Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер...
“Йәшел ҡалҡан”да хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгәндәргә штраф һалына

Ут менән шаярыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында һәр кем белә, ә шулай ҙа күптәр һаҡлыҡ сараһын күрмәй. Йыл башынан урман һағы инспекторҙары 15 106 рейд ойошторған һәм улар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоуҙың 283 осрағын асыҡлаған.


Тәртип боҙоуҙарҙың күпселеге янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә, һаҡлыҡ сараһы күрмәү арҡаһында урманда ут сығыуға бәйле.
Урман һағы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 258 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, шул иҫәптән 29 етәксе, ете ойошма, 222 ябай граждан. Был тәртипһеҙлектәр өсөн һалынған штраф 1 миллион 693 мең һум тәшкил иткән. Шул иҫәптән ябай халыҡҡа – 604 мең һум, вазифалы кешеләргә – 490 мең һум, ойошмаларға 600 мең һум һалынған. Штрафтың 686 мең һумы ғына түләнгән. Дүрт янғын буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Әле төбәктә көндәр айырыуса эҫе тора. Бындай мәлдә халыҡ тәбиғәт ҡосағына күпләп ынтыла. Ошоға бәйле “йәшел ҡалҡан” һағында торған урман хеҙмәткәрҙәренең эше күпкә арта.
Урманда йөрөгәндә лә, ял иткәндә лә яуаплылыҡ тураһында оноторға ярамай. Уяулыҡты юғалтыу арҡаһында, беренсенән, ут сығыуы ихтимал, икенсенән, кеҫәгеҙҙе таҡырайтыуы ла бар. Урманды янғындан һаҡлау маҡсатында штрафтар күләме лә күпкә арттырылды. Мәҫәлән, тәбиғәт ҡосағында хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгән граждандарға – 1 500 – 3 000 һум, етәкселәргә – 10 000 – 20 000 һум, ойошмаларға – 50 000 – 200 000 һум штраф һалыу ҡаралған. “Йәшел ҡалҡан”ға яҡын урынлашҡан урында сатыр-соторҙо, урман түшәмен, ҡоро үләнде үртәгән өсөн халыҡҡа 1 500 – 3 000 һумға тиклем, етәкселәргә – 10 000 – 20 000 һумға тиклем, ойошмаларға – 50 000 – 200 000 һумға тиклем кеҫәһенән сығарырға тура киләсәк. Махсус янғын режимы индерелгән мәлдә ҡағиҙә боҙған граждандарға – 4 000 – 5 000 һум, етәкселәргә – 20 000 – 40 000 һум, ойошмаларға 150 000 – 250 000 һумға тиклем штраф һалына.
Төбәк урмандарында “ҡыҙыл әтәс” ҡотороуына юл ҡуймау маҡсатында, республиканың Урман хужалығы министрлығында тәүлек әйләнәһенә Төбәк диспетчер хеҙмәте эшләй. Урманда ут күргән осраҡта 8 (347) 218–14–14, урман һағының тура бәйләнешенә 8 800 100 94 00 телефондарына хәбәр итергә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан төбәктә 106 урман янғыны теркәлгән, 93-өндә кеше ғәйепле. Уларҙа 784 гектар майҙан зыян күргән. Иң күп осраҡ Белорет, Бөрйән, Учалы, Йылайыр, Әлшәй райондарында булған.
Янғындарҙың 97 проценты оператив һүндерелгән. Был эштәргә 1625 кеше һәм 504 берәмек техника йәлеп ителгән. Төбәк урмандарындағы хәлде күҙәтеү маҡсатында, самолет та йәлеп ителә. Быйыл ошондай 17 осош булған һәм “тимер ҡош” ярҙамында ун янғын асыҡланған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Керчь политехник колледжында яңғыраған шартлау һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк булған

Керчь политехник колледжында яңғыраған шартлау һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк булған 18.10.2018 // Йәмғиәт

Кисә Керчь политехник колледжында шартлау булған. 18 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50 яраланған,...

Тотош уҡырға 39

Ҡара көҙгә аяҡ баҫтыҡ

Ҡара көҙгә аяҡ баҫтыҡ 18.10.2018 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Бөгөн төньяҡ-көнбайыштан талғын ел...

Тотош уҡырға 37

Хәүефһеҙлек саралары күрелә

Хәүефһеҙлек саралары күрелә 18.10.2018 // Йәмғиәт

Кисә Ҡырымдағы Керчь ҡалаһындағы политехник колледжда шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк...

Тотош уҡырға 41

Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 126

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 61

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 114

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 41

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 112

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 43

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 52

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 63

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 102