Йөрәгеңде усына һалырҙай дуҫтар ҡайҙа?

10-08-2018, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Йөрәгеңде усына һалырҙай дуҫтар ҡайҙа?Уйлап ҡараһаң, ҡәҙимге, өйрәнгән һүҙҙәр бит инде. Бары уларға һалынған эске мәғәнә, фәлсәфәүи фекер, ҡайһы яҡҡа һәм нимәгә ишара яһауы тураһында уйланырға ғына форсат та тапмайбыҙ, теләгебеҙ ҙә, бәлки, шул самалыр.
Ғәзиз әсә менән балаһы араһындағы ҡан менән бирелгән һәм аң менән нығытыла торған мөнәсәбәтте иң килешле һүҙҙәр эсенә һалыу ҙа мөмкин түгелдер. Әсә һөйөүе һәм үҙенә йән биргән ошо кешегә баланың мәңге һүрелмәҫ ихтирамы, әлбиттә, тәбиғилер. Ата менән балалар араһында ла беҙ гел генә илтифат итеп бармаған, әммә был ғына уның ихласлығын шик аҫтына ҡуймаҫлыҡ бәйләнеш йәшәй.


“Бала – бауыр,
дуҫ – тамыр...”


“Юрға менгән юлдашынан айырылыр, күп йәшәгән ҡорҙашынан айырылыр, күп һөйләгән дуҫынан айырылыр...” Билдәһеҙ берәү әйтеп ҡалдырған фекерҙең тапҡырлығына хайран булып, шуның оҙаҡ йәшәүгә һәм күп һөйләүгә ҡағылғаны, сәпкә төҙәлгән уҡ һымаҡ, миңә тейәлер тип уйлайым. Хоҙай биргән ғүмерҙе үткәреп бөтмәй ҙә сара юҡ, йәнә лә һөйләй, яҙа торған һөнәр һайлағас, был да дуҫтарымдың аҙайыуына сәбәпсе булманымы икән?
Әҙәм балаһы донъяға күҙен ваҡытлыса ғына аса. Самалы шул арауыҡта ла, кешеләр араһында көн иткәс, төрлө хәлдәргә тарыйһың, күңелең ятҡан кемдер – танышың, ваҡыт үтә килә дуҫың булып китә. Хәтер ҡалыу, ситләшеү, үкенескә ҡаршы, дошманлашыу ҙа алыҫ йөрөмәй. Был да тормоштоң бер һыҙаты.
Ошо юлдарҙы яҙып, болоҡһотҡан хистәремде ҡағыҙ битенә төшөргәндә бәғзеләрен йән дуҫым тип әйтерлек, бүтәндәр тоғро дуҫ булып ҡалған кешеләрҙең исеме хәтергә килә, был донъя менән бәхилләшеүҙәренән аҙаҡ байтаҡ йылдар үтһә лә, сырайҙары, йөрөш-тороштары, ғәҙәттәре һаман күҙем алдында, тауыштары ла, кисә генә ҡолағыма салынғандай, әленән-әле ишетелеп ҡала.
Раил Илһамов менән Марат Илһамовты, икеһе лә, бәлки, Әбйәлил яғынан булғанғамы икән, туғандар тип иҫәпләгәндәрен беләм. Әммә уларҙа – фамилиялар ғына уртаҡлығы. Тормошта иһә Раил Мөхөтдин улы ауыл хужалығы фәненә, уның да агрономия йүнәлешенә, үҙ фекерен, күп йәһәттән бүтәндәрҙекен ҡабатламаған һүҙле ғалим ине. Үткән заман формаһын ҡулланғандан аңғарғанһығыҙҙыр хәлемде. Йәшлегемдең иң нурлы көндәрен ихлас уртаҡлашҡан дуҫым менән яҙмыш мине уға иллеһе тулыр-тулмаҫтан бәхилләштерҙе. Марат Әҡсән улы Илһамов иһә – күренекле математик һәм механик ғалим, академик. Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Ҡытай Халыҡ Республикаһының университетында һәм ғилми үҙәктәрендә ихлас мөғәмәләгә осраған, уларҙа хатта хеҙмәттәшлек тапҡан Марат Илһамов урынында икенсе берәү булһа, танауын сөйөп, беҙҙең ише ябайҙарҙы, ай-һай, күҙгә элер инеме, юҡмы?
Донъя йөҙөндә ниндәй елдәр иҫерен, тормошоңдоң ҡайһы яҡҡа ауышырын белеп булмай. Көнитмештең һәр мәлендә мин Раил дуҫымдың ипләп кенә еткергән кәңәштәрен күңелемдә нығыта, һеңдерә әйткән һүҙҙәрен күтәрә килдем. Раил, тегендә китергә самаһыҙ ҡабаланмаһа, бөгөн дә олпат профессор исемен күтәреп йөрөр ине. Хәҙер иһә Өфөлә йәшәгән, эшләгән Илһамовтарҙан күҙ алдымда бары Марат ағай ғына ҡалды. Мостай ағай: “Хатта яңғыҙлығыңды ла һөйләргә кеше кәрәк”, – тигәндәй, күңелем етемһерәгән мәлдәрҙә Марат Әҡсән улына шылтыратам – математика, физика, механика шырлыҡтарында йөрөһә лә, ул минең, ябай ғына кешенең, йөрәген ниндәй хистәр тырнағанын аңлай, шикелле. Шуны һиҙемләмәһәм, ҙур ғалим һәм өлкән кешене бимазалап та тормаҫ инем. Раил Илһамовты юғалтыуҙан ауыртҡан йөрәгемде Марат Илһамовтың яҡынлығы бер ни ҡәҙәр имләй.
Ғөмүмән, нимә һуң ул дуҫлыҡ тигән төшөнсә? Ул, ваҡыт үтә килә, үҙгәреш кисерәме? Шулай була ҡалһа, ниндәй хәл-ваҡиғалар йоғонтоһонда? Дуҫлыҡ – кешеләр араһында, донъя яралғандан, улар бер-береһен әҙәм тип таный башлағандан уҡ килгән тойғомо, әллә уға әүәл дә, бөгөн дә хәжәт-мәнфәғәттәр үҙгәреш индерәме? Хәҙерге “Һин – миңә, мин – һиңә” тигән ҡанун өҫтөнлөк алған заманда, яҡынлыҡҡа конъюнктура ла өҫтәлмәйме? Дуҫлыҡ, хис булараҡ сентименталлек һыҙаттарынан арынып, зарури йомош мәжбүр иткән элемтә төҫөн алмаймы? Үҙ-үҙемә һәм бүтәндәргә бирә торған һорауҙарҙың аҙағы күренәһе түгел.

Донъяны алып барыу өлгөһө

Саҡмағош районындағы сая колхоз рәйесе, быуынға ултырыр-ултырмаҫтан республикала иң шәп хужалыҡ етәкселәренең береһе тип танылған, шул арала фәнгә лә юл яра башлаған, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булып өлгөргән аҙашым Марсель Хужин, күренекле иҡтисадсы-ғалим, академик Әнәс Мәхмүтов... Уларҙың исем-шәрифен епкә теҙелгән мунсаҡ һымаҡ һанап ултырыуҙан ни мәғәнә? Һәр береһе тураһында сиселеп һөйләмәгәс.
Минең балалыҡ һәм үҫмерлек йылдарым Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында үтте. Ошонда әрменең төрлө гарнизондарында хеҙмәт итеп, атаһы, баһадир кәүҙәле, граждандар һуғышы йылдарында Василий Иванович Чапаевтың дивизияһында рота командиры булған Билалов Рамаҙан апаның офицер улы Нуретдин ағайға кес кенә йөрәгемде “бирҙем”. Нуретдин Рамаҙан улының артынан ҡойроҡ кеүек ҡалышмай йөрөгән малай-шалай араһынан ниңәлер миңә ҡарата үҙ иткән мөғәмәләлә булды, шикелле. Үҙе лә фронтовик булғас, атайһыҙ үҫеп килгән етем баланы, бәлки, йәлләүе лә шулай күренгәндер. Бер ҡайтҡанында Нуретдин ағай, Суворов училищеһына ебәрмәккә, мине район хәрби комиссариатына алып китте. Малайҙарҙы туғыҙ йәштән генә ҡабул итә торған училище өсөн мин “ҡартайған” булып сыҡтым. Хәрби мөхиттең законы ҡаты – кире борҙолар. Әммә шул йылдарҙан аҙаҡ бик оҙаҡ Нуретдин ағай менән хәбәрләшеп йәшәнек. Улы Владимир менән ҡыҙы Светлана урта мәктәпте Германияла, Дрезден ҡалаһында, тамамлағайны, ҡан да, йән дә тартыу шул булғандыр, Светлана Өфө медицина институтына (хәҙерге Башҡортостан дәүләт медицина университеты ул саҡ шул атамала ине) килеп инде. Дрезденда мәктәпте алтын миҙал менән тамамлаған ҡыҙыҡайға олатаһы, атаһы илендә юғары белем эстәү, шәт, ауыр булып тойолмағандыр. Ғүмер баҡый хәбәрләшеп торған Нуретдин ағайым иһә Бөйөк Ватан һуғышы барышында взвод командиры сифатында үҙе азат итешкән Калининград (ул саҡ – Кенигсберг) ҡалаһында йәшәргә ҡалды. Танк дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһынан, полковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан яугир ағайымды дуҫым тип атарға, аңлайһығыҙҙыр, әле булһа баҙнат итмәйем, ләкин йөрәктә күптәнән үҙ урынын алған тойғоно ҡайҙа ҡуяйым һуң?
Элекке замандарҙа кешеләр нисегерәк яҡынайған, бер-береһенә нисек эҫенешкән икән? Йән дуҫ тип әйтерлек эскерһеҙ, һис ниндәй шухыр-мухырһыҙ яҡынлыҡҡа тарихта, бәлки үҙебеҙҙең арала ла миҫалдар бармы? Шундай уйҙарым, хатта шик-шөбһәләрем менән уртаҡлашайым әле тип, тиҫтәләрсә йылдар уртаҡ уйҙа, шундай уҡ фекерҙә булған тиҫтерем, халыҡ шағиры Хәсән Назарға шылтыратам. Әттәгенәһе, ваҡ-төйәк сырхауҙарға ғына буй биреп бармаған Хәсәнем дауаханала ята икән. Ләкин беләбеҙ, сандыр тәнле кешегә зәхмәт бигүк яҡыная алмай. Шуны раҫлағандай, оҫта телефон аша түбәндәге юлдарҙы яҙҙырҙы.
Хәтер ҡалды әле һиңә, дуҫҡай,
Әллә ниндәймен мин бигерәк.
Ахыры, үтә яҡын күргәндәргә
Үтә һиҙгер була был йөрәк.
Ә бит дуҫҡа ғына була барын
Үҙ исеме менән атарға.
Яттарға бит ихлас асылып булмай
Һәм хәтер ҙә ҡалмай яттарға.
Илленсе йылдарҙа хакимдар, ғалимдарҙың хәүефләнеүҙәрен ҡолаҡҡа элмәй, ҡылғанлы далаларында нисәмә быуат ғүмер кисергән халыҡтың ай-вайына ҡарамай, шул далаларҙы һөрөп ташларға булды. Көслөгә Тәңре юҡ, тигән һымаҡ, беҙҙең илдә, һәр даим, түрәләрҙең генә һүҙе өҫкә сыға килә. Шул хәҡиҡәтте раҫлағандай, Әбйәлилемдең һыуһыҙ ҡола яланында “Урал” тип аталған игенселек совхозы хасил булды. Сиҙәм күтәреүгә тотош илде күтәргәйнеләр бит инде. Әлеге хужалыҡта ла, бер мәл, егерме милләттең ул һәм ҡыҙҙары йыйылып китте. Шуны ғына әйтәйем, совхозда алмандар айырым ауыл булып, телдәрен онотмай, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен ташламай йәшәй, ә иң мөһиме – донъяны ни рәүешле алып барыу, дөйөм эште лә нисек башҡарыу өлгөһөн күрһәтә.

Тормош йәме

Үҙем дә аңғармаҫтан, һүҙем бер яры сығып бара икән. Мәсьәлә шунда, “Урал”, әйткәнемсә, ҡола яланға килеп урынлашты ла ул, әммә торлаҡ төҙөүгә лә, бүтән кәрәк-яраҡҡа ла ағасһыҙ булмай. Совхоз, беҙҙең яҡтан ағас алып, тракторҙар менән шуларҙы үҙенә ташыта. Зәһәр ҡыштың бер көнөндә өйөбөҙ янына дәү сана таҡҡан “ДТ” тракторы килеп туҡтаны. Кабинаһынан буйсан бер егет һикереп төштө. Беҙгә төбәп, ул егетте кем ебәргәндер, уныһы миңә ҡараңғы, иллә-мәгәр тракторсы Сергей Музыка үткән-барған һайын беҙҙә туҡтар булып китте. Аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, алсаҡ был егеткә тамам эҫендек. Юлы һуҙылыбыраҡ, уға беҙҙә ҡунырға тура килһә, тотош ғаиләбеҙ өсөн байрам. Әсәйем, апам (үгәй атайым Әхмәтйән Фазлетдин улына мин, үҙебеҙҙең яҡтығыса, апа тип өндәшә торғайным), Сергей Ефимович ашъяулыҡ тирәһендә оҙаҡ ҡына көңгөр-ҡаңғыр килеп ултыралар. Кәйефләнер рәттәре булһа, ҡарт яратҡан “Бейеш”ен һуҙып ебәрә, әсәйем әйтмешләй, Сәргәй белеш үҙенсә, беҙ ишетмәгән-белмәгән йырын башлай. Иртәгәһенә иртә менән ҡунаҡ үҙ юлынан китә, беҙгә иһә уның йәнә килеүен көтөү ҡала.
Һүҙ барышында “Урал” совхозында бихисап милләттәр йәшәгәнлеген әйткәйнем бит. Ваҡыт үтә килә ошонда ҡатнаш ғаиләләр ифрат күбәйеп китте. Беҙгә күрше Амангилде ауылында тыуып, хужалыҡта тракторсы булып эшләгән Вафир ағай Тайсин, Социалистик Хеҙмәт Геройы, торараҡ интернациональ оло ғаилә ҡороп ебәрҙе, сөнки уландары рус, башҡорт, алман ҡыҙҙарын килен итеп төшөрҙө.
Ә тракторсы һәм беҙҙең өлкәндәрҙең знакумы Сергей Ефимович Музыка, ил тарҡалғас, сиҙәм совхозының да рәт-сираты киткәс, “Урал”дағы донъяһын ҡалдырып, үҙенең Днепропетровск яғына ҡайтыуҙы хуп күрҙе. Ашлыҡты яҫмаларға һалыу буйынса заманында Башҡортостанда рекорд ҡуйған механизатор тыуған яғында тормошон бәхетле дауам итһен ине. Ә беҙ... “Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ”, – тип тиктәҫкә генә әйтмәгәндәр шул.
Һәйбәт дуҫтарым байтаҡ булды. Ләкин ваҡыттың йыш иләге, кемдең кемлегенә ҡарап тормай, аяуһыҙ һайлай икән. Күптәрен юғалттым – тегендәләр, бүтәндәре үҙҙәре күҙҙән дә юғалды, күңелдән дә юйылды. Тик әрһеҙҙәр генә һинең уға мөнәсәбәтеңде күрмәмеш-һиҙмәмешкә һалышып, нисектер күҙеңә салынырға тырыша, тирә-яғыңда ураңғылауын дауам итә. Үҙенә кәрәк саҡта ғына яҡынайырға тырышҡан әҙәмдәрҙе дуҫтарың ҡорона индереү мөмкинме икән?
Минеңсә, кеше ғүмер баҡый эскерһеҙ дуҫлыҡ, яҡты иптәшлек өлгөләренә таянып йәшәргә тырыша. Яҙмышыма рәхмәтле булыуым шунда: ижадына һәм шәхсән үҙенә мөкиббән киткән Мостай ағайҙың замандаштары үә ҡәләмдәштәре Михаил Дудин, Рәсүл Ғамзатов, Елена Николаевская һәм шулар тиңендәге бүтәндәр менән хикәйәт итеп һөйләрлек дуҫлығының осмотон булһа ла күреп ҡалдым. Ә һуң шағирҙың бар донъяға даны таралған геофизик Наил Кәбир улы Юнысов, ғалим һәм нефть эшкәртеүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғүмәр Ғариф улы Теләшев менән дуҫлығы?!
Әҙәм балаларын телдәр ҙә, шөғөлдәр ҙә, диндәр ҙә айырмай, улар араһына сәйәсәт, көнсөллөк, хөсөт инеп кенә харап итә. Һеҙҙең автор йәшерәк йылдарында Мәскәүҙә, мәртәбәле уҡыу йортонда, белем эстәгәйне. Ун ике кеше генә һабаҡ алған төркөмөбөҙҙә туғыҙ милләт вәкиле бар ине. Бер нисәбеҙ – рустар, украин Владимир Ходий, белорус Петр Сидорович, үзбәк Абрай Хәмзәев, мордва Павел Куляшов, осетин Валерий Шанаев... Сула табып, табын янына йыйылһаҡ, һүҙҙе һәр кем мотлаҡ туған телендә әйтә. Беҙҙең өсөн әйтелгәндең мәғәнәһе менән бергә, һүҙҙең яңғырашы, телдең көйө лә мөһим ине. “Дуҫлыҡ тәбиғәт һауаһының һәр үҙгәрештәренә, эшлекле һәм йүнле кешеләр тормош юлын үткәндәге бөтөн соҡор-саҡырҙарға бирешмәҫтәй ныҡлы булырға тейеш”. Был – рус әҙибе, публицисы, инҡилап эшмәкәре Александр Иванович Герцен әйтеп ҡалдырған һүҙ.
Борон-борондан мәғлүмдер, дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә. Бына хәҙерге осорҙа ла Ватан-илебеҙ ауыр хәлдә, бөйөклөгөн тәҡрарларға нисек кенә тырышмаһын, ул донъя дәүләттәре ғаиләһендәге һөймәлекһеҙ бала хәлендә йөрөй. Дуҫтар түгел, хатта теләктәшлек итеүселәргә лә мохтажбыҙ. Өлкәндәр, аҡыл диңгеҙендә карап йөрөтөрлөк кешеләр ҙә бер-береһен аңламаҫ булды.
Ҙур һәм ихлас күңелле шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев ағай осрашҡан мәлдә: “Һай, ҡустым, әйт, йондоҙҙоң ҡайһыһын алып тотторайым? Әллә йөрәгемде усыңа һалһам да ризаһыңмы?” тип ҡанатланып китә торғайны. Әй, изге күңелле ағайым! Һинең ҙур йөрәгең минең тар ғына усҡа һыя буламы һуң инде! Үҙемдең дә йөрәгемде усына һалырҙай дуҫтарымды барлаған саҡтарым йыш була, ләкин уларҙы табыуы көндән-көн ауырыраҡ.