Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аутсорсинг – һәйбәт күренеш
Әммә уны насар маҡсатта файҙаланғандар ҙа бар

Аутсорсинг – һәйбәт күренешҺәр яңылыҡты халыҡ шикләнеп, икеләнеп, бик һаҡ ҡабул итә. Бынан бер нисә йыл элек республиканың Финанс министрлығы мәктәп, дауахана, мәҙәниәт учреждениеларын һәм башҡа дәүләт, муниципаль ведомстволарҙы йыйыштырыу, туҡланыу, транспорт менән тәьмин итеү, һаҡ хеҙмәте кеүек төп йүнәлешкә ҡағылмаған эштәрҙән арындырып, аутсорсинг компанияларына тапшырҙы. Райондарҙа йүнсел кешеләр барлыҡҡа килер, яңы предприятиелар асылыр тигән ышаныс та бар ине.
Шулай итеп, республикала хеҙмәтләндереү өлкәһендә аутсорсинг “машинаһы” эш башланы. Әлбиттә, халыҡ үҙгәреште ауыр ҡабул итте, ризаһыҙлыҡ белдергәндәр әле лә бар. Системаның етешһеҙлектәре лә юҡ түгел. Хәйер, һәр һәр башланғысҡа хас күренеш был.


Сығымдар ни өсөн арта?

Хөкүмәттәге аутсорсингты ойоштороу мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов системалағы етешһеҙлеккә айырым туҡталды.
– Мин туҡландырыуҙы ойоштороу, йыйыштырыу, һаҡлау функцияларын тапшырыу бөтә ерҙә лә лайыҡлы, яҡшы һөҙөмтәләр менән үтмәүе тураһында хаттарҙы күп алам. Хаталар бар, әммә шул уҡ ваҡытта башланғыстың дәрәжәһен төшөрөргә теләгәндәр ҙә осрай. Мәктәп директорҙары корпусы, баш табиптар менән осрашып, был мәсьәләне тикшерҙек. Ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында туҡланыу сифаты насарайған, мәғариф учреждениеларын һаҡлауҙы ойоштороуҙа ла етешһеҙлектәр күренә. Төп тәғәйенләнештәренә тура килмәгән ойошмаларға хеҙмәтләндереү функцияларын тапшырыуға бәйле ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Аҡса ла аҙ бүленә башланы. Беҙҙең мәктәптәр, учреждениелар өлкәһендә эшләгән был структуралар ҙа аҡсаны әҙерәк эшләй. Халыҡ зарлана. Бер һүҙ менән әйткәндә, унда ла мәсьәләләр барлыҡҡа килде, – тине Рөстәм Зәки улы.
Социаль өлкәне аутсорсингка күсереүҙең изге ниәттәрҙән сығып башҡарылыуы аңлашыла. Мәҫәлән, мәктәп етәкселеген иҙән йыуыу, биләмәне таҙартыу, һаҡлау, туҡландырыу кеүек хужалыҡ эшенән арындырып, ул барлыҡ көсөн белем биреүгә йүнәлтһен, баш табип иһә дауалау бурыстарын атҡарһын, көйләһен өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителә. Махсуслаштырылған ойошмаларҙы йәлеп иткәндә лә эш сифатлы башҡарылыр, ҙур күләм иҫәбенә сығымдар ҙа кәмер тигән маҡсаттар ҡуйыла.

Бала һуттың сифатын белә

Аутсорсинг, әлбиттә, кисә генә республика тормошона килеп инмәне. Һаулыҡ һаҡлау системаһы тәүгеләрҙән булып ошо форматҡа күсә башлай, әммә унда ла әле һаман мәсьәләләр бар. Дауаланыусыларҙан “дауаханала насар ашаталар” тигән ризаһыҙлығын бөгөн дә ишетергә була. Мәсьәләне көйләү буйынса кәңәшмәләр үткәреп, хәл итеү юлдарын асыҡлаһалар ҙа, ундағы аңлашылмаусылыҡтарҙың осона сығып бөтә алмайҙар.
Аутсорсинг көнәркәшлек тыуҙырһа, хеҙмәтләндереү яҡшырыр, бюджет учреждениеларында туҡланыу хаҡы ла кәмер, тигән маҡсаттар ҙа ҡуйыла. Тик система көтөлгәнсә яйлы ғына эшләп китмәне. Мәктәптәрҙә лә туҡланыу хаҡы артҡан, шуға ла һәр тинен иҫәпләп йәшәгән халыҡтың ризаһыҙлыҡ белде­реүен аңларға була. Икенсе күҙлектән сығып ҡарағанда, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ даими артып тора. Сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәм тигән предприятие, әлбиттә, ҡиммәтле ризыҡ аласаҡ. Был иһә хаҡҡа ла туранан-тура йоғонто яһай. Ошондай етешһеҙлектәр килеп тыуғанда, ябай директорҙарҙың был хәлде күҙәтеүҙә тотоу өсөн вәкәләттәре юҡ. Әммә атай-әсәйҙәрҙә нәҡ ошо борсолоу тыуҙыра ла инде. Һин аҡса түләйһең, ә бала “тәмһеҙ” тип ашамай ҡайта, һөҙөмтәлә аҡса елгә оса.
Мәҫәлән, яңыраҡ туғыҙ йәшлек улым йәйге лагерҙа булғайны. Өйгә ҡайтҡас: “Әсәй, беҙгә сифатһыҙ, арзан һут эсерҙеләр”, – тине. Туғыҙ йәшлек бала эсемлектең осһоҙ булыуын ҡайҙан белһен, тигән һорау тыуыр. Белә, сөнки ул интернеттан был аҙыҡтың нисек әҙерләнгәнен, уларҙы нисек айырырға мөмкин булыуын ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Магазинға сыҡҡанда ла ошо нескәлектәргә, һаҡлау ваҡытына тиклем иғтибар итеп, тышлыҡтарын уҡый, беҙгә лә файҙалы кәңәштәр бирә. Хәҙерге балалар белеп тыуа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Эйе, аутсорсинг тормошобоҙға ҡапыл килеп инде, шуға ла күп кенә эшҡыуарҙар, йүнселдәр белмәй ҙә ҡалды. Был иһә ошо өлкәлә монополистар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте. Монополист иһә, һәр ваҡыттағыса, үҙенең шарттарын мәжбүри таға. Асыҡ көнәркәшлек булһа, урындарҙа етәкселәр ғәҙел эшҡыуарлыҡ менән шөғөллән­гәндәрҙе генә ошо эшкә йәлеп итеүгә көс һалһа, бәлки, бындай уҡ етешһеҙ­лектәргә юл ҡуйылмаҫ ине. Шул саҡта “бөгөн дауаханала шул тиклем яҡшы ашаттылар, сөнки район хакимиәтенән туҡланыу сифатын тикшерергә килгәйнеләр” тигән һүҙҙәр ишетелмәҫ ине.
Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров был өлкәлә демпингтың йоғонтоһо ауырлыҡтар тыуҙырыуын белдерҙе, йәғни конкуренттарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу маҡсатында тауарҙарҙы үҙ хаҡынан түбән хаҡҡа тәҡдим итәләр. Ошо йәһәттән аукциондарҙа икенсе өлкәләрҙән ҡатнашҡан компаниялар ҙа хаҡты саманан тыш кәм ҡуйып, беҙҙең республи­каның хәл иткес, яуаплы тармағын – туҡландырыу өлкәһен яулай бара. Шуға ла бөгөн аутсорсинг системаһында намыҫлы эшҡыуарҙарҙы табыу ҙур мәсьәләгә әйләнгән.
– Хәлгә идара итә алмағанығыҙҙы аңлаһағыҙ, баш тартығыҙ. Шартлыса отош өсөн аукциондар, конкурстар ойоштормағыҙ. Эре дауаханалар ғәҙәти хәлгә ҡайтһын. Уның эргәһендә әйләнгән мутлашыусыларҙы туйындырырға кәрәкмәй. Һаҡлыҡтың бында ҡағылышы юҡ. Нисек инде 90 һумға ауырыу кешене ашатырға мөмкин? – тип Рөстәм Хәмитов дауаханаларҙа туҡландырыуҙы элекке хәлгә ҡайтарыуҙы ла инҡар итмәүен белдерҙе.

Был насар күренеш түгел

Республиканың социаль өлкәһендә дәүләткә ҡарамаған секторҙы үҫтереү буйынса эш 2016 йылдан ныҡлап башланды. Бюджет учреждениелары эшмә­кәрлегендә һигеҙ профилгә ҡарамаған йүнәлеш билдәләнгән: биналарҙы йыйыштырыу, һаҡлау, техник хеҙмәтлән­дереү, туҡланыуҙы ойоштороу, ҡаҙан­лыҡтарҙы хеҙмәтләндереү, йомшаҡ инвентарҙы тәрбиәләү (йыуыу), уҡыусыларҙы ташыу һәм башҡалар. Әлеге ваҡытта 56 муниципалитет мәғариф учреждениеларының туҡланыу системаһын аутсорсингка тапшырған. Төбәктә 1 100 мәктәпте һәм 855 балалар баҡсаһын хеҙмәтләндергән 82 оператор эшләй.
Финанс министры Рида Собханҡолова белдереүенсә, туҡланыуҙы аутсорсингка күсереү мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында элек булған тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлауға булышлыҡ иткән. Шул иҫәптән – туҡланыу блоктарында тейешле ҡорамалдарҙың етешмәүе, ярағанлыҡ сертификаты булмаған аҙыҡты файҙаланыу, түбән квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙең эшләүе, биналарҙың санитар талаптарға яуап бирмәүе, иҫкергән аҙыҡ-түлекте ҡулла­ныуҙан алыуҙы тикшергән автомат­лаштырылған системаның булмауы. Яңы система ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.
Благовещен, Туймазы ҡалалары, Ҡыйғы, Белорет, Йылайыр, Краснокама, Мишкә, Шишмә, Әлшәй райондары мәғариф учреждениеларында аутсорсинг буйынса туҡланыуҙы уңышлы ойоштор­ғандар. Мәҫәлән, Нефтекама дауаха­наһының баш табибы Альбина Кузнецова белдереүенсә, аутсорсингка күскәнгә тиклем пациенттарҙың 40 проценты туҡланыуға ризаһыҙлыҡ белдергән, ә хәҙер, киреһенсә, уларҙың 96 проценты ҡәнәғәт.
Шулай уҡ аутсорсингка күсеүҙең икенсе сәбәбе лә бар – мәктәп, дауахана, социаль, мәҙәниәт учреждениеларының профилгә ҡарамаған йүнәлеш буйынса күҙәтеү органдары ҡуйған талаптарҙы үҙаллы хәл итә алмай. Хәҙер күҙәтеү органдары ҡаты талаптар ҡуя, шулай уҡ сертификат йә лицензия булмаһа, учреждение был эш менән шөғөлләнә алмай. Биналарҙы һаҡлауҙы ойошторғанда ла һәр мәғариф учреждениеһына йырып сыҡҡыһыҙ талаптар ҡуйыла. Әгәр ҙә мәктәп директоры уларҙың һәр береһе артынан йүгерә башлаһа, уҡыу-уҡытыу эшенә, ысынлап та, ваҡыты ҡалмаясаҡ. Етмәһә, хәҙер етешһеҙлектәр булһа, етәкселәргә штраф һалырға ғына торалар. Шуға ла, ошо күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә лә, аутсорсинг системаһы бер яҡтан отошло.
Етешһеҙлектәр ҡайҙан килеп тыуа һуң? Әлбиттә, уны ойоштора белмәүҙән. “Ҡайҙа муниципалитет башлыҡтары үҙаллы, һәйбәт, сифатлы эшләй, шунда һөҙөмтә бар. Эш бармаған һәм директор корпусы был саҡырыуға ҡаршы яңғыҙҙан-яңғыҙы тороп ҡалған урындарҙа өҙөклөктәр килеп тыуа”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әлбиттә, яңы эшкә тотонған саҡта абынмаған кеше юҡтыр. Шуға ла аутсорсингка күсеүҙең күҙгә ташланмаған етешһеҙлектәре лә бихисап. Әле уларҙың эшмәкәрлегенә һалым инспекцияһы, пенсия һәм социаль страховка кеүек фондтарҙың ныҡлы иғтибары талап ителә, сөнки ҡайһы бер намыҫһыҙ аутсорсинг компаниялары хеҙмәткә яллаған кешеләрҙе рәсми теркәмәй эшләтә. Мәҫәлән, иҙән йыйыусы бер нисә ҡатын менән аралашҡандан һуң уларҙың рәсми теркәүһеҙ эшләүе асыҡланды. Эш хаҡтары ла бик түбән. Етмәһә, йыуыу өсөн кәрәк-яраҡты ла үҙ иҫәбенә алалар. Улар өсөн отпускы ла ҡаралмаған. Ауырый ҡалһа, эштән китергә мәжбүр. Ҡайҙа эшләйһегеҙ, эш биреүсегеҙҙе белә­һегеҙме, тигән һорауға: “Юҡ, телефон аша һөйләштек. Аҡсаны иҫәпкә күсе­рәләр. Рәсми теркәлмәйсә эшләтәләр. Әле 4800 һум хеҙмәт хаҡы алам”, – тигән яуапты йыш ишетергә тура килә. Шуға ла ошондай “күләгәлә” эшләткән, хеҙмәткәрҙәренең хоҡуғын күҙәтмәгән операторҙарҙың законһыҙ эшмәкәрлегенә юл ҡуйырға ярамай.
Ғөмүмән, аутсорсинг – һәйбәт күренеш, әммә уны насар маҡсатта файҙалан­ғандар ҙа бар...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 407

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 116

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 34

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 32

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 46

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 58

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 42

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 79

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 67

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 42

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 67

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 63