Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тигеҙлектән кем ота?
Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалалағы гендер тигеҙлек хаҡындағы конференциянан һуң уйланыуҙар.

Аллаһ Тәғәлә алдында бөтә заттар ҙа тигеҙ. Енес буйынса айырылыу ғына кешеләрҙе хоҡуҡи, әхлаҡи яуаплылыҡтан азат итмәй. Әммә Ер йөҙөндә бизмән төрлө яҡҡа тартыла: мәҙәни, дини йолаларға ышыҡланып, ҡырағай ҡылыҡтар ҡылына. Ҡатын кешенең хоҡуҡтары сикләнә, ирҙәр яфа сигә. Шулай тигәндә “Һин, бисә, шымып тор!”, “Үҙ урыныңды бел!” тигән тыйыуҙарҙы, ҡатынынан иҙелеп йәшәгән ир-атты күҙ уңында тотмайым. Гүзәл зат нескә, нәзәкәтле, наҙлы, ир-аттан көсһөҙөрәк булырға, кәмендә үҙенең көсөн уларға күрһәтмәҫкә, йомшаҡлыҡ менән еңергә тигән өгөт-нәсихәтте лә ҡабул итәм, һәм күп осраҡта үҙем дә шундай кәңәш итер инем.

Ғаиләлә тыныслыҡ, килешеп йәшәү хаҡына күп ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй ҡалыу, сабыр булыу кеүек сифаттарҙы ҡалҡан итеп ала. Был ысынында шулай. Ҡатын-ҡыҙ күпкә аҡыллыраҡ та, зирәгерәк тә булырға тейеш. Донъяның күп ваҡ мәшәҡәттәре юҡҡа ғына улар иңенә төшмәй. Йөктө тигеҙ тартып, килешеп йә­шәгәндә генә, ғаиләлә мөхәббәткә, аңлашыуға, бер-береңдән ҡәнәғәт ҡалыуға өлгәшеп булалыр. Тик ни эшләтәһең, донъя бит!

Гендерлыҡ – енестәр тигеҙлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, күпкә киңерәк социаль, сәйәси проблемалар күҙ уңында тотола.

Махачкалала үтәсәк гендер сәйәсәте буйынса халыҡ-ара фо­румға юлланғанда, донъяла был йүнәлештә ниндәй эшмәкәрлек алып барылыуы хаҡында күҙ алдына ла килтермәй инем әле. Ҡарасәй-Черкес, Чечен республикаларынан, Үзбәкстан, Ҡа­ҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Азербайжандан, Рәсәйҙең күп ҡалаларынан килгән ҡатнашыусы­ларҙы туплаған конференция өсөнсөгә үткәрелә. Быйылғыһы “Йолаларҙы һаҡлап, заманса йәшәргә” тип аталды. Уның эшен­дә Башҡортостандан вәкил булараҡ ҡатнаштым һәм ҡатын-ҡыҙҙың йәмәғәтселек эштәрен­дәге әһә­миәте, беҙҙәге ҡатын-ҡыҙ ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн сыҡҡан “Башҡорт­ос­тан ҡыҙы” тураһында һүҙ алып барҙым. Ағинәйҙәр хәрәкәте хаҡында һөйләүем ҡыҙыҡһыныу уятты. Белемдәрен үҫтереү, ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә ярҙамла­шыу, донъяны камилыраҡ итергә тырышыу юлында бик әүҙем, ут ке­үек янып торған ханымдар менән танышыу, сығыштарын тыңлау дәрт, сәм өҫтәне.
Гендер мөнәсәбәттәрен барлау ҡатын-ҡыҙҙың сәйәсәттәге урыны­нан башлап дарғин халҡының ей­гән ризығына тиклем һорауҙар­ҙы ҡараған форум алдағылары­нан нимәһе менән айырылды икән?

Хәтимә ОМАРОВА, Дағстан гендер сәйәсәте үҙәгенең генераль директоры:
– Был йыйын өсөнсөгә уҙҙы. Һәр конференция төрлө темаға үткәрелһә лә, бер нисә докладтан һуң һүҙ тәбиғи рәүештә ике төп мәсьәләгә ҡайтып ҡала. Берен­сеһе – ҡатын-ҡыҙҙың власть структураларына тәғәйенләнеше, икен­сеһе – мосолман өлкәләренә ҡараған төбәктәрҙә гүзәл зат менән дини радикализмдан, көсләүҙән ҡурсалаған эҙмә-эҙлекле һәм күләмле эш алып барыу, психологик ярҙам күрһәтеү һәм улар менән шөғөлләнгән бүлектәр булдырыу темалары. Енестәр араһындағы тигеҙлекте һаҡлау өсөн шәхси һәм йәмғиәт­тәге асыҡ тормошто аныҡ айырып ҡарау кәрәк. Мосолман әҙәбендә бала саҡтан ҡатын-ҡыҙға ир-атты хөрмәт итергә, ә егеттәргә ҡыҙ­ҙарҙы ҡурсалап, ҡәҙерләп ҡарарға өйрәтәләр. Ғаилә эсендәге мөнә­сәбәттәр һәм унда берәү ҙә гендер тигеҙлекте һаҡлау хаҡында тылҡымаҫ, сөнки был – һәр кем­дең шәхси эше. Рәсәй Консти­туцияһының 19-сы статьяһының 3-сө бүлегендә: “Ҡатын һәм ир тигеҙ иреккә һәм хоҡуҡҡа, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ла тиң мөмкинлектәргә эйә”, – тиелә. Был конституцион-хоҡуҡи хәлгә ҡарай һәм маҡсатлы закондар сығарыуҙы, әүҙем социаль сәйә­сәт алып барыуҙы, ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың мөмкинлектәрен ирҙәр­ҙеке менән ғәмәлдә тигеҙләү өсөн киң льготалар һәм махсус гарантиялар булдырыуҙы талап итә. Ошо планда сит илдәр (Канада, Дания, Финляндия, Швеция, Португалия, Норвегия һәм башҡа) тәжрибәләре күрһәтеүенсә, төрлө өлкәләрҙә гендерлыҡ тигеҙлеге буйынса конституцион принцип­тарҙы яйға һалған һәм уның үтәлешен тәьмин иткән махсус закон булдырыу мөһим әһәмиәткә эйә булыр ине. Йәки, бик булмаһа, тәүге осорҙа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Бер­ләшмәһенә ҡараған Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандағы партнерҙарыбыҙ тәжрибәһенә таянып, сәйәси партияларҙа енес­тәрҙең 30/70 процент нисбәтендә булыуын күҙәткән закон индереүгә өлгәшеү ҙур һөҙөмтә бирер ине. Әгәр ҙә Дәүләт Думаһында депу­тат­тарҙың 30 проценты ҡатын-ҡыҙ булғанда, социаль йүнәлешле ҡануниәткә өлгәшер инек.
Дағстандағы тормошто үҙгәр­теү теләге менән Мәскәү – Махачкала араһын тапайым. Бын­дағы тормош үҙәктәгенән ҡырҡа айырыла, ҡалыша, әммә һуңлап булһа ла, бөтәһен дә үҙгәрергә мәжбүр итә. Заман талап иткән төҙәтмәләрҙе индереп, милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейеш­беҙ. Донъялағы радикаль феминизм Кавказда ҡабул ителмәй. Европалағы ти­геҙлек моделен иләктән үткәр­мәйенсә тороп, үҙебеҙгә индерә башлаһаҡ, гендер тигеҙлеккә барыһын да ҡаршы ҡуясаҡбыҙ.

Әлиә АЛИМЖАНОВА, Алматы ҡалаһындағы Т. Жургенов исе­мендәге Ҡаҙағстан милли сәнғәт академияһының “Ҡа­ҙағстан тарихы һәм социаль фәндәр” кафедраһы мөдире, философия, культурология, этика һәм эстетика буйынса бик күп дәреслектәр авторы:
– Гендерлыҡ – ирҙәр һәм ҡа­тындар донъяһында тигеҙ хо­ҡуҡтар һәм мөмкинлектәр, улар араһындағы тиң мөнәсәбәттәр. Ҡаҙағстан буйынса был өлкәлә ҡырҡыу проблемалар юҡ. Күп быуатлыҡ милли мәҙәниәтле илдә, ҡатын иренә һәр ваҡыт иптәш булып, ҡатынға – әсәйгә, хәләл ефетенә, ҡыҙға ҡарата хөрмәт тәрбиәләнгән ерҙә гендер мөнә­сәбәттәр тәбиғи үҫешә. Күп мил­ләтле һәм мәҙәни үҙенсәлек­тәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сәйәсәт алып барылған илдә быға мөмкинлектәр киң.

Наталья ЗАХАРОВА, Мәскәү ҡалаһынан ирекле журналист:
– Ирекле журналисҡа төбәк­тәрҙә эшләү айырыуса ҡатмарлы, бигерәк тә күп телле булһа. Һәр төбәк үҙ мәнфәғәтен яҡларға тырыша, ә мин дөйөм һыҙаттарҙы тотоп алып, илдең икенсе осон­дағыларға ла ҡыҙыҡ, аңлайышлы булырлыҡ итеп һөйләргә тейешмен. Заказ буйынса яҙмай, тап ирекле журналист булыу ҡалыу уны профессия булараҡ һаҡлай. Тап ошо уҡыусыға ҡыҙыҡ та. Төп темаларымдың береһе – Сүриәлә ҡалған һәм Ираҡта төрмәләрҙә интеккән Рәсәй ҡатындары. Улар ИГИЛ эшмәкәрлегендә ҡатна­шыусы булараҡ ҡулға алынған. Былтыр Рәсәйгә йөҙҙән артыҡ кеше ҡайтарылды. Дағстан быйыл бер генә баланы ҡотҡара алды. Әлегә процесс туҡтатылған. Ҡайт­ҡандар араһында Башҡортос­танда тыуғандар ҙа булды.
Минең өсөн гендерлыҡ – ул ресурстар темаһы. Заманса технологиялар арҡаһында ирҙәрҙең физик эш көсө осһоҙая. Ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте лә еңел­ләшә. Элек ир-ат үҙ енесе менән ярыш­һа, хәҙер уларға ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өҫтәлә. Ҡыйыныраҡ. Был осраҡ­та гендерлыҡ – конкуренттан ҡотолоу яйы.
Нәдирә БЕРЕКЕЕВА, Ҡара­ғал­паҡстандың Нуҡус ҡала­һындағы “ИСЕНИМ” (“Ышаныс”) мәғлүмәт-ағартыу ресурс үҙәге белгесе:
– Көнсығыш ҡатыны заман һәм йолалар араһында ҡаңғыра. Хөкүмәт ҡатын-ҡыҙға ҡайһы юлдан китеүҙе үҙе һайларға шарттар тыуҙырыуҙы тәьмин итергә тейеш. Яҡшы менән насарҙы билдәләү түгел. Ҡатын-ҡыҙҙарға булған мөнәсәбәттән сығып, мәҙәни ки­мәл, йәмғиәттәге рухиәт, демок­ратик үҙгәртеп ҡороуҙар юлында илдең ни ҡәҙәр алға китеүе бил­дәләнә. Гражданлыҡ яуаплылығы, һайлау азатлығы, кешелек дәрә­жәһе, ғәҙеллек тойғоһо Үзбәкстан ҡатындарының тормошона ныҡлы үтеп ингән. Йәшәү ҡәғбәләре, үҙ-үҙеңә, донъяға, хөкүмәткә һәм йәмғиәткә мөнәсәбәт үҙгәргән. Объектив рәүештә ҡарағанда, Үзбәкстанда гендерлыҡ проблемалары етерлек.

Ҡануниәттә парламентта ҡа­тындарға 30 процент квота ҡа­ралған. Әммә 2014 йылғы һайлау буйынса закондар сығарыу палатаһында 150 ир-атҡа 24 кенә ҡатын-ҡыҙ тура килә. Ҡатын-ҡыҙ-сенаторҙар 17 – был дөйөм сенаторҙар һанынан 17 процент тәшкил итә. Юғары етәксе орган­дарҙа хәл тағы ла ҡырҡыуыраҡ – гүзәл зат һаны 14 проценттан саҡ ҡына юғарыраҡ. Урындағы власть хөкүмәт органдарында, һайланған һәм тәғәйенләнгән урындарҙа ҡатын-ҡыҙ 17,1 процент тәшкил итә.

Юғары власть органдарында ҡатын-ҡыҙ әҙерәк һәм ниндәйҙер мәсьәләләргә тауыш биргән ос­раҡта уларҙың һаны бер нимәне лә үҙгәртмәй. Һүҙ юҡ, сәйәси ирек һәм был проблеманы тәрәндән аңлау гендер тигеҙһеҙлектән арынырға ярҙам итер ине, шул уҡ ваҡытта граждандар йәмғиәте лә ҙур әһәмиәткә эйә. Үкенескә ҡаршы, хөкүмәткә ҡарамаған ойош­малар был мәсьәләләрҙә ҡыйыуһыҙ, эҙмә-эҙлекле эш алып бармай, мөмкинлектәре сикле. Сағыштырып ҡарағанда, күрше Ҡаҙағстанда 2500 ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы иҫәпләнә, Үзбәкстанда иһә – 250-гә яҡын.
Ҡатын-ҡыҙҙы өй хужабикәһе тип кенә ҡараған ҡалыпты мат­буғат саралары ла, илдең кино­индустрияһы ла, ҡайһы бер бил­дәле шәхестәр ҙә яҡлай. Әлеге хәл Үзбәкстандағы күпселек ҡатын-ҡыҙҙың яҡшы белем алыуында ғына түгел, сәйәси карьера төҙөүҙә лә етди ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, ирҙәрҙән бер ваҡытта ла, карьераны ғаилә эше менән нисек бергә алып бара­һығыҙ, тип һорамайҙар. Ә ҡатын-ҡыҙ менән әңгәмә был һорауһыҙ үтмәй. Иртә кейәүгә сығыу, ҡыҙ­ҙар­ға “төп тәғәйенләнешегеҙ – ба­ла табыу һәм тәрбиәләү, ир бағыу, ҡәйнәгә ярау” тип сикләп ҡараған мөнәсәбәт хөкөм һөргән мәхәлләләрҙә ошо ҡалыптарҙан ҡотолоу өсөн эш алып барылырға тейеш.

Авазкан ОРМОНОВА, Ҡыр­ғыҙстандағы “ДИА” (“Деловые, инициативные женщины”) йәмәғәт фонды директоры, урындағы кенеш депутаты, бюджет комиссияһы рәйесе:

– Гендерлыҡ – минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ирҙәрҙең тормоштоң төрлө социаль-иҡти­сади, сәйәси һәм дини өлкәлә­рендәге тигеҙлеге. Үзбәкстанда был ҡануниәт менән көйләнгән. Әммә ғәмәлдә ул закондар эшлә­мәй, шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡарата көс ҡулланыла. Шуның өсөн дә сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың да ҡатнашыуы өсөн көрәшәбеҙ, дөйөм депутаттар һанының 30 проценты гүзәл зат булыуын алға ҡуябыҙ!
Дағстанда гендерлыҡ буйынса үткәрелгән форумда был мәсьә­ләне үҙ төбәгендә күҙәткән фекер­ҙәштәремде таптым. Гендер ти­геҙ­лек хаҡында тикшереүҙәр үт­кәреүҙә уларҙың бай тәжрибә­һен белеү ҡыҙыҡлы булды. Муниципалитеттар кимәлендә гендер тигеҙһеҙлек ҡорбандарына ярҙам күрһәтеү буйынса тәжрибәм менән уртаҡлаштым.

***
Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк, күп ҡатнашыусылар һәм форум йөкмәткеһен күҙәтеп барғандар Дағстанда гендерлыҡ буйынса үткән был конференцияны ҙур ваҡиға һитеп ҡабул ҡылды. Тема буйынса бик күп һәм ҡыҙыҡлы сығыштар билдәләнде. Конфе­ренцияның иң ҙур уңыштарының береһе – Кавказ ҡатын-ҡыҙ­ҙарының тын алышы, төрлө өлкәләрҙә һәм республика­ларҙағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәт­тәре хаҡында мәғлүмәт алыу ғына түгел, ут кеүек янып торған бейсәләр менән яҡындан танышып, тәжрибәләрен өйрәнеү.

Ә Башҡортостанда хәлдәр нисегерәк? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙып барған сыға­рылышта 110 депутаттың 15-е – гүзәл зат. Был 13, 6 процент тигән һүҙ. Ошонан сығып, ҡатын-ҡыҙҙар республикабыҙҙың сәйәси тормошонда әүҙем түгел тип әйтеп булмай, әммә был йүнәлештә хәл итәһе мәсьәләләр бар әле. Берәүҙе лә мәжбүри йә саҡырып ултыртыу түгел, ә үҙе теләп килерлек, алдынғы ҡарашлы ҡыҙҙар тәрбиәләгәндә, был мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителер...

Кавказ тауҙарын күреү, Дер­бенттағы Нарынҡала ҡәлғәһенә күтәрелеү хыялым да тормошҡа ашты. Йомшаҡ һыулы Каспий тулҡындарында бәүелеү, тулы Ай аҫтында төрлө илдәрҙән килгән ҡәрҙәштәрем менән ҡулға-ҡул тотоношоп, донъяла тыныс­лыҡ, тигеҙлек, хөр тормош теләү миҙгелдәре онотолмаҫ булып күңелгә уйылды. Төркиә­нән килгән ҡарасәй-черкес тамырлы Өмәр Туран форумда ҡатнашыу менән бер рәттән рухи тамырҙарын юлланы, абазин халҡының йөҙөк ҡашы Лариса Шебзухова иһә балалар журналы асыу хыялы менән яна. Ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһын төҙөгән. Башҡорт әҙә­биәте, ша­ғирҙары ижады менән ҡыҙыҡ­һынып бара, торған ерҙән һиңә шиғыр сығарыуы мөмкин.


Форумдың координаторы Хасбат Теләкәева – Махачкала йәштәре араһында бик популяр, уттай янып торған йәш ханым. Кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Беҙгә Кавказ ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем­дәрендә фотосессия ойошторҙо. Ғүмерҙең һәр мәле ҡабатланмаҫ, әммә ошондай аралашыуҙар мәңгелеккә хәтергә уйылыусан.

Ҡумыҡ телендә сыҡҡан “Дағс­тан ҡатыны” журналының мөхәр­рире, “Елдаш” республика гәзите­нең бүлек мөхәррире Паху Хайбуллаева менән бер йөктө тар­ты­уыбыҙ, уртаҡ темалар аралар­ҙы яҡынайтты. Ул иһә беҙҙең ки­леүебеҙ хаҡында Дағстандың халыҡ шағирәһе Шейит ханым Алишеваға хәбәр иткән. Бер матур сәйханаға саҡы­рып, һый ойоштороп, шиғырҙар уҡышып, йырлашып ултырырға ла ваҡыт таптыҡ. Иң ҡыҙығы, Шейит ханым­дың шиғырҙарын бер нисә йыл элек тәржемә иткәнмен һәм “Ағи­ҙел” журналында баҫ­тырғанмын булып сыҡты.

Ысынында ижадсылар ҡайҙа ла бер-береһен таный, бергә­лек­те, дуҫлыҡты тойоу ошо ки­мәл­дән, йыр һәм әҙәбиәттәр һал­ған күперҙәрҙән башлана түгелме?!

Һәр хәлдә, ҡыҙҙарыбыҙҙы өй тирәһе менән сикләмәй, маҡ­сатлы, ынтылышлы итеп тәр­биәләү, хыялдарына ҡанат ҡуйыу, белем алырға мөмкинлектәр булдырыу һәр беребеҙҙең аңында башланыуын аныҡ аңлап эш итеү – беҙҙең әсәлек бурысыбыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Санала  елеп кенә!

Санала елеп кенә! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Белорет районы яҡтарына юл йышайып китте. Бирҙеғол ауылына етәрәк ат менән бесән алып...

Тотош уҡырға 63

Иң оҙондар ҡайһы ауылда?

Иң оҙондар ҡайһы ауылда? 09.12.2018 // Йәмғиәт

Район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексында төбәктәге ауыл биләмәләренең йыйылма командалары...

Тотош уҡырға 40

Урлашҡан... төрмә начальнигы!

Урлашҡан... төрмә начальнигы! 09.12.2018 // Йәмғиәт

Билдәле: төрмәлә тәртип боҙғандар ултыра. Ә бына уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл булырға тейешле...

Тотош уҡырға 60

Уңайлы булһын өсөн

Уңайлы булһын өсөн 09.12.2018 // Йәмғиәт

11 декабрҙән Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Күп функциялы үҙәк “бер тәҙрә” принцибы буйынса...

Тотош уҡырға 31

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар

Мораҙым тарлауығына миндек ташыйҙар 08.12.2018 // Йәмғиәт

Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре 25 мал ҡарау майҙансығы...

Тотош уҡырға 55

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй

Иң күңелсәк һәм тапҡырҙар Йәркәйҙә йәшәй 08.12.2018 // Йәмғиәт

Илештәр эштә, спортта ғына түгел, ә ял итеүҙә лә ал бирмәй. Райондың ауыл биләмәләре араһында...

Тотош уҡырға 38

Офис өй туйланы

Офис өй туйланы 08.12.2018 // Йәмғиәт

Электр энергияһы ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндергән Бүздәк клиент офисы өр-яңы бинаға күсте. Элек ул...

Тотош уҡырға 40

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр

Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр 08.12.2018 // Йәмғиәт

Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың...

Тотош уҡырға 36

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"

"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул" 07.12.2018 // Йәмғиәт

Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән...

Тотош уҡырға 43

Ҙур баһа

Ҙур баһа 07.12.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда...

Тотош уҡырға 75

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ

Туристик объекттарға йоғонто яһалмаясаҡ 07.12.2018 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик...

Тотош уҡырға 40

Вәғәҙә үтәлде

Вәғәҙә үтәлде 07.12.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 95