Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сибайҙа – динопарк
Сибайҙа – динопаркҺуңғы йылдарҙа асыҡ һауала динопарктар йыш асыла. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән динопарк Әбйәлил районында урынлашһа, ошо көндәрҙә Сибайҙа “Динозавр” балалар паркы үҙ ишектәрен асты.

Магнитогорск эшҡыуары Владимир Родионовтың башланғысы ме­нән төҙөлгән динопарк – алтынсыһы. Шулай уҡ Өфөлә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да яратҡан урынына әйләнгән “Динозавр” балалар паркы уңышлы эшләй. Динопаркты төҙөү эше менән шөғөлләнгән Радик Мөлөков әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа балалар араһында беҙҙең эраға тиклем меңәр йыл элек йәшәгән динозаврҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. “Уларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, беҙҙең ойошма был эш менән алты йылдан ашыу шөғөлләнә. Тәүгеһен Әбйәлил районында Үләндегүл янында астыҡ, артабан Өфөлә филиал булдырҙыҡ, әле Сибайҙың ял паркында урынлаштырҙыҡ”.
Бала саҡтың мөғжизәле донъяһы­на алып ҡайтҡан күңелле йырҙар яңғыраған парк был көндә бәлә­кәстәрҙең сағыу тауышынан гөрләп торҙо. Мауыҡтырғыс динозаврҙар иленә сәйәхәттән улар шат ине. Барлығы 15 экспонаттан торған хайуандар донъяһында ниндәйҙәре генә юҡ! Динопарктың асылыуы хаҡында ишеткәс тә, Айгөл Таштимерова балалары Ынйыгөл, Ғәфүр, Камила һәм ҡунаҡ ҡыҙы Айымды алып килеп тә еткән. Ынйыгөл менән Айым кинәнеп, ҡыҙыҡһынып дино­заврҙарҙы ҡараһа, Ғәфүр бер аҙ шөрләңкерәй. Ике йәше лә тулмаған Камила әсәһе янынан китергә ашыҡмай, күрәһең, бер аҙ ҡурҡа. Ысынлап та, бынан меңдәрсә йыл элек йәшәгән стиракозавр, тиранозавр, протоцератопс, брахиозавр, дилофозаврҙар, гүйә, тере кеүек һиңә ҡарай. Хәрәкәткә килеп, үҙ тауыштары менән ҡысҡыра башла­һалар, балалар түгел, хатта ололар ҙа шомланып китә.
Шулай уҡ маймыл, фил һәм башҡа хайуандарҙы ла күрергә мөмкин. Тәү ҡарашҡа тик ятҡан кеүек тойолған крокодилдың ҡапыл ырғып “ташланыуы”, ыжғыр тештәрен күрһәткән динозаврҙарҙың хәрәкәтләнеүе – мауыҡтырғыс һәм ғәжәп күренеш. Бында иҫ киткес тамаша ҡылырға мөмкин. Бигерәк тә быйыл республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә парктың асылыуы икеләтә ҡыуаныс.
Сибай ял паркы директоры Илгиз Әхмәтшин әйтеүенсә, парк яңы һулыш ала, бында балалар өсөн мажаралы аттракциондар эшләй, бәүелсәктәр урынлаштырылған. Халыҡтың яратып өлгөргән урынына әйләнгән ял паркы майҙанында динопарктың да асылыуы икеләтә шатлыҡ. Берҙән, был киләсәктә паркка ял итеүселәрҙе йәлеп итергә ярҙам итһә, икенсенән, Урал аръяғының баш ҡалаһына әйләнгән Сибайҙа ҡала ҡунаҡтары һәм яҡын районда йәшәгәндәр өсөн ҡайҙалыр ситкә динопаркка йөрөргә кәрәкмәй.
Әйткәндәй, экспонаттарҙың бары­һы ла сит илдә махсус заказ менән эшләнгән, санитар талаптарға яраҡлаштырылған. Һәр экспонат янында исеме урыҫ һәм латин телендә яҙылып, улар хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелгән. Дино­заврҙарҙың тауышы, хәрәкәттәре махсус ҡоролма ярҙамында башҡа­рыла. Балалар өсөн инеү хаҡы 100 һум булһа, ололарға 250 һумын сығарып һалырға тура килә. Радик Мөлөков белдереүенсә, мөмкинлек­тәре сикләнгән балаларға һәм уларҙы оҙатып килеүселәргә инеү бушлай ҡаралған.
Нисек кенә булмаһын, динопаркта үҙеңде боронғо заманда джунглиҙа йөрөгән кеүек хис итәһең, ҡайҙа ҡарама – имәнес һөйрәлеүселәр. Уларҙың хәрәкәтенән, тауышынан һине шом биләп ала. Хәйер, динопаркта нисәмә тапҡыр булырға тура килһә лә, динозаврҙарҙы күреүҙән үк нисектер күңел шомланып ҡуйҙы, ә инде хәрәкәтләнһә, ҡурҡып, ситкә тайпылыуыңды үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың....
Хәҙер сит илдәрҙәге динопарк­тарға ҡыҙығып йөрөйһө түгел, үҙебеҙҙекенә рәхим итергә мөмкин. Арзан да, отошло ла, бер юлы паркта рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге лә бар.

Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35