Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Васыятҡа тоғро ҡалып
Республикала төрлө милләт вәкилдәре үҙ йолаларын һаҡлай

Үткән йыл аҙағында Васильевка ауылы клубы ремонттан һуң йәнә үҙ ишектәрен асты. Ремонт эштәре муниципаль һәм Петровский ауыл биләмәһе хакимиәте бюджеты ярҙамында 2,5 миллион һумға башҡарылған. Эстән дә, тыштан да балҡып торған мәҙәниәт усағынан хәҙер дәртле халыҡ өҙөлмәй тиерлек. Ауыл байрамы ла яланда түгел, ә ошо бина янында үтте.

– Концерттарға, сыуаш халҡы­ның йолаларын тергеҙгән һәм һаҡлаған түңәрәктәргә оло быуын ғына түгел, йәштәр ҙә гөрләп килә, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты клуб мөдире Вера Филиппова. Әйтелгәндәрҙе дә­лилләгәндәй, милли күлдәктәр­ҙәге инәйҙәр, бала арбалары этеп килгән, кескәй ул һәм ҡыҙҙарын етәкләгән йәш ата-әсәләр клуб яғына ағылды. Бесән-ураҡ мәле булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп йыйылғайны. Һай, дәртле лә икән сыуаш халҡы! Милләттәштәренең шатлығын уртаҡлашырға тип, Башҡортостандың сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов үҙе лә килгән.

– Васильевка ауылында дәрт­ле, тырыш халыҡ йәшәй, тормо­шо­ғоҙ – бәрәкәтле, бөгөнгө байра­мығыҙ мөбәрәк булһын, – тип теләктәрен еткерҙе Өфө вәкиле.

Ысынлап та, был ерҙәге йәшәйешкә һоҡланып туйғыһыҙ. Бөтмөр халыҡ иртә яҙҙан үрсетмә үҫтереп, тирә-яҡ ауылдарға, баҙарға йөрөп һата, күпләп мал-тыуар аҫрай, үҙ техникаһында хеҙмәт күрһәтеүселәр байтаҡ, шулай уҡ халыҡ урындағы ҙур ауыл хужалығы предприятие­һында эшләй. Шуныһы ҡыуаныс­лы: быйыл ғына атай-әсәй булған йәш ғаиләләр ҙә бар, улар ҙа башҡаларҙан ҡалышмай, гөрлә­теп донъя көтә. Икенсегә-өсөн­сөгә ҡулдарына сабыйҙарын алғандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Семеновтар ғаиләһендә лә яңы­раҡ бала тыуған. Ошо шатлыҡ­тары менән уртаҡлашып, сарала уларҙы ла тәбрикләнеләр. 50-60 йыл бергә ғүмер кисергән пар­ҙарҙы ҡотлау иһә васильевка­ларҙың һәр быуынға, һәр кемгә иғтибарлы булыуына ишара.

Байрам булғас, йыр-моң да яңғырай, дәртле бейеүҙәр күңел­дәрҙе елкендерә. Был йәһәттән шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр күренештә тиерлек милли һыҙаттар сағылып торҙо.

– Йолаларыбыҙҙы ихтирам итеп йәшәйбеҙ, ата-бабаларыбыҙ элек-электән традицияларҙы һаҡлауҙы васыят итеп ҡалдырған, – тине Петровский ауыл билә­мәһе хакимиәтенең эштәр ида­расыһы, ошо ауыл ир-уҙа­маны Николай Жуков. Ғөмүмән, васильевкалар ата-баба васыятына тоғро ҡалып йәшәй, матур итеп донъя көтә, милли йолалар нигеҙендә байрамдар үткәрә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 407

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 116

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 34

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 32

Пенсионер таштарҙы “терелтә”

Пенсионер таштарҙы “терелтә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран...

Тотош уҡырға 46

Шығайға Ҡыш бабай килгән...

Шығайға Ҡыш бабай килгән... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм...

Тотош уҡырға 58

Өмәләр — ауыл йәме

Өмәләр — ауыл йәме 12.12.2018 // Йәмғиәт

Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән...

Тотош уҡырға 42

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған

Ҡәйнәһен үлтереп, йортон яндырған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды....

Тотош уҡырға 79

Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 67

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 42

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 67

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 63