Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...

31-07-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ауыл көслө рухлы, булдыҡлы, егәрле кешеләре менән данлы

Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Хозур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ҡына ултырған был ауылдың тарихы, мәғлүмәттәргә таянғанда, XVIII быуатҡа барып тоташа. Иҫәкәйҙәр мал үрсеткән, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, ағас эшкәртеп табыш алған. Бында ҡасандыр ике йөҙләп кеше йәшәгән, һигеҙ йөҙҙән артҡан сағы ла булған. Донъя – ҡуласа: бөгөн йәнә ике йөҙҙән ашыу кеше көн итә. Тарих биттәрендә төрлө яҙмалар ҡалған, ҡот биреп ишле-ишле ғаиләләр яралған, дөйөм ҙур хужалыҡ төҙөйбөҙ тип тә йөрөгән осорҙар булған, атай-ағайҙарын, улдарын яуға оҙатҡандар, йәнә килеп ҙур хужалыҡтар юҡҡа сыҡҡан, төрлө афәт тә ҡағылып үткән. Нисек кенә булмаһын, ниндәй балҡыштар һәм юғалтыуҙар ғына кисермәһен, “Мин дә был ерҙә!” тип һаман да йәшәй бирә әле Иҫәкәй, “донъя” тигән глобаллектә үҙенең барлығын белдереп. Ошо йәшәйешкә бер күҙ һалайыҡ әле.

Быуындар шулай бәйләнә

Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Ауылдың бөгөнгөһөнә туҡталыр алдынан уның үткәне хаҡында бер аҙ һүҙ йөрөтөү урынлы булыр. Нисек кенә булмаһын, шул тарихты булдырыусылар – ғаиләләре, хеҙмәттәре менән кешеләр үҙҙәре. Мәҫәлән, Асия һәм Абдразаҡ Абдуллиндарҙың бергә ғүмер кисереүенә генә лә алты тиҫтә йыл булып килә. Ошо бай ғаилә тарихынан өс ҡыҙ, дүрт ул булып ете шишмә урғылып сыҡҡан. Хәҙер балалар үҙҙәре лә олатай-өләсәй булып бөткән инде. Әйткәндәй, инәй-бабайҙың 25 ейән-ейәнсәре, 6 бүләсәһе бар. Иң мөһиме — Абдуллиндар, атай-әсәй һәм олатай-өләсәй булараҡ, балаларына яҡшы тәрбиә бирергә тырышҡан, уларҙы лайыҡлы шәхес итеп үҫтергән.
Өлкәндәрҙең ғаилә тормошо ғына түгел, хеҙмәт юлы ла иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Абдразаҡ Сәлимгәрәй улы 41 йыл ғүмерен урман хужалығына арнаған. Ағас ҡырҡыусы ла булған ул заманында, бүлексәлә бригадир вазифаһын да атҡарған. Иң мөһиме — эшен намыҫлы башҡарған. Хәйер, был хаҡта уның күкрәген биҙәгән орден-миҙалдары үҙҙәре үк һөйләй, әлбиттә. Сания инәй ҙә ошо өл­кә­лә эшләгән. Ағас йыҡмаһа ла, урман хужалығында ҡатын-ҡыҙға ла эш етерлек шул. Тик шуныһы, хужалыҡ ҡына тарихта ҡалған.
Абдуллиндарҙың ул һәм ҡыҙҙарына әйләнеп ҡайтҡанда, балаларҙың иң йырағы Себерҙә торһа, яҡыны ошо ауылда төпләнгән. Нигеҙҙә, әлегә төпләнеүсе булмаһа ла, өйҙән балалар өҙөлмәй икән – береһе китә, икенсеһе ҡайта, тигәндәй. Эйе, ете баланың һәммәһенең тормош юлын барлаһаң, үҙ ғаилә тарихы, тормош юлы, тормош тәжрибәһе бар. Шулай ҙа ошо ауылда төпләнгән ҡыҙҙарының ғаиләһе тураһында һөйләге килә – быуындар ана шулай, тыуған ереңә ерегеү аша ла бәйләнә бит.
Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Зөһрә менән Сәлим Солтанбаевтар — ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла билдәле ғаилә. Балаларҙың ҡайһыһы үҙе ғаиләле булған, ҡайһыһы әлегә мәктәптә генә уҡый. Шулай ҙа һүҙ бында Солтанбаевтарҙың өлгөлө атай-әсәй булыуында ғына түгел, бөтә яҡлап та уңғанлығы менән дан ҡаҙанған улар. Биш балаһын аяҡҡа баҫтырып, кеше итеп, донъя көтә, ауылын хәстәрләп көн күрә.
Йәш саҡтарында улар ҙа быуындаштары һымаҡ бәхеттәрен ситтә эҙләп ҡарамаҡ була һәм “Ағиҙел” совхозына эшкә бара. Тырыш йәштәрҙе маҡтап, дәртләндереп торалар, тик дәртләндереү ана шул маҡтауҙан үтмәй, бер-ике йыл ҡуртымға фатирҙа йәшәп ҡарағас, иреклеккә күнеккән башҡорт балалары икеһенең дә тыуған ауылы – Иҫәкәйгә ҡайта ла китә һәм дөрөҫ тә эшләй, минеңсә. Бындай һығымтаға, әлбиттә, йылдар үткәс кенә килергә булалыр. Ә ул саҡта...
— Ҡайтҡас, мал менән шөғөлләнергә булдыҡ, — ти Солтанбаевтар, — тик иттең осһоҙланған мәле, аҡса сығымдарҙы ҡаплауҙан үтмәй. Шуға миндек тә бәйләп ҡараныҡ, башҡа миҙгелле эштәр менән дә булыштыҡ.
Шулай ҙа бер мәл күңелдәре таҡта ярыу цехына ята һәм әлеге көндә Солтанбаевтарҙың был йәһәттән продукцияһын райондың башҡа яҡтарынан да килеп алалар. Шулай эштәре яйланып китә, бер-бер артлы балалар тыуа, күркәм өй һалып сығалар. Ҡасандыр күңелдәре киткән малсылыҡҡа ла әйләнеп ҡайта улар – әле Сол­тан­баевтарҙың 50 башлап һарығы бар, йылҡы малы аҫрайҙар (ит хәҙер ҡиммәт!). Әммә бының менән генә сикләнергә уйламай улар – ауылда кооператив төҙөп, киләсәктә тәмле-тәмле бәлештәр, печеньелар бешерергә планлаштыралар. Шулай итеп, бөтә хужалыҡтарында бергә үҙҙәрен дә, тиҫтәгә яҡын ауылдаштарын да хеҙмәт урыны менән тәьмин итәләр. Әммә ауылды ҡайғыртыу быға ғына ҡайтып ҡалмай, башта Сәлим Абдрафиҡ улы өс саҡырылыш рәттән ауыл советында депутат булһа, хәҙер иһә был бурысты Зөһрә Абдразаҡ ҡыҙы атҡара, ләкин ғаиләлә кем генә депутат бу­лыу­ға ҡарамаҫтан, береһе лә йәмәғәт эшенән сит­тә ҡалмай, мәсет төҙөүҙә лә, юл ремонтлауҙа ла, төрлө саралар үткәреүҙә лә уларҙың өлөшө ҙур.
— Йәшәгәс, бөтә яҡлап та матур итеп йәшәй белергә кәрәк, — тигән тормош девиздарын аса Солтанбаевтар. – Балаларыңды ла бағырға тейешһең, йәшәгән ерҙең дә ҡәҙерен оноторға ярамай, шул ҡәҙерҙе балаларға, ейәндәребеҙгә лә һеңдерергә тырышабыҙ. Ошондай ғаиләләр Иҫәкәйҙә генә түгел, һәр тарафта ла күберәк булһын ине.

Малай тапҡансы киләбеҙ!

Солтанбаевтарҙың ҡыҙҙары үҫеп килә, инде ейәндәре лә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй, тинек. Ә шулай ҙа ауылдың киләсәге әле ҡулдарына бәпес алырға торған ғаиләләргә бәйле бит, тыуым булһа – тимәк, кеше артасаҡ, ауыл йәшәйәсәк! Ошо ҙур эшкә үҙҙәренең тос өлөштәрен индергән ғаилә­ләрҙең береһе – Гөлсинә менән Илдар Алтынбаевтар. Улар алты ҡыҙ үҫтерә һәм... етенсегә лә ҡыҙ көтәләр!
“Малай тураһында хыял йөрөтәһегеҙҙер инде?” тип ғаилә башлығының сәменә тейергә тырышыуыбыҙ юҡҡа сыҡты:
— Бер ҡыҙым ғына өс малайға торошло! Таянысым улар, әсәләренә лә булышалар, минән дә оҫталыҡҡа өйрәнәләр, — бирешергә теләмәй Илдар. Ысынлап та, ҡул араһына инеп өлгөргән ҡыҙҙар әсәләренә иркәләнеп, өй йыйыштырып, өйҙә генә ултырмай, кәрәк икән, картуфын да утай, һыйыр ҙа һауа, утынын да яра. Ә шулай ҙа атай кешегә ағас эшкәртеү оҫталығы серҙәрен өйрәтер малай булһын ине. Илдар үҙе лә оҫталыҡ серҙәрен ҡасандыр оло быуындан һеңдергән. Үҙе Маҡар ауылы дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” бригада­һында водитель булып эшләһә лә, ял ваҡытын ял итеп кенә үткәрмәй – тәҙрә ҡапҡастарына биҙәктәр эшләй, һыу үткәрә, йылылыҡ системаһы ҡуйыу менән шөғөлләнә. Ғөмүмән, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Үҙенең йортона ла Әсәлек капиталы ярҙамында төкәтмә төҙөп, уны ҡала фатирындағы шарттарҙан ҡайтыш түгел кимәлдә эшләп ҡуйған. Тырышмайса булмай шул. Алла бойорһа, ете ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтыраһы бар бит әле Алтынбаев­тарға. Әлбиттә, төрлө льготалар сүрәтендә аҡмаһа ла тамып торорлоҡ ярҙам бар дәүләт тарафынан, әммә уға ғына өмөт итеп, алға китеп булмай, лайыҡлы йәшәр өсөн үҙеңдең дә тырышлығың кәрәк.
Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Алтынбаевтарҙы фотоға төшөрөргә саҡырам тиһәм, “оло ҡыҙыбыҙ өйҙә юҡ бит әле” тигән яуап яңғырай. Баҡтиһәң, ул, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, Маҡар мәктәбенә класташтары менән сығарылыш имтихандарына әҙерләнергә киткән икән. Бына бит, уҡыу йортонда оло һынауҙарға оло яуаплылыҡ аша ҡарайҙар! Ә Иҫәкәй мәктәбе ябылған, шуға ла уҡыусылар күрше ауылға йөрөй. Хәйер, урындағы ҡайһы бер ата-әсәләр белдереүенсә, балалар өсөн йөрөп булһа ла (әлбиттә, автобус бар) көслө Маҡар мәктәбендә уҡыу киләсәктәре өсөн яҡшы.
Тик бына йәнә күрше ауылда урынлашҡан баҡсаға ғына балаларҙы нисек йөрөтөргә йәштәргә?! Гөлсинә Алтынбаева белдереүенсә, автобуста кескәйҙәр өсөн хәүефһеҙлек креслоһы талап ителә, шуға күрә үҙең оҙатып барырға тейешһең. Һәр кемде лә аңларға була, ләкин балалар өйҙә ултыра алмай бит, кресло юҡ тип... Түңәрәктең осо табылыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.
...Был ғаилә менән хушлашырға йыйынғанда, бишенсе ҡыҙыбыҙ тыуғанда гәзиттән хәбәрселәр килгәйне, бына алтынсыһын да төшөрәһегеҙ, етенсе ҡыҙыбыҙ тураһында ла яҙырға килерһегеҙ инде, тип шаяртып алды хужалар. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел: “Малай табып, улығыҙ менән ҡотлағас ҡына бүтән килмәҫбеҙ”, – тип хушлаштыҡ.

Ҙур ҡаланан ҡалышмайҙар

Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Сер түгел, урындағы йәшәйешкә, үҫешкә ауылда күпме кеше барлығынан, эш урындарынан тыш социаль шарттарҙың булыуы ла мөһим. Иҫәкәйҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Әлбиттә, Маҡар ауылында дауаланыу өсөн уңайлы шарттар бар, әммә тәүге медицина ярҙамы, тәүге тикшерелеү хаҡында ла оноторға ярамай. Ҡайһы саҡта кеше ғүмере туранан-тура әлегеләй пункттарға бәйле, сөнки районда һуңғы йылдарҙа бер нисә ФАП асылды, ә бына Иҫәкәйҙә ул күптән бар. Ауылдаштарына тәүге ярҙам күрһәтеп, дауалаған Әлфирә Ғиззәтова унда, Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлағандан алып, 27 йыл буйы хеҙмәт итә.
— Өс ауыл: Иҫәкәй, Ибрай һәм Һарғайҙан 555 кешене хеҙмәтләндерәм, шуларҙың 255-е – иҫәкәйҙәр, — тине Әлфирә Әхмәт ҡыҙы. – Башлыса халыҡ йөрәк, ҡан баҫымы, шәкәр ауырыуҙарынан яфалана. Был, моғайын, ауылдың ҡартайыуына ла бәйлелер. Оло йәштәгеләр өсөн хас сирҙәр бит.
— Өфөнән тикшереүселәр килеп, эштән, бинанан ҡәнәғәт булып ҡайтып китте, — тип йыуата Әлфирә Әхмәт ҡыҙы. Нисек кенә булмаһын, замандан артта ҡалырға тырышмаһаҡ ине.
Шарттар – шарттар менән, сирленең хәлен еңеләйтеүҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдергәнсә, эш барыбер ҙә табиптарҙың оҫталығына, яуаплылығына һәм тырышлығына ҡайтып ҡала. Был тәңгәлдән иҫәкәйҙәр өсөн, ысынлап та, яйлы – ауылдаштары әйтеүенсә, Әлфирә Ғиззәтова, көн-төн тип тормай, ҡар-ямғырҙан ҡурҡмай, отпуск-ялы менән иҫәпләшмәй, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Бер шылтыратыу ғына булһын, хәҙер йүгереп килеп етә һала. Маҡарҙан “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп өлгөрмәүе лә ихтимал. Өҫтәүенә бригаданың икенсе яҡҡа саҡырыуға сығып китеүе бар, шул уҡ ваҡытта Әлфирә Әхмәт ҡыҙының уколы кешене үлемдән ҡотҡарып ҡала – бына бит эш нимәгә килеп төртөлә. Ә бит сирек быуаттан ашыу хеҙмәт дәүерендә табипҡа ниндәй генә сирлеләр менән күрешергә, ниндәй генә ваҡиғалар кисерергә тура килмәгән. Барыһынан бигерәк шуныһы уйландыра: бер нисә йыл уға ярты эш хаҡына ла дауаларға тура килә. Ярай әле, рәхмәтле пациенттары, етәкселек ярҙамында хәҙер ҡайтанан ул тулы хоҡуҡлы фельдшер. Шулай, социаль шарттар ғына түгел, шул шарттарҙа эшләрлек, эшләргә теләге булған белгестәр ҙә кәрәк.

Клуб күңел асыу урыны ғына түгел

Ысынлап та, ауыл халҡының ул рухи берләшер һәм серләшер ере лә мәҙәниәт усаҡтары. Кемдер концерт ҡарап тамаша ҡылыр өсөн йыйылһа, кемдер үҙенең һәләтен һынарға тип килә, әммә шуныһы хәҡиҡәт: тамаша ҡылыусы ла, тамаша күрһәтеүсе лә бер баҫҡысҡа булһа ла мәҙәни яҡтан күтәрелеп, матурлыҡҡа ынтылып ҡайта. Шуға төпкөл генә ауылдарға барып төшһәң дә, клубтарын күреү ҡыуаныслы. Иң мөһиме — йоҙаҡлы тормаһын ул мәҙәни йорттар.
Иҫәкәй ауылы клубы ике тапҡыр янғындан ҡалған. Хәйер, был усаҡҡа былай ҙа ремонт талап ителгән икән, былтыр ошо эште башҡарып сығыуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты төп ярҙам булған. Был йәһәттән ауыл халҡының ҡыуанысы менән уртаҡлашмай булмай – клуб әллә ҡайҙан ауылдың йәме булып тора.
— Проект 400 мең һумдан ашыу сумма тәшкил итте. Был аҡсаға сәхнә нығытылды, тәҙрәләр алмаштырылды, ҡойма ҡуйылды, — тип һөйләй атҡарылған эштәр тураһында клуб мөдире Мәҙинә Алтынбаева.
Был тиклем ремонттан һуң яңы ғына асылған мәҙәниәт йорто тип торорһоң! Нисек кенә булмаһын, иҫәкәйҙәргә ошо тиклем эштең ҡәҙерен белеп, матур-матур саралар үткәреп, мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәргә генә ҡалалыр. Һәр хәлдә, концерт-байрам яғынан урындағы халыҡ бик әүҙем икән – был хаҡта клуб мөдире белдерә.
— Ололар менән дә, балалар ҡатнашлығында ла байрамдарға арналған саралар үткәреп торабыҙ. Йолаларҙы тергеҙеү, өлкән быуынға хөрмәт тәрбиәләү, тарихҡа иғтибар арттырыу буйынса ла төрлө осрашыуҙар, әңгәмәләр ойошторола, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” – үҙҙәре үк халыҡты туплар, берҙәмлеккә саҡырыр һәм тыуған ерен ҡәҙерләргә өндәр байрамдар, – тип таныштыра ауылдың мәҙәни тормошо менән Мәҙинә апай. – Тик шуныһы — ҡышҡа табан ун йортҡа бер ут тигәндәй, күптәрҙең ҡалаға ылығыуы, күсеп китеүе сәбәпле, саралар йәйгә ҡарай йышая, — шундай өҫтәмәләр ҙә индерә ойоштороусы.
Әйткәндәй, ошонда уҡ китапхана урынлашҡан, тик китап артынан башлыса мәктәп уҡыусылары килә икән. Күрәһең, халыҡтың эркелеп китапҡа йәбешеп ятыуы тарихта ҡалып килә һәм һүҙем бер Иҫәкәй тураһында ғына түгел. Хәйер, хәҙер руссаһын да, башҡортса әҫәрҙәрен дә интернеттан табып уҡыу бер ни тормай электрон китап заманында. Ә шулай ҙа ысын китап тотоп уҡыуға етәме ни! Эх, ысынбарлыҡты сағылдырған китапханалар булһын әле ул ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла...

Асфальт килә!

Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Социаль объекттар — бәләкәй ауылдарҙа йәшәү сығанағы. Быны ауыл уртаһында урынлашҡан магазин һәм мәсеткә ҡарап та билдәләп була. Мәсет халыҡ тарафынан бынан теүәл ун йыл элек төҙөлөп, кешеләр рухи аҙыҡ артынан килһә, магазинға та­бан, билдәле, көндәлек ризыҡҡа ихтыяж атлата.
— Баҡсасылар ҡайта башлағас, күберәк йәй йөрөйҙәр, ғөмүмән, һатыу бара, — ти һатыусы Фуат Ғиззәтов, магазиндағы тауарҙарын күрһәтеп. – Көтәсәккә лә таратырға тура килә, ауылда шунһыҙ булмай, — тип тә өҫтәй ул, сауҙа серҙәрен асып. Ҡасандыр, әлбиттә, ауылда райпо магазины булған, ә 2003 йылда район уңғандары Әлфиә менән Ришат Ғиззәтовтар ошо магазинды асҡан. Эшҡыуарҙарҙың башҡа ауылдарҙа ла эше йәйелдерелгән, тик, башҡаһынан бигерәк, иҫ китерлек табыш килмәһә лә, ошо магазиндары булыуы ҡиммәт – иҫәкәйҙәр өсөн генә түгел, күрше Һарғай ауылы халҡына ла ҡулайлы бит. Икмәк ситкә сығып йөрөүе өлкән кешеләргә, мәҫәлән, еңелдән түгел.
Әлбиттә, ауыл тормошон йәнләндерер эштәр байтаҡ башҡарылған, әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек әле. Был хаҡта Иҫәкәй ҡараған Маҡар ауылы советы хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов бына нимәләр һөйләй:
Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...— Йылға урамы матурланды. Юлға ҡом түшәнек, бағаналарға ут үткәрҙек. Урамдарҙы яҡтыртыу һәм юлды йүнәтеү буйынса артабан да эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ. Лампочкаларҙы алмаштырырға, шул уҡ ваҡытта электр энергияһын һаҡлыҡ менән тотоноу тураһында ла оноторға ярамай. Ауыл эсендәгеһе генә түгел, ауылға килгән юл да – иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, хәҙер Иҫәкәйгә килеп еткәнсе асфальт һалынасаҡ. Ярты эште былтыр көҙ башҡарып ҡалһаҡ, июнь аҙағында юл түшәү мәшәҡәттәре осланырға тейеш.
Ауыл тормошон йәнләндереүҙә уйланған ниәттәр тормошҡа ашырын теләргә генә ҡалалыр. Эштәр былай ырамлы барһа, киләсәктә газлы ла булыр әле иҫәкәйҙәр...

Тыуған тупраҡ тарта

Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...Иҫәкәйҙән республикала билдәле шәхестәр — юридик фәндәр докторы, профессор, полиция генерал-майоры, байтаҡ йылдар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын етәк­лә­гән Фәһим Мөхәмәтшин, шағирәләр Рәшиҙә Шәмсетдинова, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғәлиә Кә­лимуллина, журналист Ғәлимйән Ибәтуллин сыҡҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: улар артабанғы тор­моштарын ситтә дауам итһә лә, кендек ҡаны там­ған ерҙәре, ғөсөл ҡойонған Рәүҙәк һыуҙары уларҙың тормошонда, ижадында, һис шикһеҙ, са­ғы­ла. Ҡайһылары нигеҙҙәрен һыуытмай, кемдер хатта ҡайтып төпләнгән. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, Иҫәкәйҙәре уларҙың күңелендә. Бына нисек яҙа, мәҫәлән, үҙенең бер шиғырында Ғәлиә ханым:
Ауылым, тип йырҙар яҙғаным юҡ,
Яратмайым түгел, яратам ул.
Ауылымдың мин дә бер ҡошсоғо –
Көҙ китәм дә, яҙын йән атам ул.

Тыуған тупрағыма...
Тарта мине
Һулар һауам, эсер һыуҙарым да,
Атыр таңдар, байыр ҡояшым да...
Әле яҙылмаған йырҙарым да.

Үҙ-үҙемде эҙләп ҡайтам унда,
Шул тупраҡта ҡалған йәнгенәмде.
Сит ерҙәрҙә, юҡ, йәнемде түгел,
Таныйҙар бит бары тәнгенәмде...

Бында мин үҙ.
Йәнем яралған ер –
Йырым яралған ер, Иҫәкәйем...
Йән яралған ерҙең серен йырға
Һалалмаһам, йәнде нишләтәйем,
Иҫәкәйем – йәнем киҫәккәйе...
Был тиклем матур шиғыр юлдарына тағы ни өҫтәйһең? Нисек кенә булмаһын, ошондай “йән киҫәккәйҙәрен” ҡәҙерләп йәшәүселәр күберәк булһын...

Ишембай районы.