеҙләнеп, киләсәккә өмөт уята һәм тирә-яҡҡа яҡтылыҡ таратыла. Мәләүез ҡалаһында тап иткән яңы таныштарыбыҙ Теүәлбаевтар ҙа ана шундайҙарҙан булып сыҡты.



Етемлек яҙмышын күрһәтмәһен...

Светлана апай менән Рәшит ағай иңгә-иң терәп, тормоштоң бормалы юлдарында бер-береһенә терәк-таяныс булып, биш тиҫтә йыл бергә атлаған, күптән түгел алтын туйҙарын билдәләгән бәхетлеләр. Оҙаҡ йылдар Мәләүез урман комбинатында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан улар: Светлана апай егерме йылдан артыҡ комбинатта үлсәүсе булып эшләгән, ә Рәшит ағай – крансы, уның дөйөм эш стажы – 44 йыл. “Хеҙмәттән ҡурҡманыҡ, заманы шундай ине бит. Эшләһәң, эш ҡарышмай. 1965 йылдар... Ул замандарҙа илебеҙҙә эшселәрҙе туйындырған ҙур-ҙур заводтар, комбинаттар бар ине. Зарланманыҡ, сөнки икебеҙ ҙә бәләкәйҙән тормоштоң нужаһын күреп үҫкәйнек. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙек. Алдынғылар рәтендә торҙоҡ. Шул тырышлығыбыҙ арҡаһында фатирлы ла булдыҡ. Ғәҙел, яҡшы эшләгәндәргә ярҙам итәләр ине. Барыһына шөкөр”, – тип һүҙен башланы Светлана апай. Ул арала әңгәмәбеҙгә Рәшит ағай ҙа ҡушылды. Ниндәйҙер бер иплелек һәм оло ихтирам менән хәләл ефетенең һөйләгәндәрен тыңлап, хәтирәләргә бирелде асыҡ йөҙлө ағай.
Шул саҡ беҙ урын алған оло бүлмәлә урынлашҡан стенкала вазаға ултыртылған сирень сәскәләре менән ҡыҙыл тюльпандар иғтибарҙы йәлеп итте. Ғәжәп, ниңәлер таныш кеүек миңә был һоҡланғыс сәскәләр. Ҡайҙалыр күрҙемме? Бынан бер нисә минут элек кенә ҡаланың яҡты тыныс урамынан барышлай, Светлана апай менән Рәшит ағай янына йүнәлгәндә, егеттәрсә дәрт һәм ололарса бер еңеллек менән ошо сәскәләрҙе тотҡан бер ағай йылдам ғына үтеп киткәйне бит. Ололар ҙа шулай сәскә яратыр икән, бәлки, йәнәшә барған иптәшенә бүләк иткәндер ҙә, йәштәр кеүек матур йылмайышып, ҡайтып баралыр улар. Күҙҙе лә, күңелде лә һоҡландырған ябай матурлыҡ. Сәскәләр тотҡан ололарҙың шулай йәнәшә генә атлап еңел баҫып ҡайтып барыуы ниндәй матурлыҡ! Сәскә яратҡан кешеләрҙең күңеле лә яҡты. Иғтибарҙы йәлеп иткән урамдағы парҙың яңы таныштарым булып сығыуына бер аҙ ғәжәпһенеп тә, һоҡланып та ҡарап ҡуйҙым. Ысынлап та, матур икән улар...
Рәшит ағай сығышы менән Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан. Ул – дәһшәтле йылдарҙың әсеһен татыған һуғыш балаларының береһе. 1938 йылда тыуған. 1941 йылда атаһы һуғышҡа китә. Күп тә үтмәй, 1942 йылда уның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хат килә. Ике ир бала менән тол ҡалған ҡатын бар көсөн һалып, иренең ҡайтырына өмөтөн өҙмәй, һыуыҡ ҡыштарҙа землянкала йән аҫрай. Ул заманда һуғыш балаларының бәләкәй иңдәренә төшкән оло етемлек нужаһын күреп үҫә улар.
Бөгөн етенсе тиҫтәһен ваҡлаған Светлана апай иһә Бүздәк ауылында тыуған. Әсәһе өс бәләкәй балаһын ҡалдырып вафат булғас, етемлек яҙмышында урау-урау юлдар үтергә тура килә. “Бәләкәй балаларҙы ҡарарға ла кәрәк бит, ә атайым эшләй. Беҙҙе Октябрьский ҡалаһындағы балалар йортона ебәрәләр. Шулай үҫтек, туғандарым менән бергә булдыҡ. Етемлек яҙмышын күрһәтмәһен инде балаларға Хоҙай”.

Уларҙы тормош сыныҡтырған

“Үҫә төшкәс, атайыбыҙ үҙ янына алды. Шуға ла туғандарыбыҙ менән дә юғал­тышманыҡ, шөкөр. Мәскәү һәм Октябрьский ҡалаларында йәшәгән туғанда­рымдың балалары ла бөгөн беҙгә килеп йөрөй, аралашабыҙ. Иптәшем менән ауырлыҡтар күреп үҫһәк тә, бөгөнгөһөнә Хоҙайға шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Именлеген, иҫәнлеген, теүәл зиһенен бирһен. Кемдәрҙер бит шул һуңғыларын да күрә алмай...”
Тормош, ысынлап та, Светлана апай менән Рәшит ағайҙы сыныҡтырған. Зар­ланып ултырғандарҙан түгел улар. Хәҙер инде башлы-күҙле булған балаларына һәм буй еткереп килгән ейән-ейәнсәрҙәренә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итәләр. Күпләп баҡса үҫтерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас иһә, был уларҙың төп шөғөлдәренә әйләнә. “Хәрәкәттә – бәрәкәт, бәрәкәт – бәхет бит ул”, – ти ағай менән апай. Йәшлек дәрте менән көңгөр-ҡаңғыр килеп, һәр көндөң булғанына, бәрәкәтенә шатланып йәшәй Теүәлбаевтар. Баҡса­ларында бөтә нәмә лә бар уларҙың: алма, сейә, ҡарағат, крыжовник, кишер, картуф, кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, һуған, һарымһаҡ – тырышлыҡ, хәстәрлек күргән хеҙмәт һөҙөмтәһе. Аяҡ-ҡулың теүәл булғанда, тик ултырыу мөмкинме ни инде?! Ғәҙәттә, хаҡлы ялға сыҡҡандар өйҙә ҡалыуҙан толҡа тапмай ҡаңғыра, ғүмер буйы эшләп, ҡапыл туҡтағас, өмөтһөҙлөккә бирелә. Тик бөгөнгө әңгәмәселәребеҙгә ҡағылмай был. Баҡса үҫтереп, уңыштарын эш итеп, ҡайнатмалар яһап, тоҙлап, маринадлап ҡышҡылыҡҡа ла, ҡабымлыҡҡа ла әҙерләй. Туғандарына, дуҫтарына, таныштарына ла күстәнәс итеп алып баралар. Шулай, тормошҡа зарланмай, булырлығын үҙ көстәре менән булдырып, тырышып йәшәй Теүәлбаевтар. “Хаҡлы ялда булыуыбыҙға бер ҙә генә зарланмайбыҙ. Тир түгеп, эшләп үҫкән быуын беҙ, шуға ла баҡса тотоу бары ҡыуаныс ҡына”, – ти Светлана апай менән Рәшит ағай.
Яҙҙан көҙгәсә баҡсала, тәбиғәт ҡосағында эшләп, йәндәренә сихәт алһа, ҡышҡы көндәрҙе лә матур итеп үткәрә ололар. “Ваҡытыбыҙ булғанда, йортобоҙ янында урынлашҡан Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханаға төрлө кисәләргә йөрөйбөҙ, спорт һарайында сәләмәтлек дәрестәрендә лә шөғөлләнеп алдыҡ. Һис кенә лә тик ултырмайбыҙ”, – ти улар. Хужабикә ҡул эштәренә лә маһир, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләй бәйләй, аш-һыуға ла оҫта ул. Тиҙ генә әҙерләп ебәргән табынында телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡ та, төрлө ҡайнатмалар, тәмле эремсек, ҡорот, бишбармаҡ та урын алған. Тәмле итеп яһалған сәйҙе эскән арала телеңде йоторлоҡ ҡоймағы, бауырһаҡ һәм бәлештәренең рецепт өлгөләре менән дә уртаҡлашыуын һорайбыҙ. Ҡамыр ризыҡтары ниндәй генә булмаһын һәр береһенең үҙенсәлеге бар. Ябай ғына ҡоймаҡты ла һәр хужабикә үҙенсә ҡоя, тәжрибә менән килгән аш-һыу оҫталығының үҙ серҙәре бар. “Беҙҙең Бүздәк яғында ҡыҙыл эремсек яһайҙар, аҡ майҙы иретеп, емеш-еләк ҡушалар, телде йоторлоҡ ризыҡ килеп сыға. Магазиндыҡына ҡарағанда, иретелгән май файҙалы ла. Емешле май тәмле булһын өсөн саҡ ҡына һатыу майын ҡушып иретәм. Шулай тәмле килеп сыға”, – тип аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашты Светлана апай.

Бәхет сере

Күңеле яҡты кешеләрҙең өй-табындары ла йәмле булалыр шулай. Юҡ, һүҙ тәғәмдәрҙең күплегендә лә түгел ул, ә күңел йомартлығында. Бындай ихласлыҡ, ғәҙәттә, ауыл кешеләренә хас бит. Әҙерләнеп тормаһа ла, килгән-киткән һәр ҡунағының күңелен күреп, ихласлап сәй эсерә, һеҙгә яҙған икән, тип тиҙ генә бешерелгән тәмле ризыҡтарынан ауыҙ иттерә ундайҙар.
Беҙҙең күркәм сәй табынында дауам иткән әңгәмәбеҙ Светлана апай менән Рәшит ағайҙың балалары хаҡында хәҙер. Һәр һүҙҙәре һайын балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең аҡыллы-тәүфиҡлы булып үҫеүенә һөйөнгән ағай менән апай балаларым тип өҙөлөп торған бәхетле өләсәй менән олатай ҙа икән. Дәртләнеп донъя көтөүҙәренең, йәштәрсә атлап йөрөүҙә­ренең, булғанына шөкөр итеп йәшәргә тырышыуҙарының да сере шул үҙ ғәзиз балаларылыр, моғайын.
Теүәлбаевтарҙың улдары Венер ғаиләһе менән ата-әсәһе янында, Мәләүез ҡалаһында, йәшәй. Хәләл ефете Альбина менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бес­кән, тиҙәр. Йәштән үк дзюдо менән шөғөлләнгән атайҙары, балалар баҡса­һында кескәйҙәрҙе тәрбиәләгән әсәләре күркәм өлгө. 16 йәшлек Ынйы спорт менән дуҫ, уртансы малайҙары Рауилға 14 йәш – сәнғәткә ғашиҡ ул, сәнғәт мәктәбендә тырышып уҡый, Вилданға иһә 13 йәш, ул да спорт юлын һайлаған – дзюдоист ул. Ғаилә башлығы Себергә йөрөп эшләй.
– Балаларҙан уңдыҡ беҙ, Аллаға шөкөр. Киленебеҙ ҙә һәйбәт. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тәрбиәле, инсафлы булып үҫеп килә. Мәктәптән ҡайтышлай хәлде белешеп инәләр. Уларға ла өләсәй-олатай булыу бәхеттер. Улар килһә, өйөбөҙ шат балалар тауышына тула, йәмләнеп китә. Оло ҡыҙым Динә лә ейәнсәрем Лилиә менән Санкт-Петербург ҡалаһынан, мөмкин­лектәре булғанда, йылына ике тапҡыр ҡайтырға тырыша. Ейәнсәребеҙ һәр саҡ хәл белешеп, шылтыратып тора. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербургтағы политехник университеты студенты ул. Кейәүебеҙ генә йөрәктән иртәрәк вафат булып ҡалды шул, ни хәл итәһең. Бына шул балалар тип беҙҙең дә тырышып йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Иң мөһиме – ҡартайған көнөңдә балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, арҡа терәр тормош иптәшең менән бергә булыу – бына ошо иң оло бәхет ул. Хоҙай күпме биргән, шунсаһын йәшәрбеҙ инде”, – ти түңәрәк донъя ҡорған ололар.
Оло тиһәк тә, йәштәргә алмаштырғыһыҙ әле улар. Хәләленең юбилейы алдынан фатирҙа балалар менән ремонт эшләп, Светлана апай үҙе түбәһен дә аҡлап ҡуйған әле. Һуҙмалы йәки плитәле түбә лә кәрәкмәгән. “Бына байрам алдынан матур итеп аҡлап ҡуйҙым әле, – ти Светлана апай. – Иптәшемдең тыуған көнөн дә матур итеп балалар, туғандар менән бергәләшеп үткәреп ебәрҙек. Әле өҫтәл әҙерләп, саҡырып ала торған яҡындарым да бар әле”. Йөрәктәре менән йәш тибеҙ ундайҙар хаҡында. Бәләкәйҙән сынығып үҫкәндәр, күңел көсө менән балҡып торғандар шулай булалыр. Йөҙҙәренә ҡарап үҙ йәштәрен бирерлек тә түгел бит. Йүгереп йөрөгән, күңелдәре менән дәртле, тормоштары менән ҡотло, бынамын тигән ағай һәм апай улар.
Рәшит ағайҙың 80 йәшен билдәләгәндә, улдары ҡайта алмай ҡалған икән. Бына хәҙер һигеҙенсе тиҫтәһен тултырған атайҙарын йәш итеп күрергә теләгән балалар, уға костюм алып биреп, әсәләре менән икеһен ресторанға саҡырмаҡсы икән. Йәштәрсә лә, заманса ла, ололарҙы һөйөндөрөр матур бер байрам да бит был, уйлап ҡараһаң. Кем әле шулай оло ата-әсәһенә үҙенсәлекле ихтирам күрһәтә. Ғүмер буйы балаларым тип эшләгән, йәшәгән ана шундай ҡартлыҡ кисергән ағай-апайҙарға, инәй-бабайҙарға әллә ниндәй текә бүләк тапшырмаған хәлдә лә, бауыр ите булыр балаларының йылы һүҙе, яҡты йөҙө оло бәхет ул. Ана шундайҙар һәр ауылда, һәр ҡалала күберәк булһа ине.
Әңгәмәселәребеҙ менән бер тына шулай аралашып, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, йәшәйештәрен, хәл-әхүәлдәрен белешеп, үҙебеҙ ҙә йәшәргәндәй булдыҡ. Аҡһаҡал йәшен тултырған, иман юлында йөрөгән Рәшит ағайға һәм иренә һәр саҡ терәк булған хәләл ефете Светлана апайға, туғандарына, балаларына именлек-һаулыҡ теләге килә.
Ирекһеҙҙән шундай сәфәрҙәрҙә йөрөгән саҡта бер ағинәйҙең “Иртән торам да, яңы күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап, һоҡланып, шатланып, бөгөнгө көнөмә шөкөрана ҡылам. Балаларыма, үҙебеҙгә имен таңдар, хәйерле юлдар насип итеүен һорайым” тигәне иҫемә төшә...

Мәләүез ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95