Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был донъяның кеме юҡ...
Был донъяның кеме юҡ...Яңы хеҙмәт эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт?

...Интернеттағы бер башҡорт төркөмөндә кәңәш һорап яҙыл­ған хатҡа иғтибар иттем. Уның эстәлеге шунан ғибәрәт: ауыл­дағы оло йәштәге ҡатын ҡырҡ йылға яҡын атай йортонда йәшәгән, уны капиталь төҙөк­лән­дереп торған. Өйҙө улы исеменә яҙҙырғандар. Хәҙер килеп, баш ҡалала йәшәгән ҡус­тыһы, атай-әсәйҙең төпсөк улы булараҡ, торлаҡ минеке булырға тейеш, тип даулаша икән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр йыш осрай башланы. Элек беҙҙең мосолман хал­ҡында ошоға оҡшаш ғәмәлдәр бөтөнләй булманы, ҡайҙалыр алыҫ яҡтарҙан ишетелгән хәбәр­ҙәргә иҫ-аҡылыбыҙ ҡорой тор­ғайны. Әле иһә атай-әсәй мәрхүм булыу менән балалары, туған­дары мал-мөлкәткә талаша башлай, хатта эш төрлөсә мутла­шыуҙарға, судҡа барып етә.
Шуға күрә бындай эштәрҙә хоҡуҡтарыңды белергә, яҡларға өйрәнеү зарур. Әлбиттә, һәр бер нәмәнең үҙ нескәлектәре бар. Бик кәрәкһә, ярҙам артынан юристарға ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бына күптән түгел нотариат­тың ғәмәлдәге мираҫ эштәренең электрон программаһы сафҡа инде. Заманса яңы технологиялар граждандарҙы артыҡ мәшәҡәттәрҙән һәм аң­лашмау­сылыҡтарҙан арындыра. Был программа хатта алыҫ туғанығыҙ вафат булғанда ла мираҫта һеҙҙең өлөшөгөҙ бармы-юҡмы икәнен белергә ярҙам итәсәк.
Мәрхүмдең ҡалған милке менән ниндәй нотариус шөғөл­ләнгәнен хәҙер бөтә нотариаль кәнсәләргә шылтыратып эҙләргә кәрәкмәй. Федераль нотариаль палатаның интернет-порталында онлайн-эҙләү хеҙмәте эшләй. Тейешле бүлеккә инеп, мираҫ ҡалдырыусының исем-шәрифен, билдәле булһа, тыуған һәм үлгән ваҡытын күрһәтергә. Шунан һуң система эште алып барған нотариаль кәнсәнең һәм но­тариустың адресын хәбәр итәсәк. Унан суд органдары, кредит-финанс учреждениелары ла файҙалана аласаҡ.
Был ғәмәл етеҙ барған заманда нотариаль хеҙмәттәрҙе ябайлаштырып һәм тиҙләтеп кенә ҡалмай, юридик яҡтан мөһим мәғлүмәтте үҙләштереү­ҙән һәм боҙоуҙан да һаҡлай. Яңы төҙөлгән реестрҙы үҙ эсенә алған Нотариаттың берҙәм мәғлүмәт системаһы 2014 йылда сафҡа ингәйне. Быйылғы йыл башынан унда нотариустарҙың бөтә эш-хәрәкәттәре лә теркәлә бара. Һөҙөмтәлә, бая әйткәнем­сә, документтар хәүефһеҙлектә, уларҙың ысынмы, ялғанмы икәнлеген шунда уҡ билдәләргә мөмкин. Бөгөн был системаға 60 миллиондан ашыу нотариаль мәғлүмәт индерелгән.
Былтыр иһә ышаныс ҡағыҙ­ҙарын тикшереү хеҙмәте бул­дырылғайны. Электрон базала 33 миллиондан ашыу ошондай документ теркәлгән. Ун ай эсендә граждандар 860 мең тапҡыр ышаныс ҡағыҙының ысынлығын тикшергән.
Шулай уҡ автотранспорт һәм башҡа шундай техниканы залогка алыу тураһында хәбәр иткән реестр эшмәкәрлеге лә торған һайын күберәк ихтыяж менән файҙалана. Айырыуса автомобиль һатып алыусылар тарафынан. Элек был милектең бурыс­тарҙан азат түгеллеген белмәй ҡалып, кешеләр йыш ҡына мутлашыусылар ҡорбаны була ине. Хәҙер машинаның “таҙалығын” тикшерергә мөмкин. Реестрҙа 4,9 миллион ошондай хәбәр теркәлһә, ике миллион кеше һатып алырға йыйынған әйберен тикшереп ҡараған.
Берҙәм мәғлүмәт системаһы башҡа структуралар менән дә бәйле. Мәҫәлән, уның аша мәрхүмдең берәй банкта аҡса һаҡламы ҡалғанмы-юҡмы икә­нен дә белергә мөмкин. Тиҙҙән ЗАГС органдары менән дә мәғ­лүмәттәрҙең электрон әйләнеше көй­ләнәсәк. Дәүләт теркәүе хеҙмәттәре менән дә “һанлы” хеҙмәттәшлек үҫешә. Бының асыҡ миҫалы – нотариустарҙың үҙҙәре үк мәғлүмәт, кәрәкле документтар пакетын туплап, мираҫҡа дәғүә итеүселәрҙең милеккә хоҡуғын теркәтеүгә ебәреүе.
Граждандарҙың милек хоҡуҡ­тарын гарантиялауҙа, эште судлашыуға алып барып еткер­мәүҙә, кешеләрҙең хәүефһеҙле­ген һәм тыныслығын тәьмин итеүҙә нотариаттың әһәмиәте ҙур. Хәҙерге заман технологиялары туҡтауһыҙ үҫешкән осорҙа был айырыуса мөһим һәм көнүҙәк.

Мираҫ өлөшөн
нисек тотонорға?


Мөлкәт бер нисә кешегә мираҫҡа ҡалырға мөмкин. Ундай саҡта вариҫтар милектәш һана­ла. Бындай уртаҡ малға эйә булыу күп кенә ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙыра. Үҙеңдең өлөшөңдө нимә эшләтергә?
Берҙән, уны тәғәйен билдә­ләргә була. Ни хәтлем бәләкәй булһа ла, милек хужаһы унан нисек теләй, шулай файҙалана ала. Әгәр ҙә, мәҫәлән, мираҫҡа ҡалған өйҙәге бүлмәләрҙең аныҡ ҡына кемгә бүленгәне асыҡлан­маһа, быны үҙ-ара һөйләшеп эшләргә – Торлаҡ йорт менән файҙаланыу тәртибен билдәләү хаҡында килешеү төҙөргә мөм­кин. Һөйләшеп килешә алма­һағыҙ, судҡа мөрәжәғәт итергә генә ҡала.
Был иң ҡатмарлыһы түгел әле. Бына кемдер үҙ өлөшөн һа­тырға йыйынһа, нимә эщләргә? Закон быны баш­ҡаларҙың теләгенән тыш та башҡарыуҙы тыймай, ләкин милектәштәрҙе ошо турала иҫкәртеү мотлаҡ. Һәм иң тәүҙә үҙ өлөшөңдө уларға тәҡдим итергә кәрәк. Башта нотариусҡа мөрәжәғәт итеп, өлөштөң хаҡын һәм түләү тәртибен күрһәтеп, белдереү ҡағыҙы алырға. Башҡа милек­тәштәр был белде­реүҙе алғас, 30 көн эсендә ошо өлөштө һатып алырға йә унан баш тартырға хоҡуҡлы. Өндәшмәү был ос­раҡта мөлкәтен тәҡдим итеүсегә үҙе теләгәнсә эш итергә ризалыҡҡа тиңләштерелә.
Һатыусы ҡағиҙәне боҙһа, хоҡуғы боҙолған милектәш, һатып алыусы булырға дәғүә белдереп, судҡа ғариза яҙа ала. Башҡа кеше менән төҙөп өл­гөрөлгән килешеү юҡҡа сыға­рыла.
Шулай ҙа була: милектәштәр торлаҡ өлөшөн һатып алырға ризалыҡ белдерә, әммә артабан ҡыл да ҡыбырлатмай. Ни эшләргә һуң? Был осраҡта ми­лектәштәргә ҡабаттан белдереү ҡағыҙы тапшырырға, әммә аванс индереү һәм һатып алыу-һатыу килешеүенең, уны төҙөү өсөн нотариусҡа барыу ваҡытын аныҡ билдәләп. Әгәр милектәштәр был талаптарҙы үтәмәһә, тимәк, ул торлаҡ өлөшөн беренсе булып һатып алыу хоҡуғынан баш тарта.
Фатир йә йортто һатыуҙы унда бәлиғ булмаған граждан­дарҙың теркәлеүе лә ҡатмар­лаштыра. Балаларҙың ҡыҫылы­шы булған килешеүҙәр тик опека органдары рөхсәте менән башҡарыла. Әйткәндәй, мөлкәт өлөшөңә өлкән кешене башҡа милектәштәрҙең ризалығынан тыш теркәп булмай. Ә бына балаларҙы ата-әсәһе рөхсәт һорап тормай ҙа теркәтә ала.
Торлаҡты ҡуртымға биргәндә лә шундай уҡ юл буйынса хәл итергә кәрәк – ми­лек­тәштәрҙең ризалығы мотлаҡ. Етмәһә, ул яҙма рәүештә булырға тейеш. Ысын­барлыҡта иһә күптәр законһыҙ эш итә. Был осраҡта судҡа барырға тура киләсәк. Әгәр ҙә милектәштәр рөхсәтһеҙ йәшәгән кешеләргә зарланып полиция саҡыртһа ла, ул ярҙам­лаша алмай. Бында хоҡуҡта­рыңды тик суд аша яҡлап була.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар...

Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар... 17.12.2018 // Йәмғиәт

Ошо ялда Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы янғын тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Ут һүндереүселәр...

Тотош уҡырға 0

Сибай – Баймаҡ юлында фажиғә

Сибай – Баймаҡ юлында фажиғә 17.12.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Хәсән ауылы янында юл-транспорт һәләкәте теркәлә. Ике еңел автомобиль бәрелешә,...

Тотош уҡырға 0

Сүп-сарға хаҡ төшкән!

Сүп-сарға хаҡ төшкән! 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн күп фатирлы йортта...

Тотош уҡырға 0

Биш йорт барыһына ла етмәй

Биш йорт барыһына ла етмәй 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабргә тиклем республикала алданған өлөшсөләр өсөн биш күп фатирлы яңы йорт тапшырылырға...

Тотош уҡырға 0

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята

"Аҡса" аяҡ аҫтында ята 17.12.2018 // Йәмғиәт

Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33...

Тотош уҡырға 13

Урманда аҡса тапҡан

Урманда аҡса тапҡан 17.12.2018 // Йәмғиәт

Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай,...

Тотош уҡырға 34

15 йәшлек әсәне кем ала?

15 йәшлек әсәне кем ала? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә....

Тотош уҡырға 24

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған

Зыяратҡа барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырған 17.12.2018 // Йәмғиәт

Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә...

Тотош уҡырға 42

Яҙыусы... дауаханала эшләй

Яҙыусы... дауаханала эшләй 17.12.2018 // Йәмғиәт

"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр...

Тотош уҡырға 62

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар

Бесәйеңә лә, этеңә лә тамға һаласаҡтар 17.12.2018 // Йәмғиәт

Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар....

Тотош уҡырға 48

Иң һылыу ҡыҙ кем?

Иң һылыу ҡыҙ кем? 17.12.2018 // Йәмғиәт

Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы...

Тотош уҡырға 35

Ҡыш бабайҙар яуы килә...

Ҡыш бабайҙар яуы килә... 17.12.2018 // Йәмғиәт

25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр...

Тотош уҡырға 32