Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көньяҡ төбәккә – ҡеүәт
Көньяҡ төбәккә – ҡеүәтЯрты быуаттан ашыулыҡ бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – көньяҡ-көнсығыш төбәккә генә түгел, ә бөтөн республикаға уҡытыусылар әҙерләгән алдынғы мәғариф учреждениеларының береһе. 1963 йылда асылған белем усағы асылына бөгөн дә тоғро ҡалып, йәш быуынға һөнәр генә биреп ҡалмай, ә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.


Әле колледжда бик тығыҙ осор: ҡабул итеү бара. Комиссия рәйесе Гөлнара Шакирова әйтеүенсә, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Физик тәрбиә”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Өҫтәмә белем биреү педагогы”, “Ғәмәли информатика” йүнәлештәре буйынса белем алырға киләләр бында.
– Йәштәр элек-электән беҙҙең уҡыу йортона ҙур теләк менән килә, – ти Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы. – Уҡыуҙы тамамлағас, улар тырышып, намыҫлы эшләй. Беҙҙекеләр – хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған белгестәр. Бының нигеҙе, әлбиттә, уҡытыуҙың сифатында һәм йәшәү шарттарында. Беҙҙең студент­тарға һәр яҡлап уңайлыҡтар тыуҙырылған, педагогик коллектив көслө. Төбәктә шундай һүҙ ҙә йөрөй: “Сибай педагогия колледжында уҡығанһың икән, тимәк, кеше буласаҡһың”. Дөрөҫтөр. Бында студенттарға, ысынлап та, төплө белем бирелә, заманса мөмкинлектәр тыуҙырылған, һәләттәрҙе үҫтереү, өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн шарттар етерлек. Ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡтан урын тәҡдим ителә, буфет эшләй. Планға ярашлы, быйыл көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә 150 кеше алырға тейешбеҙ. Абитуриенттар күберәк “Ғәмәли информатика”, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Физик тәрбиә” йүнәлештәрен һайлай.
Әйткәндәй, уҡыу йортонда “Мәктәпкәсә белем биреү” бүлегендә ситтән тороп уҡырға мөмкин, әле уға документ тапшырыу бара.
Сибай педагогия колледжында белем алғандар араһында көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ғына түгел, хатта Силәбе, Ырымбур өлкәләренең йәштәре лә бар. Тимәк, мәғариф учреждениеһының даны республиканан ситтә лә таралған. Ярты быуаттан ашыулыҡ данлы һәм шанлы тарихы булған, меңдәрсә уҡытыусы әҙерләп сығарған уҡыу йортон һайлаусылар бында килеүенә һис ҡасан үкенмәй.

Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәбиғәт һынауына әҙербеҙме?

Тәбиғәт һынауына әҙербеҙме? 25.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә яуған ямғыр урындарҙа яҙғы ташҡынға әҙерлекте тикшереү имтиханы булмаҫ тимә. Әлеге...

Тотош уҡырға 18

Хоҡуҡтар боҙолмаймы?

Хоҡуҡтар боҙолмаймы? 25.03.2019 // Йәмғиәт

Алда хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм...

Тотош уҡырға 30

“Титаник” яҙмышын ҡабатлап...

“Титаник” яҙмышын ҡабатлап... 25.03.2019 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә Норвегияла Viking Sky круиз лайнеры бәләгә осраны....

Тотош уҡырға 97

Талпан уянған!

Талпан уянған! 25.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда талпандар уяна башлаған. “Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология”...

Тотош уҡырға 37

Ипотека каникулы кемгә тейеш?

Ипотека каникулы кемгә тейеш? 25.03.2019 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа бер тауыштан “Ипотека каникулдары”н индереү тураһындағы...

Тотош уҡырға 53

Нисек булһа ла, әҙер булыу шарт

Нисек булһа ла, әҙер булыу шарт 25.03.2019 // Йәмғиәт

Яҙғы ташҡын мәлендә түбәндә урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал....

Тотош уҡырға 59

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 25.03.2019 // Йәмғиәт

“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, 26 мартта көн аяҙлы-болотло була....

Тотош уҡырға 90

Ғүмерҙәр һаҡланһын тиһәң...

Ғүмерҙәр һаҡланһын тиһәң... 25.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың алты муниципалитетында – Дыуан, Учалы, Миәкә, Краснокама райондарында, Салауат һәм...

Тотош уҡырға 39

Бөйөк Урал юлы саҡыра

Бөйөк Урал юлы саҡыра 25.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының “Бөйөк Урал юлы” экологик туризмды үҫтереү...

Тотош уҡырға 41

Май байрамдарын таҙа ҡаршылайыҡ

Май байрамдарын таҙа ҡаршылайыҡ 25.03.2019 // Йәмғиәт

“Өфө күҙгә күренеп таҙара башланы. Хәҙер иғтибарҙы үҙәк урамдар ғына түгел, ә башҡалары ла талап...

Тотош уҡырға 46

Мөғжизәгә ышанығыҙ!

Мөғжизәгә ышанығыҙ! 24.03.2019 // Йәмғиәт

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Яҡтыкүл” шифаханаһына уйнатылған путевканы Өфө ҡалаһынан...

Тотош уҡырға 137

Икенсе ҡатынды осраттым...

Икенсе ҡатынды осраттым... 24.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән ғаиләлемен, балаларыбыҙ буй еткерә, ләкин көтмәгәндә тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе: башҡа ҡатынды...

Тотош уҡырға 352