Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙә йәшәү – үҙе бәхет
Ерҙә йәшәү – үҙе бәхетНажиә апай табын әҙерләп йөрөгәндә ишек асылып китте: ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре гөрләшеп килеп инде.
– Өләсәй, һағындыҡ! – Бәләкәстәр кемуҙарҙан өләсәһен ҡосаҡлап алды.
– Олатай ҡайҙа?
– Ул баҡсаға бәрәңге утарға сыҡҡайны.
– Эй, ошо атайымды, әйтеп торам, ҡайтҡас үҙебеҙ эшләрбеҙ, тип.
– Бынауындай ваҡытта нисек өйҙә ятмаҡ кәрәк. Һаулыҡ барҙа ҡыбырларға кәрәк.


Донъя, ғаилә хәлдәре тура­һында һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп алғас, балалар гөрләшеп ихатаға сыҡты. Берәүҙәре баҡсалағы йә­шелсә түтәлдәрен утарға тотондо, икенселәре мунса тоҡандырҙы. Ейән-ейәнсәрҙәр сыр-сыу килеп туп һикертә башланы. Ауыл ерендә бигерәк иркенлек шул. Рәхәтләнеп уйна ла уйна. Уларҙың ирәүәнләп ҡыланғанын Нажиә апай тәҙрә аша рәхәтләнеп ҡарап торҙо. Бәхетле хәҙер балалар! Ана бит суҡтай итеп кейенгәндәр. Хоҙайым үҙҙәрен тәүфиҡтан, шатлыҡтан айырмаһын. Ошо ерҙә йәшәү – үҙе бәхет. Нажиә апайҙың үҙенең бала сағы күҙ алдынан үтте.
Сабый сағы һуғыш йылдарына тура килде шул. Атаһы иҫән булһа, ул тиклем дә ыҙаламаҫтар ине. Ғәзиз кешеһе хаҡында фронт яланынан “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килгәс, әсәһенең нисек үкһегәне әлегеләй күҙ алдында. “Юғалды” тигән һүҙ уның сабый мейеһенә барып етмәне. Нисек инде атаһы юғалһын. Әсәһе уны батыр, шәп кеше тип һөйләй. Ул бит уйынсыҡ түгел. Бынан бер нисә йыл элек кенә яҡташы Фәнис Бикташевтың тырышлығы менән атаһының ерләнгән урыны табыла.
Бығаса Әбет ауылында йәшә­гән ҡыҙ, әсәһе Арыҫлан ауылына тормошҡа сыҡҡас, бергә күсеп килә.
– Эшләмәгән эш ҡалманы, 12 йәштән колхозда йөрөнөк, – тип хәтирәләргә бирелде Нажиә апай. – Саҡ ҡына үҫкәс, ололар менән һарыҡ көттөм, бесән саптыҡ, сөгөлдөр утаныҡ.
Баҫалҡы, эшсән ҡыҙға ошо уҡ ауыл егете Әнүәр күҙ һала.
– Икебеҙ ҙә атайһыҙ булғас, бер-беребеҙҙе аңлап, татыу йәшәрбеҙ кеүек тойолдо. Шулай булды ла, – тип һүҙгә ҡушылды Әнүәр ағай. – Атайымды бөтөнләй иҫләмәйем. Мин тыуғас, Фин яуына алғандар, унан ҡайтҡас, яуыз Германия һуғыш асҡан. Кем белә, атайым иҫән ҡайтып, уҡыу эләкһә, әллә кем булыр инем. Былай алтыны ғына бөтә алдым.
– Тормош ауыр булды инде, ауыр булды. Өҫкә кейем, ашарға аҙыҡ юҡ. Шулай ҙа бирешмәнек. Бына бергә йәшәүебеҙгә 55 йыл тулды, эйе бит, бабай, – тине Нажиә апай, ҡартына күҙ һирпеп.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡайҙа ғына эшләмәй Нажиә апай. Асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ихлас булғаны өсөн ярата уны ауыл халҡы. Йәш сағында намыҫлы хеҙмәте өсөн Балтик диңгеҙе буйына юллама менән дә бүләкләйҙәр. Тиҙҙән ауыл советына депутат итеп һайлайҙар үҙен. Тапшырылған ышанысты намыҫ менән атҡара ул. Ҡыйыулыҡ та була үҙендә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ауылдаш­тары­ның, колхозсыларҙың хеҙмәтен, эш шарттарын еңеләйтеү өсөн етәкселәрҙең ишеген аҙ шаҡымай. Аҙаҡ халыҡтың рәхмәтен ишетеү уға оло ҡыуаныс бирә.
Әнүәр ағайҙың да намыҫлы хеҙмәте, файҙалы үткән ғүмере өсөн йөҙө яҡты бөгөн. Ҙур, иркен өй һалып сығалар. Ниндәй эште ышанып тапшырһалар ҙа, барыһына ла ихлас тотона ул. Бригадир ҙа, ырҙын табағы мөдире лә була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы идарала ревизор вазифаһын да башҡара.
Матур ғаиләлә атай-әсәйҙә­ренән өлгө алып, улар кеүек эшһөйәр булып алты бала үҫә. Бөгөн улар барыһы ла башлы-күҙле булып, төрлө тарафта ғүмер кисерә. Аллаға шөкөр, тыуған нигеҙҙе онотмайҙар. Үкенескә ҡаршы, полиция хеҙмәтендә эшләгән Данилдары, уларҙы ҡайғыға һалып, 37 йәшендә генә вафат булып ҡала.
– Ҡайһы берәүҙәр әйләнгән һайын зарланырға ярата, – тип һүҙен дауам итә Нажиә апай. – Улай йәшәргә ярамай. Зарланған һайын ҡайғы, сир эйәрә, кәйе­феңде ҡыраһың, сәләмәтлегеңә зарар килә. Бөгөнгө тормошто нисек кенә яманлаһаҡ та, беҙҙең осор менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы. Үҙеңә, яҡында­рыңа, иҫәнлек-һаулыҡта ғүмер теләп йәшәргә кәрәк. Ерҙә йәшәү – үҙе бәхет.
Нажиә апай, инде һикһән йәшенә аяҡ баҫыуға ҡарамаҫтан, һалҡын һыу менән даими ҡойона. Ихлас, татлы һүҙле булғанға, уға халыҡ һәр саҡ ярҙам һорап килә. Кемдеңдер малы юғалған, икенсеһенең башына бүтән төрлө хәсрәт төшкән. Һыҙланған, ауыры­ғандарҙың хәлен ҡулының шифа­һы менән дә еңеләйтә ул. Шуға ла Арыҫландағы был күркәм йорт балалары өсөн генә түгел, башҡаларға ла һәр саҡ асыҡ. Нажиә апайға мөрәжәғәт иткән һәр кеше бынан үҙен бәхетле тойоп, кәйефе күтәрелеп сыға.
Күмәк кешегә эш түҙәме ни! Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үтеүгә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр йәнә шау-гөр килеп өйгә тулды. Барлыҡ ғаилә өҫтәл янына йыйылды. “Әҙәм балаһы өсөн ошолай гөрләшеп ултырыу — үҙе бер бәхет”, — тип уйлап ҡуйҙы Нажиә апай.

Мәләүез районы.

Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 73

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 45

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 66

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 36

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 58

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 39

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 44

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 46

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 76

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 42

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 97