Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫһа икән ваҡыт ҡайғыны…
Тормошомдоң рухи баға­на­ла­рының иң нығы, эскерһеҙе, донъя­ла булғаным-йәшәгәнем өсөн генә лә ҡыуанған оло терәгем ҡоланы: бар ғүмерен Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылында үткәргән ҡәҙерле инәйем Сәмғиә Фәхретдин ҡыҙы Вәлишина яҡты донъяны ҡалдырҙы.

Ҡапыл аяҡтан йығылған яҡы­ны­быҙға ярҙам итергә тырышҡан табиптар ҙа, һәр береһе йөрәген һурып бирерҙәй булып эргәһендә баҫып торған беҙ – балалары ла аяуһыҙ сир һәм ваҡыт алдында көсһөҙ инек.

Алты йыл элек баҡыйлыҡҡа киткән атайыбыҙҙы – Рәфҡәт Фазыл улын юғалтыу ҡайғыһын инәйебеҙ өндәшмәй бер үҙе күтәргән икән, бөгөн килеп шуны аңланым. Беҙ уға күңел баҫтыҡ, йыуандыҡ, шуға юғалтыуҙы еңелерәк үткәрҙек. Ә 60 йылға яҡын бергә йәшәгән ғүмер юлдашһыҙ ҡалыу ауырлығын ниндәй бизмәндәргә һалып үлсәп була?! Юҡҡа ғына йөрәге ҡанһырап йығылманы бит ул. Әле бына олоғайып бөтһәк тә, етемһерәнек, юғалып ҡалдыҡ…

Гел эргәбеҙҙә булыр кеүек ине ғәзизебеҙ. Был донъя үкенесһеҙ булмай, тигәндәре лә дөп-дөрөҫ икән. “Күтәреп кенә йөрөттөгөҙ, рәхмәт, балаҡайҙарым”, – тип ризалығын биреп китһә лә, нимәнелер әйтеп, эшләп еткермәгән кеүек уйҙар барыбер күңелде әрнетә, тынғыһыҙлай…
Ошо ауыр көндәрҙә ал-ял бел­мәгән, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, гел тиерлек инәйемдең эргәһендә булған туғандарыма, кейәү-килен­дәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Һәр берегеҙ инәйем менән атайыма ҡәҙер-хөрмәт күрһәттегеҙ, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнегеҙ, лайыҡлы йәшәнегеҙ. Артабан да шулай булһын.

Ауырығанда килеп хәлен белгән, һуңынан ҡайғы уртаҡлашҡан, ярҙам итешкән ауылдаштарыма рәхмәт: халыҡтың ошондай бер-береһенә ярҙамсыллығы, изгелекле булыуы һәр ваҡыт һаҡланһын. Дуҫтарыма, әхирәттәремә, хеҙмәттәштәремә йылы һүҙҙәре, ихлас ярҙамдары өсөн дә рәхмәт. Хоҙай береһен дә миһырбанлығынан, ҡөҙрәтенән айырмаһын, барыбыҙға ла именлектә-һаулыҡта тыныс, бәхетле йәшәргә яҙһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бүләк алыу тыйыла...

Бүләк алыу тыйыла... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, чиновниктарға кеүек үк, бүләк алыуҙы тыйыуҙары ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән”

Ярай әле тәгәрмәстәрен “сәлдермәгән” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембайҙа “ВАЗ-2106” автомобиленең аккумуляторын урлағандар....

Тотош уҡырға 2

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын,  Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ...

Кесерәйтһәгеҙ, кесерәйергә мин ярармын, Үҙегеҙ ҙурайырға яраһағыҙ... 12.12.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйткән быны. Кеше кәмләүселәргә гел шуны әйтке килә... Ҡана һуң, үҙе ҙурайырға...

Тотош уҡырға 44

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә 12.12.2018 // Йәмғиәт

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?...

Тотош уҡырға 54

Йомшаҡ ҡуллы,  тәмле телле “фәрештә”

Йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле “фәрештә” 12.12.2018 // Йәмғиәт

Ул 40 йылға яҡын сәләмәтлекте хәстәрләй. Йыш ҡына мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, тәмле телле табиптарҙы...

Тотош уҡырға 43

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының исеме мәңгеләштерелде 11.12.2018 // Йәмғиәт

Сирек быуаттан ашыу бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы – төбәктә генә түгел, бөтә...

Тотош уҡырға 36

Мәктәп белем биреп еткермәйме?

Мәктәп белем биреп еткермәйме? 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәптәрҙә репетиторлыҡ...

Тотош уҡырға 63

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине

Юлдар киңәйһә, фажиғәләр кәмер ине 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда федераль юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын киңәйтеү проектын әҙерләйҙәр. Һүҙ М5, М7...

Тотош уҡырға 59

Бер атыуҙа – ике ҡуян

Бер атыуҙа – ике ҡуян 11.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм...

Тотош уҡырға 61

Боҙ юлдары асыла

Боҙ юлдары асыла 11.12.2018 // Йәмғиәт

10 декабрҙә Ҡариҙел ауылында Өфө йылғаһы аша автомобилдәр өсөн бер һыҙатлы боҙ өҫтөнән сығыу юлы...

Тотош уҡырға 47

Яңы йылды — яңы өйҙә!

Яңы йылды — яңы өйҙә! 11.12.2018 // Йәмғиәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш...

Тотош уҡырға 67

Сит яҡта ла илеңде онотма...

Сит яҡта ла илеңде онотма... 11.12.2018 // Йәмғиәт

[i]Бына инде нисәмә йыл гимназиямда белем алам һәм көн һайын төрлө, береһенән-береһе һәләтлерәк...

Тотош уҡырға 76