Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рафаэлдең протезда тауҙы яулағаны
Рафаэлдең протезда тауҙы яулағаныБашҡортостандан Афған һуғышы ветераны Рафаэль Исхаҡов Рәсәйҙә беренсе булып протезда Белуха тауына күтәрелде. Дүрт кешелек, шул иҫәптән Рафаэль ингән төркөм 11 июндә Алтай Республикаһының Усть-Коксин районындағы Тюнгур ауылынан экспедицияны башлай. 16 июндә Рафаэль иптәштәре менән 4509 метрлыҡ бейеклекте буйһондора.

Алтай тауҙарындағы һәм бөтә Себерҙәге иң бейек нөктәгә илткән маршрут тайга, Ак-кем күле, Делоне артылышы, Менсу тау платоһы аша үтә. Төркөмгә бик ҡатмарлы һауа шарттарында барырға тура килә.
Белуха – Рафаэль Исхаҡов яулаған икенсе бейеклек. 2016 йылда ветеран Рәсәйҙең һәм Европаның иң бейек тауы – Эльбрусҡа күтәрелгән. Бынан тыш, ул Көньяҡ Уралда бейеклеге буйынса икенсе урында барған Ирәмәлгә артылған, тау йыл­ғалары буйлап ағып төшкән, күп көнлөк саңғы турҙарында ла ҡатнашҡан.
– Белуха Эльбрусҡа ҡара­ғанда күпкә ҡатмарлыраҡ һәм хәүефлерәк булып сыҡты. Ауыр маршрут тауҙың эргәһенә барып еткәнгә тиклем үк күп көстө алды. Тауға менә башлағас та, төркөм ағзаларының һәр береһе тигәндәй юлды дауам итә алмаясағына зарланды – кемдеңдер башы ауыртты, икенсеһенең хәле бөттө, өсөн­сөһө иһә баҙап ҡалды. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе дәртлән­дереп, маршруттың ахырына еттек, – тине Рафаэль.
Әйтеүебеҙсә, Өфөлә йәшәгән Рафаэль Исхаҡов – Афған­стандағы һуғыш ветераны. Ул сапер булып хеҙмәт иткән, фугас шартлағанда аяғын юғалтҡан. 2016 йылда хәрби хәрәкәт ветерандарына адреслы ярҙам нигеҙендә “Быуындар иҫтәлеге” хәйриә фонды уны протез, ә Белухаға сәйәхәте хаҡында ишеткәс, махсус камера менән дә тәьмин иткән. Бөтә маршрутты ул ошо камераға төшөргән.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәрби хәрәкәт ветерандарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлткән аҡса уларҙың хәленә битараф булмаған граждан­дарҙың һәм партнер компания­ларҙың ирекле иғәнәләренән, шулай уҡ “Ҡыҙыл ҡәнәфер” акцияһы барышында йыйыла. Әйткәндәй, бөтә Рәсәй буйынса ойошто­ролған ошо яңы хәйриә сара­һында теләге булған һәр кеше ветерандарға ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
“Быуындар иҫтәлеге” хәйриә фонды – федераль күләмдәге үҙенсәлекле проект. Уның төп бурысы – илебеҙ ҡатнашҡан барлыҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына юғары технологиялы, адреслы ярҙам күрһәтеүҙе изге йолаға әүерелдереү. Әле фонд бөтә Рәсәй буйынса 6500-ҙән ашыу ветеранға адреслы ярҙам күрһәткән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 8

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 76

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 66

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 113

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 147

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 63

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 76

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 51

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 85

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 82

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 47

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 52