Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тотош ауыл ярҙам итте
Күсей мәктәбенең 100 йыллығына әҙерлек бара

Тотош ауыл  ярҙам иттеСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары — халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевты һәм халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованы үҫтергән Күсей урта мәктәбе быйыл үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Хәйер, белем усағында тәрбиәләнгән күренекле шәхестәр улар менән генә сикләнмәй.


Күсейҙәр хаҡлы рәүештә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, “Әлифба”ның тәүге авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡалар менән дә ғорурлана ала.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”нда ауыл халҡы икенсе тапҡыр ҡатнаша. Тәүгеһендә күсейҙәр тракторлы булһа, быйыл белем усағының тәҙрәләрен яңыртыу өсөн тауыш бирә. Күсей тулы булмаған белем биреү мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов әйтеүенсә, проекттың дөйөм хаҡы — 1 миллион 115 мең һум. Халыҡ 230 мең һум аҡса йыйып тапшырған.
— Проектта еңеп сығыуға бар көстө һалдыҡ, тотош ауыл халҡы ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтте. Ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Шулай ҙа иң ҙур сумманы үҙебеҙ, мәктәп коллективы, тупланы. Уҡытыусылар коллективы, концерт ҡуйып, район буйынса сығыш яһаны, күрше Әбйәлил районына ла сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә кәрәкле сумманы тултырҙыҡ, — ти мәктәп директоры Ҡунаҡбай Шәриф улы.
Әле төҙөлөш эше өсөн тендер иғлан ителгән, унда еңеп сыҡҡан ойошма уҡыу йылы башланғанға тиклем ике ҡатлы бинаның тәҙрәләрен алмаштырасаҡ. Шулай уҡ “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә белем усағының ҡыйығын да яңыртыу ҡаралған. Мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейын күсейҙәр лайыҡлы ҡаршыларға йыйына, уҡыу йорто һәм уның тирә-яғы тулыһынса төҙөклән­дереләсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 0

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 0

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 0

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 0

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде 11.12.2018 // Йәмғиәт

Сирек быуаттан ашыу бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – төбәктә генә түгел, бөтә...

Тотош уҡырға 36

Мәктәп белем биреп еткермәйме?

Мәктәп белем биреп еткермәйме? 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәптәрҙә репетиторлыҡ...

Тотош уҡырға 63

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда федераль юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын киңәйтеү проектын әҙерләйҙәр. Һүҙ М5, М7...

Тотош уҡырға 59