Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыр саҡта ауыл иҫкә төшә
Ауыр саҡта ауыл иҫкә төшә– Һеҙ, ауыл биләмәһе башлығы булып 18 йыл эшләйем, тинегеҙ, бик тынғыһыҙ вазифа, “Ҡайҙан килеп эләктем бында?” тип үкенгән сағығыҙ булманымы? – тип һорайым Терәпә ауылы етәксеһе Ирина Захарованан.


– Юҡ, бер ҡасан да! – тип өҙә әйтә Ирина Семеновна. – Мин быны фәҡәт яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итәм. Тәүҙә ауыр ине, йәшермәйем. Беҙҙең ауылса холоҡ шулай бит инде ул: “Китһәм был эштән, хәленән килмәне, ниңә риза булғандыр, тип әйтерҙәр” тип уйланым. Артабан өйрәнеп киттем инде, ниндәйҙер проблема менән шөғөлләнеү ялҡытып китһә, ауыл халҡын иҫкә төшөрәм: мин дә ярҙам итмәһәм, кем булышыр уларға? Пенсияға сыҡҡас, китергә тип тә уйлағайным, район етәкселеге тағы бер аҙ эшләүемде һораны. Һүҙҙәрен йығып булмай, уларҙың да ауыл мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамы ҙур бит. Ә урыныма йәштәр табылыр, улар хәҙер беҙҙән белемлерәк, иң мөһиме – эшләргә теләк булһын.
– Ә иң ауыры нимә был вазифала?
– Финанс мәсьәләһен хәл итеү, әлбиттә. Дөрөҫ, ул бер урында ла еңел түгелдер, ләкин ауыл ерендә бигерәк тә ныҡ һиҙҙерә. Шулай ҙа, ауыл етәкселегендә һәйбәт команда тупланды, тип уйлайым. Мин барыһынан элек старосталарҙы күҙ уңында тотам. Иң лайыҡлы, ауылдаштары ихтирам иткән, кешеләрҙе тыңлата белгән етәкселәр улар. Белеүегеҙсә, бер ниндәй эш хаҡы алмайҙар. Ауыл мөхитен уңайлыраҡ итеү, хужалыҡ алып барырға ярҙам итеү теләге генә уларҙы ошо вазифаһында тотоп тора. Төп таянысым – улар.
Алты ауылды берләштерә Терәпә ауыл советы биләмәһе, староста булып халыҡ һайлап ҡуйған төрлө йәштәге кешеләр эшләй. Нигеҙҙә, шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнеү­селәр. Толмачевка ауылы был йәһәттән отошлораҡ хәлдәлер, моғайын. Староста итеп эшҡыуар Владислав Семенов һайланған, килеме булған кешенең ауылдаштарына файҙаһы ла күберәк тейәлер.
Ҡаҙнаға ер һәм мөлкәт һалымдары йыйыла. Йылына йәмғеһе ярты миллион һум самаһынан артмай ул. Башҡа төрлө килем сығанаҡтары юҡ ауыл ерендә, ләкин урамдарҙы, йәмәғәт биналарын йыл әйләнә­һенә төҙөкләндереп торорға, урамдарҙы яҡтыртҡан өсөн дә түләргә кәрәк. Ауыл хакимиә­тендә эшләгәндәр ҙә хеҙмәт хаҡынан тыш йәшәй алмай.
Әлбиттә, ауылдың кисектер­геһеҙ эштәрен хәл итергә был ғына аҡса етмәй, шуға күрә республика ҡаҙнаһынан да маҡ­сатлы йүнәлештәргә аҡса бүленә. Иң ҙур сығымды, һәр ваҡыт­тағыса, юлдар талап итә. Ауыл биләмәһендә, дөйөм алғанда, 24 километр тәшкил иткән юлдарҙы тигеҙләп тороу өсөн йылына 200 мең һум самаһы ҡалдырырға тырышалар. Мәктәпте, фельдшер-акушерлыҡ һәм ауыл советы бинаһын йылытырға, ҡышҡы миҙгелдә юлдарҙа ҡар көрәргә, быуаны тәртиптә тоторға, сүплектәрҙе лә кәртәләргә кәрәк. Ҡаҙан­лыҡтар өсөн яғыулыҡҡа дотацияны тармаҡ министрлыҡ­тары бирә (әйтәйек, мәктәпте йылы­тырға – Мәғариф министр­лығы).
Бер аҙ уйланып торғас, Ирина Семеновна былай тине: “Белә­һегеҙме, ни өсөн был вазифала шулай оҙаҡ эшләнем һәм әле лә йөрөйөм? Миңә ҡалһа, беҙҙең ауылдың мәҙәниәте, ололарҙың тәрбиәһе шулай татыу йәшәргә мөмкинлек бирәлер. Ҡайһы бер ауылдарҙа, ишетеп йөрөүем­сә, хакимиәт башлығы менән әрлә­шәләр, уға янайҙар, халыҡ өсөн тип ҡуҙғатҡан башланғыстарына ҡаршы төшәләр... Ауылыбыҙ башҡа тирә-яҡтар менән сағыш­тырғанда фәҡирерәктер ҙә, бәлки. Ләкин байҙарҙың үҙ холҡо була бит”. Шулай тигәс, миңә ҡарап йылмайҙы: “Бәлки, ауылымды яратҡанға шулай тойолалыр”.

Ауырғазы районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?

Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды....

Тотош уҡырға 56

Яңы күпер асылды

Яңы күпер асылды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша...

Тотош уҡырға 40

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Сибайҙа хәлдәр нисек? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу...

Тотош уҡырға 43

Поезға билет хаҡы кәмей

Поезға билет хаҡы кәмей 13.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан сәфәр ҡылырға ниәтләгән пассажирҙар билетты 50 процент ташлама менән алыу...

Тотош уҡырға 43

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл

Ҡалдыҡ-боҫтоҡтан ... мотоцикл 13.12.2018 // Йәмғиәт

Сүплектә ятҡан иҫке мотоцикл рамы, тәгәрмәсе, руль... Берәүҙәр өсөн улар кәрәкмәгән тимер-томор...

Тотош уҡырға 102

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

36 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды 13.12.2018 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар...

Тотош уҡырға 89

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 44

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 46

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 156

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 36

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 39

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 35