Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Меценаттар – үҙебеҙҙең арала!
Туҡһан йәшлек олатайҙың 100 мең һумлыҡ ярҙам күрһәткәне

Меценаттар – үҙебеҙҙең арала!Ҡайһы саҡта ишеткән-күргән яңылыҡтарҙы байҡап, кемгәлер, ҡайҙалыр ярҙам күрһәтеүҙәре хаҡында йыш һөйләйбеҙ, әммә үҙебеҙҙең арала булған изге йәнле, оло йөрәклеләр хаҡында онотоп ҡуябыҙ. Ҡаратал ауылынан 90 йәшлек Мөхәмәт Юлыев тотҡан да 100 мең һум аҡсаһын туған мәктәбенә бүләк иткән! Олатаһының исемен йөрөткән белем усағына капиталь ремонт өсөн аҡса кәрәклеген белгәс, күп уйлап тормаҫтан, 100 меңен килтереп тапшырған.


— Олатайым Батыргәрәй Юлыев исемен йөрөткән Беренсе Этҡол мәктәбенә ремонт талап ителгәнен ишеткәс, матди ярҙам күрһәтергә булдым, — ти Мөхәмәт олатай. – Әйҙә, балалар уңайлыҡтары булған уҡыу йортонда белем алһын, үҙемдең бала сағым ауырлыҡта үтте. Ун ике йәштән етем ҡалдым, тормош ауырлыҡтарын күрергә, бик иртә эшкә егелергә тура килде. Шулай ҙа тормошома үкенмә­йем, бәхетле ғүмер кисерҙем. Ҡарсы­ғым менән 67 йыл татыулыҡта бәхетле тормош кисерҙек, туғыҙ балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәйегеҙ мине ташлап китеүгә лә биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мөхәмәт Юлыев үҙен яҡшы тоя, зи­һене теүәл. Мостай Кәрим шиғыр­ҙарын яттан һөйләй, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Бөгөн уның 53 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе бар.
“Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү программаһы”на ярашлы, Беренсе Этҡол мәктәбенең ремонт эштәрен башҡарыу проектының дөйөм хаҡы — 1 миллион 259 мең һум. Бағыу­сылар менән берлектә ауыл халҡы был сумманың 270 мең һумын йыйырға тейеш. Мәктәп директоры Миңлегөл Моталлапова һүҙҙәренә ҡарағанда, был сумма тулыһынса тупланған. Ветерандың аҡсаһын алмаҫҡа ла мөмкин ине, әммә олатай матди ярҙамдан баш тартмауыбыҙҙы үтенде, уҡыусылар өсөн мәктәпкә кәрәкле әйбер алыуҙы һораны. Ауыл аҡһаҡалының күрһәткән ярҙамына мәктәп коллективы экран, проектор һәм телевизор һатып алырға иҫәп тота. Әйткәндәй, был Мөхәмәт Юлыев белем усағына күрһәткән тәүге генә ярҙам түгел, яңыраҡ ул мәктәп музейына олатаһының шәхси әйберҙәрен тапшырған.
Ауылдарҙа Мөхәмәт олатай кеүек меценаттар барында, район мәктәп­тәре яңы уҡыу йылына тулы әҙерлек менән уҡыусыларҙы ҡаршы алыр, күптәр Мөхәмәт Юлыевтың башлан­ғысын дауам итер.

Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 51

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 36

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 39

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 39

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 99

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 79

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 43

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 45

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 155

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 33

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 36

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 34