Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош мәғәнәһе ниҙә?
Тормош мәғәнәһе ниҙә?Ғәзиз Ғәлинде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары аша беләбеҙ. Тик һуңғы ваҡытта уның ҡыҙыҡлы сюжеттары сыҡмай, тип аптырайҙыр тамашасылар. Сәбәбе – шаулы, өмөтлө, ымһындырғыс Өфөнө ҡалдырып, Ғәлиндәр Ғәзиздең тыуған төйәгенә – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына – ҡайтып төпләнде.


Эйе, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе ҙур ҡалаға, гөрләп торған тормошҡа ашҡына. Райондарҙан – Өфөгә, унан – ҙурыраҡ ҡалаларға, артабан инде сит илгә күсеп китеү ғәҙәтигә әйләнә бара. Бына ошондай глобалләшеү ваҡытында ауылға ҡайтып төпләнгән ғаиләләрҙең осрауы ҡыуаныслы: кемдер кендек ҡаны тамған ерҙә тормошто дауам итергә тейештер бит!
– Башҡаларға ғына түгел, ҡапыл ҡубып сығып китеүебеҙ үҙебеҙ өсөн дә сәйер һәм көтөлмәгәнсә булды, – тип хәтерләй ул мәлде Лилиә. – Күрәһең, сабыйҙарыбыҙ­ҙың ризығы тартҡандыр. Үҙем дә алыҫтан түгел – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Ҡапыл ғына булһа ла, сәбәпһеҙгә йөрөмәй әҙәм балаһы. Был хәҡиҡәт ғаилә башлығының яуабында ла сағылды.
– Иртән эшкә киткәнемдә балалар йоҡлап ҡала, кис ҡайтып инһәм, тағы “әүен баҙары”на киткән булалар. Сабый­ҙа­рымдың нисек үҫкәнен дә күреү мөмкинлеге юҡ ине, – тип хәтерләй Ғәзиз баш ҡалалағы тормошон. Хәйер, бер Өфөлә генәме ни, бөтөн ерҙә тормош артынан ҡыуабыҙ, мал-бол, эш тип сабабыҙ, ә бына балаларҙың үҫкәнен, атай-әсәйҙең өлкәнәйгәнен, көн менән төн түгел, хатта миҙгелдәрҙең алмашынғанын да күрмәйбеҙ төҫлө. Дөрөҫөрәге, быға өлгөрмәйбеҙ.
...Өфөлә, әлбиттә, шарттар бүтәнсә: теләһәң, ғаиләң менән театрға бар, кәрәк икән, балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә була. Әммә был ғаиләләге сабыйҙар хәҙер шуныһы менән бәхетле: иртән тороуға уларға Торатау йылмая, өләсәй иртәнге һөт менән һыйлай һәм саф һауаны кинәнеп һулайһың!
Йән биргәнгә йүн биргән. Йәштәр ҡайтыу менән хеҙмәт урыны табыла, дөрөҫөрәге, уңған белгестәрҙе эш үҙе “ҡармаҡҡа ҡаптыра”: Ғәзиз Стәрлетамаҡтағы коррекция мәктәбендә белем бирһә, Лилиә Урман-Бишҡаҙаҡта уҡыта. Ер алып, өй һалып, хәҙер йорт туйларға йыйына Ғәлиндәр. Ғаиләнең күсеп ҡайтыуы бигерәк шуныһы менән бәрәкәтле: Өфөлә донъяға яралған һәм тәпәй атлап киткән Гөлсөм менән Исмәғил, Ишембайға күскәс, бер юлы ҡустылы ла, һеңлеле лә була. Бәләкәй Зөлфиә һәм Муса хәҙер инде ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен “алдаштырырға” эшкингән: береһенән-береһе шуҡ!
– Йәй бергәләп велосипедта елдерәбеҙ, тышта уйнайбыҙ, ғөмүмән, мәж киләбеҙ. Ауылда торһаҡ та, эштән ҡайтҡас, ғаилә менән аралашырға, балаларҙы тәрбиәләшергә ваҡыт ҡала – шуныһына ҡыуанам, – ти Ғәзиз.
Ә Лилиә:
– Ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәт: ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар, уларһыҙ эшкә сығып та булмаҫ ине, – тип өҫтәй.
Гөлсөм мәктәптә уҡыһа, Исмәғилдең әле саҡ хәреф танырға өйрәнгән ваҡыты. Игеҙәктәрҙең иһә кинәнеп уйнар мәле. Төрлө йәштә булһалар ҙа, балаларҙың шул яғы күҙгә ташлана: бер-береһе өсөн өҙөлөп тора улар. Тырыш үҙҙәре, матур итеп йырлайҙар, бейейҙәр. Ғөмүмән, рухлы, белемле, тәрбиәле булып үҫәләр.
Ишембай районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. САНИЯ Галина- Нафикова
    САНИЯ Галина- Нафикова от 12.11.2018, 19:15
    Минең Ғәзиз ҡустым бәләкәйҙән,тырыш сәмле булды.Хатта уҡыған саҡта ла уның һәр ваҡыт донъяға үҙ ҡарашы булды.Ул һәр ваҡыт ярҙамсыл,асыҡ күңелле,тура һүҙле булды. Лилиә килен дә бик тырыш,егәрле. Ул аш-һыуға оҫта,ҡул эшенә лә маһир.Донъяһы ла тәртиптә, Балалары ла үҙҙәренә оҡшап,әле үк ҡул аҫтына кереп баралар,йыр-бейеүгә оҫталар.Ҡустым менән киленемә һаулыҡ,байлыҡ,эштәрендә хөрмәт,донъяларына именлек теләйем. Ата-әсәләрен ҙурлаған кеүек үҙҙәре лә балаларының изгелеген күреп, пар аҡҡоштай һөйөп-һөйөлөп йәшәһендәр.






“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 19

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 43

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 47

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 49

Киттек Бухартовскийҙың йортона!

Киттек Бухартовскийҙың йортона! 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфө йәмәғәтселәре ташландыҡ архитектура ҡомартҡыларында өмәләр ойошторорға тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 44

Байрамға матур бүләк!

Байрамға матур бүләк! 21.02.2019 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Байғужа ауылының модель китапханаһында балалар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 40

48 сәғәт эсендә кино төшөргәндәр

48 сәғәт эсендә кино төшөргәндәр 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Кинематографистар союзы төҙөлөүгә 25 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостандағы...

Тотош уҡырға 34

Приставка өсөн компенсация юлла

Приставка өсөн компенсация юлла 21.02.2019 // Йәмғиәт

10 февралдән һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәләрҙә йәшәгән республика граждандары күп функциялы...

Тотош уҡырға 49

Башта – ҡыйыҡ, унан – башҡаһы

Башта – ҡыйыҡ, унан – башҡаһы 21.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов 2019 йылда ремонтланырға тейешле күп...

Тотош уҡырға 25

“Тәҙрәләр” күп, ә сират юҡ

“Тәҙрәләр” күп, ә сират юҡ 21.02.2019 // Йәмғиәт

2012 йылда Башҡортостанда граждандарға комплекслы хеҙмәт күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәктәр...

Тотош уҡырға 71

Һалдатҡа хат

Һалдатҡа хат 21.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат хаты тигәндә, ғәҙәттә, беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған өсмөйөшлө хаттарҙы күҙ...

Тотош уҡырға 69

"Пирамида" хөкөмгә илтте

"Пирамида" хөкөмгә илтте 20.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала “финанс пирамидаһы” ойошторған өс кешегә ике енәйәт статьяһы буйынса хөкөм сығарылды....

Тотош уҡырға 94